Намаҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Намаҙ ваҡыттары: 1 - сабах (фәжер), 2 - өйлә (зуһр),3- икенде (ғәсер),4- аҡшам (мәғриб), 5 - йәстү (ғәсер)

Намаҙ (ғәр. صلاة‎‎; фар. نماز; төр. Namaz) — мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдең икенсеһе, балиғ булған кеше үтәргә тейеш булған ғибәҙәт. Рәсүлебеҙ Мөхәммәт (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) әйткән:"Балаларығыҙҙы ете йәштән намаҙға өйрәтегеҙ, ә ун йәштән намаҙға иғтибарһыҙлыҡтары өсөн һуғығыҙ һәм йоҡларға айырым һалығыҙ". Йәғни, ун йәштән ир бала менән ҡыҙ бала айырым йоҡларға тейеш. Намаҙ уҡыясаҡ кешенең тәне, кейеме һәм намаҙ урыны һәр төрлө нәжестәрҙән таҙа булырға тейеш. Шулай уҡ, һәр намаҙ уҡыусыға шәриғәт бойорған рәүештә тейешле ағзаларҙы һыу менән йыуып, тәһәрәт алыу фарыз.

Ҡөрьәндә - намаҙ тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

« ... намаҙҙарығыҙҙы ашыҡмайса, шарттарын еткереп үтәгеҙ! Дөрөҫлөктә намаҙ ваҡыты билдәләнгән фарыз ғәмәл итеп йөкләтелде
»


« Аллаһаны тәсбих итегеҙ һеҙ аҡшамға кергәндә һәм таң атып килгәндә. Бар маҡтауҙар Уғалыр, күктәрҙә лә, ерҙә лә, өйлә ваҡытында ла, икенде кергәндә лә
»
Мулдаҡай ауылы башҡорттары ауыл ситендә өйлә намаҙына килгән. Максим Дмитриев фотоһы. 1890

Намаҙ ваҡыттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Иртәнге намаҙ(сабах, фәжер) — таң атҡандан алып, ҡояш ҡалҡа башлағанға тиклем дауам итә. Ул ике рәҡәғәт сөннәт, ике рәҡәғәт фарыз итеп уҡыла.
  • Өйлә намаҙы (зуһр) — зәүәлдән(зенит) башлап, икенде ваҡытына тиклем. Ул 4 рәҡәғәт сөннәт, 4 рәҡәғәт фарыз, ике рәҡәғәт сөннәт итеп уҡыла.
  • Икенде намаҙы(ғәсер) — һәр нәмәнең күләгәһе үҙенән ике тапҡыр оҙонайғандан алып, ҡояш байый башлағанға тиклем дауам итә. Ул 4 рәҡәғәт фарыз.
  • Аҡшам намаҙы (мәғриб)— ҡояш байығандан һуң, киске шәфәҡ ҡыҙыллығы бөткәнгә тиклем. Ул 3 рәҡәғәт фарыз, ике рәҡәғәт сөннәттән тора.
  • Йәстү намаҙы (ғишә)— киске шәфәҡ ҡыҙыллығы бөткәндән алып иртәнге намаҙға хәтле дауам итә[1]. 4 рәҡәғәт фарыз, 2 рәҡәғәт сөннәт. Аҙаҡтан 3 рәҡәғәт витр-важиб ҡушып уҡыла.

Намаҙ уҡыу тыйылған ваҡыттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1 – Ҡояш ҡалҡҡанда. Әгәр иртәнге намаҙ ваҡытында ҡояш ҡалҡа башлаһа – намаҙ боҙола.

2 – Зәүүәл ваҡыты. Өйлә намаҙы башланыр алдынан 45 минут алда.

3 – Ҡояш байығанда. Аҡшам намаҙына әйтеләсәк аҙан алдынан 45 минут алда. Әгәр өлгөрмәй ҡалһаң, ҡояш байығанда икенде намаҙының фарызын ғына уҡырға мөмкин.[2]

Уҡыласаҡ намаҙҙы ниәтләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Намаҙ уҡыр алдынан. уҡыласаҡ намаҙҙы күңел менән ниәтләү фарыз, тел менән ниәтләү мөхтәсәб. Имамға ойоған кеше лә ойоуҙы ниәтләргә тейеш. Биш намаҙға ла ошо рәүештә ниәт ҡылына:

"Әғүүҙү билләәһи минәш шәйтаанир ражим. Бисмилләәһир рахмәәнир рахим" тип намаҙлыҡҡа баҫабыҙ, өс тапҡыр Әстәғифируллааһ тип әйтеп үәәәә әтүүбү иләйһи, тип тәүбә итәбеҙ. Күңелдән ниәт ҡылына:"Бисмилләәһир ирахмәнир рахим. Иләһи,бер Үҙеңдең ризалығың өсөн(ниндәй) намаҙҙың(нисә) рәҡәғәт (фарызын йәки сөннәтен) уҡырға ниәт ҡылдым,(имамға ойоп уҡыһа, ошо урында, ойоном ошо имамға тип әйтелә) йөҙөмдө йүнәлдерҙем ҡибла тарафына, хаалисан лилләәһи тәғәәләә, -тип әйтәбеҙ. Намаҙға баҫҡас, бары тик сәждәгә барасаҡ урынға ғына ҡарап торабыҙ.

