Мөхәммәт (пәйғәмбәр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡөрьәндәге персонаждар
Мөхәммәт (محمد)
Исеменең мәғәнәһе: Маҡтауға лайыҡ
Исеме башҡа телдәрҙә: ғәр. محمد
ингл. Muhammad
нем. Mohammed
франц. Mahomet
Заты: Ир
Тыуған: 22 апрель 571 (20), Мәккә, Сәғүд Ғәрәбстаны
Вафат: 8 июнь 632 (61 йыл), Мәҙинә, Сәғүд Ғәрәбстаны
Атаһы: Абдулла Ғәбд әл-Моталлип
Әсәһе: Әминә
Ҡатыны (ире): Хаҙисә бинт Хүвәйлид
Сәүҙә бинт Зәмғә
Ғәйшә бинт Әбү Бәкр
Хафса бинт Ғүмәр
Зәйнәб бинт Һүмәйзә
Үмм Сәләмә
Зәйнәб бинт Йәһеш
Йүвәйриә бинт Харис
Рәйхана бинт Зәйед
Сафия бинт Һүәй
Рәмлә бинт Әбү Суфьян
Мысырҙан килгән Мәрйәм (әл-Кибтия)
Мәймүнә бинт Харис
Балалары: Ҡасим, Таһир, Тайып, Зәйнәб, Руҡайя, Үмм Күлсүм, Фатима
Кирәмәттәре: Айҙы икегә бүлеү, бармағынан һыу сығарыу.
Ваҡиғалар: Әт-Таифҡа күсенеү, миғраж, һижрәт
Өҫтәмә мәғлүмәт: Исламға нигеҙ һалыусы
Мөхәммәт (пәйғәмбәр) Викимилектә

Ислам

Ислам тарихы

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Ислам шарттары

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәҡәт
Хаж

Мөһим шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр


Мөхәммәт, бине Ғәбдулла бине Ғәбд-әл-Моталлиб бине әл-Хашими (ғәр. محمد[mʊħɑmmæd], Loudspeaker.png әйтелешен тыңларға (белешмә • ярҙам), (ғәр. محمد‎‎‎), (20 (22) апрель 571 (570), Мәккә — 8 июнь 632, Мәҙинә) — пәйғәмбәр, мәшһүр дин хеҙмәткәре, бер Аллаға табыныу дине — Ислам динен иңдереүсе, Аллаһ ебәргән изге китап — Ҡөръәнде кешеләргә еткереүсе, дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, Ғәрәп ярымутрауында көслө мосолман дәүләтен төҙөүсе.

Йөкмәткеһе

Исеме [үҙгәртергә]

Каллиграфик һәм ғаҙи яҙыуҙа Мөхәммәт исеме

Мөхәммәт исеме «Маҡтауға лайыҡ» тигән мәғәнәне аңлата. Башҡа исемдәре лә бар: Әхмәт, Мәхмүт, Мостафа. Аллаһ Ҡөръәндә уға исеме менән дүрт тапҡыр өндәшә, шулай уҡ уны Нәбей, Рәсүл, Ғәбд, Бәшир, Нәдхир, Мудхәккир, Шәһит, Дәғый кеүек исемдәр менән атай. Мосолмандар Мөхәммәт пәйғәмбәр исемен әйткәндән йәки яҙғандан Һуң, уға салауат («Саллә-ллаһү ғәләйһи үә сәләм» (ғәр. صلى الله عليه وسلم‎) тип) әйтәләр.

Тормош юлы [үҙгәртергә]

Тыуған йылы һәм урыны – 570 йыл тирәһендә хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны Мәккә ҡалаһы. Үлгән йылы һәм урыны – 8 июнь 632 йыл, хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны Мәҙинә ҡалаһы. Мәҙинә ҡалаһы Пәйғәмбәр мәсетендә ерләнгән.

Ҡыҫҡаса хронология [үҙгәртергә]

  • 571 йылдың апреле — Мөхәммәт Пәйғәмбәр Мәккә ҡалаһында донъяға килә.
  • 595 йылХәҙисәгә өйләнә.
  • 613 йыл — Мөхәммәт Пәйғәмбәр халыҡ араһында дәғүәт башлай.
  • 615 йыл — Мөхәммәт Пәйғәмбәр тарафдарҙарының мәжүсиҙәрҙең эҙәрлекләүҙәренән Эфиопия (Хәбәшстан)ға ҡасыуы (үҙе Әбү Талип ҡурсыуында ҡала).
  • 619 йыл — Хәҙисә һәм Әбү Талип вафат була.
  • 622 йыл — Һижрәт, Мәҙинәгә күсенеү.
  • 623 йыл — Мосолмандар Мәккә каруандарына һөжүм итә башлайҙар.
  • 624 йыл — Мосолмандар Бәҙр янындағы мәккәлеләр ғәскәрен ҡыйрата.
  • 625 йыл — Үхүд һуғышы. Мосолмандар еңелеүгә осрай.
  • 626 йыл — Мәккәлеләрҙең һөжүме уңышһыҙ тамамлана.
  • 628 йыл — Тыныслыҡ килешеүе төҙөлә.
  • 629 йыл — Мөхәммәт Пәйғәмбәр менән мосолмандар тыныс хаж ҡылалар.
  • 630 йыл — Мәҙинә Мөхәммәт Пәйғәмбәр яғына күсә, Ҡәғбәлә булған һындар (поттар) емерелә.
  • 632 йыл — Мәккәгә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең һуңғы хаж ҡылыуы, 8 июнь — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафат булыуы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ [үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр [үҙгәртергә]

Әҙәбиәт [үҙгәртергә]

  • Татар википедияһы

Һылтанмалар [үҙгәртергә]