Монмут

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Монмут
ингл. Monmouth
Монмут замогы
Ил

Бөйөк Британия

Регион

Уэльс

Графлыҡ

Монмутшир

Координаталар

51°48′36″ с. ш. 2°43′12″ з. д.HGЯO

Халҡы

8877 человек

Телефон коды01600
Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

monmouth.org.uk

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Монмут (Бөйөк Британия)
Монмут
Монмут
Монмут (Бөйөк Британия Уэльс)
Монмут
Монмут (Бөйөк Британия Уэльс Монмутшир)
Монмут

Мо́нмут (инглизсә Monmouth, уэльс телендә Trefynwy, мәғәнәһе Монноу ҡалаһы) — көньяҡ-көнсығыш Уэльс биләмәләрендә (Бөйөк Британияла) урынлашҡан ҡала. Ҡаланың хәҙерге статусы — ингл. historic county town, йәғни тарихи графлығының административ үҙәге. Монмут ҡалаһы 1889 йылдан 1974 йылғаса Монмутшир графлығының административ үҙәге булған.

Исем[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монмут ҡалаһының рәсми исеме инглизсә Monmouth ә уэльс телендә Trefynwy тип яҙыла. Уэльстағы Мо́нноу йылғаһы уэльс телендә исеме Mynwy, мәғәнәһе — (йылға) тиҙ аға. Йылғаның инглизләштерелгән исеме Monnow. Ҡаланың инглиз исеме йылға атамаһынан һәм ингл. mouth, йәғни йылға тамағы һүҙҙәренән килә. Уэльс телендә ҡаланың боронғо исеме Abermynwy шулай уҡ "Монноу йылғаһы тамағы" тип билдәләй. 17 быуаттың башынан башлап, ҡаланың уэльсса исеме Trefynwy (йәғни башҡ. Монноу ҡалаһы, Монноу буйында ҡала) тип үҙгәртелде.[1]

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монмут Археология Йәмғиәте ҡалала ҡаҙыныу (рус. раскопки) эштәре ойошторған. Һөҙөмтәлә, ҡала тарихы тураһында күп мәғлүмәт алынған. Хәҙер, Британия Археология Советы (ингл. Council for British Archæology) мәғлүмәте буйынса, Монмут архелогия күҙлегенән Британияла иң мөһим ҡалаларҙың береһе[2]

Боронғо Рим дәүере[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо Рим ваҡытында Монноу йылғаһы буйында Блестиум (лат. Blestium, Blestio) тигән Рим форты урынлашҡан булған. Был фортты Глевум (хәҙерге Глостер; лат. Glevum, ингл. Gloucester) һәм Иска Аугуста (хәҙерге Кэрлион (лат. Isca Augusta, ингл. Caerleon /kərˈliːən/) ҡалалары менән тоташтырыусы юл һалынған. Ҡаҙыныу һөҙөмтәһендә, ҡала үҙәгендә Боронғо Рим аҡсалары, балсыҡ һауыт-һаба табылған. 2-се быуаттан 4-се быуатҡаса Монмут мөһим тимерселек үҙәге булған.

Монмут һәм Википедия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылда Инглиз Википедияһындағы GLAM (йәғни ингл. Galleries, Libraries, Archives & Museumsбашҡ. Галереялар, Китапханалар, Архивтар һәм Музейҙар) тигән википроект эсендә MonmouthpediA исемле проект ойошторолған. Уның маҡсаты — Википедия күптелле энциклопедияһы эсендә Монмут ҡалаһы тураһында күберәк мәғлүмәт яҙыу. Ошо проектта 2012 йылда мәҡәлә яҙыу конкурсы башланды.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Hywel Wyn Owen, The Place-Names of Wales, 2000, University of Wales Press, ISBN 0-7083-1458-9, p.63
  2. Keith Kissack, Monmouth and its Buildings, Logaston Press, 2003, ISBN 1-904396-01-1