Мәҡсүтова, Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы

Мәҡсүтова, Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы, башҡорт тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1981), профессор, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983). 1932 йылдың 27 нояберендә БАССР-ҙың Мәсетле районы Һөләймән ауылында тыуған. 2004 йылда Өфө ҡалаһында вафат булған.

Эстәлеге

[үҙгәртергә] Биографияһы

  • 1951 йылда — К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған.
  • 1957 йылдан — Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө Ғилми Үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй.
  • 1990 йылдан — етәксе ғилми хеҙмәткәр.

[үҙгәртергә] Ғилми эшмәкәрлеге

Башҡорт һәм төрки диалектологияһы, лингогеографияһы өлкәләрендә белгес. 1960-1970 йылдарҙа диалектологик экспедициялар ойоштора. Башҡорт теле диалекттарын һәм һөйләштәрен тасуирлау буйынса 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Өс томлыҡ Башҡорт һөйләштәре һүҙлеген баҫтырыу эшенә етәкселек итә. Башҡорт теленең диалектологик атласын төҙөүҙә ҡатнаша. Башҡорт космонимияһы, терминологияһы, төрки, фин-уғыр һәм монгол телдәренең сағыштырма лексикаһы буйынса тикшереүҙәр үткәрә. Башҡорт теленең ғилми граматикаһында ярҙамсы һүҙҙәр тураһында бүлекте яҙа.

[үҙгәртергә] Ижтимағи эшмәкәрлеге

1990-2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе.

[үҙгәртергә] Әҫәрҙәре

  • Восточный диалект башкирского языка. (В сравнительно-историческом освещении). М., 1976;
  • Лингвогеографическое изучение башкирского языка. (Диалектологический атлас). 1973-1983 гг.: Препринт. Уфа, 1983;
  • Образцы народной речи башкир. Уфа, 1988;
  • Башкирские говоры, находящиеся в иноязычном окружении. Уфа, 1996.

[үҙгәртергә] Бүләктәре

[үҙгәртергә] Әҙәбиәт

  • Шәкүр Р. Телден тәрәндәге тамырҙары //Ағиҙел, 1980, № 5.
  • Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров — Өфө: "Башҡорт энциклопедияһы" дәүләт ғилми нәшриәте, 1997.

[үҙгәртергә] Һылтанмалар

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр