Мышар барҡылдағы
| Мышар барҡылдағы | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Turdus pilaris Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||
|
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 147262 |
Мышар барҡылдағы, мышар турғайы, миләш сыпсығы, шоморт сыпсығы (урыҫ. дрозд-рябинник, лат. Turdus pilaris) — Евразияла таралған ҡош.
Йөкмәткеһе |
Ҡылыҡһырлама [үҙгәртергә]
Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Күмәкләшеп йөрөйҙәр. Түбәһе, елкәһе, ҡойроҡ төбөнөң өҫ яғы күкһел һоро. Арҡаһы, ҡа¬наттары, ҡойроғо ҡара-көрән. Кәүҙәһенең аҫ яғы ҡара буй таптар менән сыбарланған һарғылт ерән, ҡорһағы аҡ. Башҡа барҡылдаҡтарҙан түбәһендәге, елкәһендәге-һәм ҡойроҡ төбөндәге һорғолт күк төҫө менән айырыла
Тауышы [үҙгәртергә]
Тауышы көслө генә: «трррҡ-трррҡ». һайрауы сырылдаҡ, тауыштарҙан тора
Йәшәү рәүеше [үҙгәртергә]
Төрлө урмандарҙа йәшәй. Башлыса мышар һәм балан менән туҡлана, бөжәктәр ҙә аулай. Ҡайһы ваҡыт йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе-урынға күсеп йөрөй. Бик киң таралған. Ояһы ағастарҙа була. Ҡара таплы 4—5 бөртөк зәңгәр төҫтәге йомортҡа һала.
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9