НТВ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
NTV logo 2003.svg

НТВ (аббревиатураның мәғәнәһе юк) — Рәсәйҙең телевизион каналы. 1993 йылда эшләй башләй. Ширҡәткә НТВ каналынан тыш «НТВ Мир» (НТВ Донъя) телеканалы ла инә. Ул Рәсәйҙән тыш БДБ илдәре, Балтиҡ буйы, Көнбайыш Европа, Яҡын Көнсығыш, АКШ, Канада, Израиль, Австралия, Яңы Зеландия, Океания илдәренә лә тапшыра.

Телеканал атамаһының мәғәнәһе юк. Уны уйлап сығарған беренсе мөхәрир Игорь Малашенко уйлап тапҡан. Һуңыраҡ уны «независимое ТВ» (бәйһеҙ ТВ), «новое ТВ» (яңы ТВ) тип атарға тәҡъдим ителһә дә, журналисттар аббревиатураны асмаҫҡа ҡарар иттеләр.

1997 йылда НТВ-Холдинг ширҡәте ойошторола. Уғңа «НТВ телекомпаниеһы» ААЙ, «ТНТ-Телесеть» ААЙ, «НТВ-Плюс» ААЙ, «Эхо Москвы» ЯАЙ, «НТВ-International» ЯАЙ инә.

Һылтамалар[үҙгәртергә]