Мәләүез (ҡала)

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡала
Мәләүез
Герб
Герб
Ил Рәсәй
Төбәк Башҡортостан
Муниципаль район Мәләүез
Координаталар 52°57′ т. к. 55°56′ кс. о. (G) (Я)
Башлыҡ Вахитов, Малик Шәкир улы
Нигеҙ һалыныу XVIII быуаттың 70-се йылдары
Ҡала (башлап) 1958
Рәсми тел Урыҫ теле, башҡорт теле
Халыҡ 62 600 кеше (2005)
Этнохороним мәләүезле, мәләүездәр
Ваҡыт бүлкәте UTC+5, йәй UTC+6
Телефон коды +7 34764
Почта индексы 453850
Автомобиль коды 02
ОКАТО коды 80425
Мәләүез (ҡала) (Рәсәй)
Red pog.png
Мәләүез (ҡала) (Башҡортостан Республикаһы)
Red pog.png


МәләүезБашҡортостан Республикаһы Мәләүез районының үҙәге, республика әһәмиәтендәге ҡала, Мәләүез йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған ерендә урынлашҡан.

[үҙгәртергә] Тарихы

Ул XVIII быуаттың 70-се йылдарында Ырымбур трактында уңайлы сауҙа үҙәге булараҡ барлыҡҡа килгән, 1938 йылдан алып — эшселәр ҡасабаһы, 1958 йылдан — ҡала.

Никах һарайы
Мелеуз.jpg


[үҙгәртергә] Иҡтисад

Мәләүез — республиканың мөһим транспорт үҙәге, бында Өфө—Ырымбур автомобиль һәм тимер юлы, район-ара автомобиль юлдары үтә. Бында химия, аҙыҡ-түлек, еңел сәнәғәт һ.б. тармаҡтар үҫешкән.

Ҡалалағы төп предприятиелар:

  • Мәләүез минераль ашламалар производство берекмәһе
  • Шәкәр заводы
  • Һөт консервалау
  • Ит комбинаттары
  • Спорт аяҡ кейемдәре эксперименталь комбинаты
  • Ағас эшкәртеү предприятиеһы
  • Кирбес заводы
  • Тимер-бетон конструкциялар заводтары
  • Элеватор

[үҙгәртергә] Мәғариф һәм мәҙәниәт

Мәләүездә тиҫтәнән ашыу дөйөм белем биреү мәктәптәре, музыка, художество һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, механика-технология техникумы, профессиональ училищелар бар.

Бында тыуған яҡты өйрәнеү музейы, китапханалар, клубтар, дауаханалар эшләй.

Ҡала халҡы тиҫтәләгән спорт комплекстарына ла ихлас йөрөй. Ат спорты буйынса «Толпар» һәм «Уҡсылар» спорт комплекстары йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә йәлеп итә. Мәләүездең үҙәк урамында, Мәләүез йылғаһы ярында урынлашҡан район һәм ҡала мәҙәниәт һарайы социаль әһәмиәте, үҙенсәлекле архитектураһы, зауыҡ менән биҙәлеше йәһәтенән башҡаларҙан айырылып тора. Район һәм ҡаланың никах теркәү йорто ла ошонда урынлашҡан.


Coat of Arms of Bashkortostan.svg Башҡортостан ҡалалары Flag of Bashkortostan.svg
Башҡала: Өфө

Ағиҙел | Баймаҡ | Бәләбәй | Белорет | Бөрө | Благовещен | Дүртөйлө | Дәүләкән | Ишембай | Күмертау
Мәләүез | Межгорье | Нефтекама | Октябрьский | Салауат | Сибай | Стәрлетамаҡ | Туймазы | Учалы | Яңауыл

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә