Мосолман архитектураһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Солтанәхмәт мәсете, Истанбул, осман төрлө мәсете

Мосолман архитектураһы — төрлө архитектура стилдәрҙен ҡушымтаһы.

Һаҡланып ҡалған тарихи төҙөлөш өлгөләрендә( Мәҙәни мираҫ объекттары) Европа һыҙаттары менән бер рәттән Азия архитектураһы традициялары ла күҙәтелә. Мосолман архитектураһы һыҙаттары фасадтарҙы декоратив биҙәү элементтарында (төрлө “сатырҙар”, башнялар, көмбәҙҙәр, шпилдәр, орнамент; Килем мәсете, Килем һарайы) сағыла. Нигеҙҙә, классицизм архитектураһына ярашлы төҙөлгән Өфөләге Беренсе йәмиғ мәсете архитектураһында мосолман мотивтары — сатыр менән тамамланыусы бейек манара һәм намаҙ уҡыу залының көмбәҙе — дүрт колонналы өсмөйөш формаһындағы портик м‑н берләшә.