Мәләүез районы
| Мәләүез районы урыҫ. Мелеузовский район |
|
|---|---|
| Район гербы | Район флагы |
| Ил | Рәсәй |
| Статус | Муниципаль район |
| Төбәк | Башҡортостан |
| Эске бүленеш | 1 ҡала һәм 18 ауыл биләмәһе |
| Административ үҙәге | Мәләүз ҡалаһы |
| Халыҡ һаны | 26948 кеше |
| Халыҡ тығыҙлығы | 16.5 |
| Майҙаны | 1748 км² |
| Сәғәт бүлкәте | MSK +2 |
| Автомобиль коды | 02, 102 |
Мәләүез районы (урыҫ. Мелеузовский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Мәләүз ҡалаһы. Районда 26948 кеше йәшәй.
Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан. 1930 йылдың августында ойошторолған. Район үҙәге — Мәләүез ҡалаһы. Район територияһында Воскресенк (2 мең кеше), Ергән (5,1 мең кеше) ҡасабалары бар. Районда 85 ауыл. Ҙур ауылдар: Нөгөш (1989 — 1,4 мең кеше), Нордовка (1,0 мең кеше), Корнеевка (0,9 мең кеше). Ауыл халҡы араһында күпселекте башҡорттар, урыҫтар, татарҙар тәшкил итә.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Географияһы
Район территоряһының көнбайыш өлөшө көньяҡ сите менән Дөйөм Һырттың төньяҡ армыттарына күскән Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә, ә көнсығыш өлөшө — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы башланған һырттарҙа ята. Гидрографик селтәре Ағиҙел йылғаһы һәм уның Нөгөш, Һуҡайлы, Ашҡаҙар, Мәләүез ҡушылдыктары менән билдәләнә.
Климаты ҡоро. Йыуылған типик ҡара, ҡара-һоро урман тупраҡтары киң таралған. Ер аҫтында нефть (Введеновка, Волостновка, Грачи, Озерки, Тирәкле, Столяровка, Төньяҡ Ергән, Иҫке Казанковка), балсыҡ (Ҡаран), ҡомло балсыҡ (Самойловка, Ужа), ҡом (Корнеевка), эзбизташ (Гремячин), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Ергән, Мәләүез, Таулы, Ташлыкүл, Юпитер, Самаровка), агрономик руда (Ивановка) һ.б. ятҡ-ҡтар бар. Район территорияһында “Башҡортостан” милли паркы, тәбиғәт ҡомартҡылары (карст-спелеологик ҡом. — Ҡотоҡ төбәге, Күперле тәбиғи карст күпере, Кочкарь заказнигы — һирәк осрай торған йәнлектәрҙең йәшәү урыны, Ромадановка йырыны — аҡ балсыҡ һәм олигоцен флоралы сидерит) бар.
[үҙгәртергә] Иҡтисад
Мәләүз районы — сәнәғәт-ауыл хужалығы йүнәлешендәге район. Эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиелары Мәләүез ҡалаһындада урынлашҡан. Нефть ятҡылыҡтары “Ишембайнефть” НГДУ-һы, ҡом, балсыҡ, ҡомло балсыҡ, ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы ятҡылыҡтары Мәләүез, Салауат ҡалаларының төҙөлөш материалдары предприятиелары һәм төҙөлөш ойошмалары тарафынан файҙаланыла.
Воскресенкала үҙағас әҙерләнә һәм эшкәртелә. Ауыл хужалығы ерҙәре 173,8 мең га майҙанды биләй, шул иҫәптән 116,0 мең — һөрөнтө ерҙәр, 14,5 мең — бесәнлектәр, 43,1 мең — көтөүлектәр. Үҫемлекселек игенселектән, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, картуф үҫтереүҙән, малсылыҡ — һөт-ит йүн-дәге мөгөҙлө эре мал үрсетеүҙән, сусҡасылыҡтан, һарыҡсылыҡтан тора. Районда мал һимертеү буйынса хужалыҡ-ара комплекс, “Ужа” емеш-еләк совхозы, инкубатор ҡошсолоҡ станцияһы, элеватор эшләй.
[үҙгәртергә] Транспорт
Район территорияһы буйлап Өфө—Ырымбур тимер юлы, Өфө—Ырымбур автомобиль юлы үтә.
[үҙгәртергә] Социаль-мәҙәни өлкә
Районда 58 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 14 урта, 30 дөйөм китапхана, 50 клуб учреждениеһы, Воскресенка картиналар галереяһы (М.В.Нестеров ис. Худ. музейының филиалы), 2 участка дауаханаһы, “Нөгөш” туристик-экскурсия комплексы, Ағиҙел йылғаһы ярындағы «Дуҫлыҡ» турбазаһы бар. Урыҫ һәм башҡорт телдәрендә «Путь Октября», «Көнгәк» гәзиттәре сыға.
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.
- Официальный сайт района
- Неофициальный сайт города Мелеуз и Мелеузовского района
- На сайте Республики Башкортостан
| Башҡортостан райондары |
| Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл |