Мәһәҙиева Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәшиҙә Мәһәҙиева
Тыуған көнө:

8 февраль 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (59 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Һаҡмар ҡасабаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист, ғалим

Ижад йылдары:

1988

Наградалары:

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (1999), Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004)

Мәһәҙиева Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы (8 февраль 1965 йыл) — башҡорт журналисы, ғалим. 1995 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1999). Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары атҡаҙанған хеҙмәткәре (2004). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2022).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева Баймаҡ районы Һаҡмар ауылында тыуған.
  • Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған.
  • 1988 йылдан алып «Башҡортостан пионеры» гәзитенең бүлек мөдире.
  • 1990 йылдан алып «Йәшлек» гәзитенең бүлек мөдире, 1991 йылдан баш мөхәррир урынбаҫары.
  • 2001 йылдан «Аҙна» гәзитенең баш мөхәррире.
  • 2006 йылдан «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының телевидение студияһы баш мөхәррире.
  • Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының электрон киң мәғлүмәт саралары секторын етәксеһе.
  • 2016 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы мөдире.
  • 02.2017 йыл — Ватандаш журналының баш мөхәррире[1].

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһы йәштәр матбуғаты тураһында мәҡәләләр, балалар өсөн «Аҡбай ҡалаға бармай» (2006) әкиәттәр китабы авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1999).
  • Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары атҡаҙанған хеҙмәткәре (2004).
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2022)[2]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]