Мосолман байрамдары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ислам

Ислам тарихы

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Ислам шарттары

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәҡәт
Хаж

Мөһим шәхестәр

Мөхәммәд
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мосолман байрамдары- мосолмандар байрам иткән байрамдар. Ислам динендә 13 байрам телгә алына һәм үткәрелеп килә. Иң ололары-Ураҙа ғәйете һәм Ҡорбан ғәйете.Улар Мөхәммәд СҒС ваҡытынан уҡ байрам ителә. Байрамдар ай календары буйынса үткәрелә.

Ураҙа байрамы[үҙгәртергә]

Төп мәҡәлә Ураҙа

Ғәрәпсә Ғәйдел Фитыр көнө тип йөрөтөлә. Рамаҙан ураҙаһы тамам булғандан һуң өс көн байрам ителә. Байрамдың башы Шәүүәл айының беренсе көнөнә тура килә. Был көндә мосолмандар мәсеттәргә йыйылып ғәйет намаҙы башҡара. Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарын ярлыҡауҙы һорап теләктәр теләйҙәр. Рамаҙан иң изге ай- сөнки был айҙа Ҡөрьән китабы иңдерелә башлаған.Мәтдт мөмкинселектәре булған мосолмандар ғәйет намаҙына тиклем фәҡирҙәргә йәки мәсеткә фытыр саҙаҡаһы бирә. Рамаҙан айы барышында ураҙа тотоусы кешеләрҙе киска ашҡа, Ифтарға(ауыҙ асырға) йыйыу йолаһы бар.

Ҡорбан ғәйете[үҙгәртергә]

Төп мәҡәлә Ҡорбан байрамы

Ҡорбан байрамы Зөлхиззә айының 10-сы көнөнә тура килә. Ул ураҙа байрамынан һуң 70 көн үткәс билдәләнә һәм өс көн дауам итә. Был көндө мөсолмандар иртүк тороп төркөм-төркөм йыйылып "Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр" тип тәҡбир әйтеп, юлда туҡтай - туҡтай мәсеткә йүнәлә. Унда ғәйет намаҙы уҡыйҙар.Аллаһы тәғәләнән ярлыҡау һорайҙар. Мосолмандар был көндө махсус намаҙ уҡырға һәм күңелдәрен Аллаһыға йүнәлтергә тейештәр. Ҡәғбә храмын төҙөгән Ибраһим пәйғәмбәр Ябраил фәрештәнән "ҡара ташты" алғас, үҙенең Аллаһыға бирелгәнен күрһәтеү өсөн, улы Исмәғилде Ҡорбан итмәксе була(37, 97-110 аяттар). Ләкин шәфҡәтле Аллаһы Тәғәлә, фәрештә аша бәрән ебәреп, уның улын ҡотҡара.

Ғәрәфә көнө[үҙгәртергә]

Ҡорбан байрамынан алдағы көн. Мосолмандар өсөн был изге һәм мөбәрәк көн иҫәпләнә. Был көндө, йәғни Зөлхиззә айының 9-сы көнөндә улар Мәккәгә Ғәрәфәт тауы итәгенә күмәкләшеп намаҙ уҡырға йөрөй торған булғандар.

Һижриәт көнө[үҙгәртергә]

Икенсе төрлө күсеү көнө тип йөрөтөлә. Был көн сәфәр айының 26-сы көнөндә билдәләнә. Ислам диненең сөнни мәзхәбендәге мосолмандар, 13 йыл буйы Мәккә кешеләрен ислам диненә өндәгәндән һуң, ошо кистә хәҙрәти Рәсүл СҒС, хәҙрәти Әбүбәкер менән бергәләшеп, Мәҙинәи Мөкәрәмәнәнән сығып, Мәҙинәи Мөнәүәрә ҡалаһына барып еткәндәр.Ошонан һуң Ислам дине тиҙ арала тарала башлай, көсәйеп китә. Шуға күрә мосолмандар был көндө мөбәрәк күрәләр. Әммә Шиғый мәзһәбендәге мосолмандар был көндө байрам итмәйҙәр.

Мәүлид байрамы[үҙгәртергә]

Ғәрәпсә тыуған көн мәғәнәһендә. Рәбиғүл әүәлдең 12- се кисендә ҡояш байыу менән башлана.Был бөтә мосолмандарының донъя һәм әхирәт сәғҙәттәренә сәбәп булған Мөхәммәд СҒС тыуған көнө. Ул миләди йылы менән 570 йылдың 27 апрелендә Мәккәи Мөкәрәмәлә Ҡорайыш ҡәбиләһенең ярлы шим ырыуында донъяға килә.632 йылда вафат була.Мәүлит байрамында мәсеттәрҙә пәйғәмбәребеҙгә бағышлап хөтбәләр уҡыйҙар, вәғәздәр һөйләйҙәр. Һәр кем салауат әйтә.

Миһраж кисәһе[үҙгәртергә]

Ғәрәпсәнән ауҙарһаҡ, Миһраж- юғарыға күтәрелеү, күккә ашыу тигәнде аңлата. Ҡөрьәндең 17 сүрәһендә әйтелгәнсә Мөхәммәд СҒС уяулы - йоҡоло килеш ятҡанда яҡтылыҡ баҫҡысы буйлап Аллаһы Тәғәлә менән һөйләшергә күккә ашҡан. Шул ваҡиғаны иҫтә ҡалдырыу йөҙөнән мосолмандар рәжәп айының 27-се кисендә миһраж үткәреүҙе ғәҙәткә индергәндәр

Рәғәиб кисәһе[үҙгәртергә]

Рәжәб айының беренсе йомаһына ҡаршы кискә тура килә. Ошо кисте Мөхәммәдтең СҒС атаһы хәҙерәте Ғабдулла менән әсәһе хәҙрәти Әминә никахлашҡандар һәм беренсе тапҡыр күрешкәндәр.

Бәрәәт кисәһе[үҙгәртергә]

шәғбан айының 15 -се көнөнә тура килә. Изге кисә 14-се шәғбанда ҡояш байығас та башлана. Риүәйәттәргә ҡарағанда, кешеләрҙең бер йыллыҡ яҙмышы, бәхете, тормошондағы уңышы, рәхәт, етеш йәшәүе ошо кистә билдәләнә.

Ғәшүрә көнө[үҙгәртергә]

Ғәшүрә көнө мөхәррәм айының 10 көнөндә байрам ителә. Мөхәммәд пәйғәмбәр һәм уның сәхәбәләре ошо көндө мөбәрәк һанап, ураҙа тотҡандар, изге ғәмәлдәр ҡылғандар.

Ҡәҙер кисе[үҙгәртергә]

Рамаҙан айының 26-сы көнөндә байрам ителә. МөхәммәдкәСҒС Ҡөрьән аяттары Аллаһынан ошо кистә иңдерелә башлаған тип аңлатыла. Уның изгелеге шунан килә. Хәҙерәте Рәсүл СҒС,ҡәҙер кисендә тәүбә ҡылған кешенең барлыҡ гонаһтарын Аллаһы Тәғәлә ярлыҡар, тип әйтеп ҡалдырған.Сөнки был кистә изге ғәмәлдәрҙең сауабы башҡа кистәргә ҡарағанда артыҡ була. Шуға күрә мосолмандар был төндө йоҡламай үткәрәләр. Мәсеттәрҙә намаҙ уҡыу, доға ҡылыу, Ҡөрьән уҡыу ойошторола.

Тәшриҡ көндәре[үҙгәртергә]

Ҡорбан ғәйетенән һуңғы өс көндө, йәғни, зөлхиззәнең 11,12,13- сө көндәрен Тәшриҡ көндәре тип атайҙар. Былар изге көндәр. Ғәрәфә көнөнөң иртә намаҙынан алып тәшриҡ көнөнөң икенде намаҙына ҡәҙәр, йәмәғәт намаҙынан һуң мосолмандар һәр урында ҡысҡырып "тәҡбир тәшриҡ" әйтәләр.Йәғни Аллаһы Тәғәлә хәҙрәттәрен ололайҙар

Ҡалып:Islam-stub