Ифтитах (үәжәхтү) доғаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ифтитах (үәжәхтү) доғаһы намаҙға баҫып, ниәт иткәс, "Әғүҙү" тип әйткәнгә тиклем ("Фатиха" сүрәһенә тиклем) уҡыла. Ул сөннәт ғәмәл, йыназа намаҙҙа ғына уҡылмай.

Ифтитах доғаһы

وجهت وجهي للذي فطر السماوات والأرض حنيفاً مسلما وما أنا من المشركين إن صلاتي ونسكي ومحياي ومماتي لله رب العالمين لا شريك له وبذلك أمرت وأنا من المسلمين

Үәжәхтү үәжхиә лилләҙи фәт’әрә ссәмәүәти үәл арҙа хәнифән мүслимән үә мә әнә минәл мүшрикин(ә). Иннә сәләти үә нүсүки үә мәхйәйә үә мәмәти лилләһи раббил ғәләмин. Лә шәрикә лаһу үә би ҙәликә үмирту үә әнә минәл мүслимин(ә)» [3].

Тәслим[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәслим - намаҙҙы тамамлау ҡағиҙәһе. Ғәҙәти вариант — һуңғы рәҡәғәттә тәшәһһүд - әттәхиәт һәм салауаттарҙы әйтеп бөтөргәс, башты уңға бороп "әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһ" тип сәләм бирәләр, шунан башты һулға бороп, шулай уҡ сәләмләйҙәр.Ошонан һуң намаҙ тамамланған һанала.

Рәтибәт намаҙҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәтибәт намаҙҙар— биш ваҡытта уҡыла торған фарыз намаҙҙарҙан тыш уҡыла торған намаҙҙарҙы шулай атайҙар. Башҡорт телендә телендәге атамаһы - сөннәт намаҙҙар.

Сөннәт намаҙҙар иртәнге намаҙҙа ике, өйлә намаҙында алты (дүрт һәм ике), аҡшам намаҙында ике, йәстү намаҙында ике рәҡәғәт уҡыла. Иртәнге намаҙҙың сөннәте фарызынан элек, өйлә намаҙының дүрт рәҡәғәт сөннәте фарызынан элек һәм ике рәҡәғәте фарызынан һуң, аҡшам һәм йәстү намаҙҙарының сөннәттәре фарыздарынан һуң уҡыла. Икенде намаҙы фарыз ғына булып, сөннәте юҡ. Ҡалған намаҙҙарҙың фарыздары ла, сөннәттәре лә бар.

Иртәнге намаҙ фарыз һәм сөннәте менән дүрт рәҡәғәт, өйлә намаҙы ун рәҡәғәт, аҡшам намаҙы - биш рәҡәғәт, йәстү намаҙы алты рәҡәғәт килеп сыға [3]


Йәмәғәт намаҙы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

НамаҙБангладеш

Йәмәғәт тип аталыусылар:

  • мәсеттә имам артына тороп намаҙ уҡыған һәммәһе;
  • ниндәйҙер бинала, бүлмәлә үҙҙәре имам итеп күрһәтеп, артына баҫып намаҙ уҡыусылар

Әгәр намаҙға баҫыусылар араһында ир-ат юҡ икән, ҡатын-ҡыҙ имам итеп һайлана.

Әгәр ир-ат имам янында үҙ ҡатыны була икән, ул намаҙын имам артына баҫып уҡый. Әгәр ирҙәр булмай ҡатындар ғына имамға ойоп уҡыйҙар икән, нисә ҡатын-ҡыҙ булыуына ҡарамаҫтан, имам артынан беренсе рәттә түгел, икенсе рәткә тороп уҡыйҙар. Әгәр бер ир генә эйәреп уҡыһа, ул имам артына баҫмай, ә уң яғынан арттараҡ баҫып уҡый.

Йәмәғәт намаҙы яңғыҙ уҡығандан өҫтөнөрәк һанала.

Хәҙистән: «Йәмәғәт намаҙы яңғыҙ уҡығанда егерме ете тапҡырға артыҡ». ( Сәхих әл-Бохари», №368).

Ҡәсер (ҡыҫҡартылған) намаҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡәсер намаҙ (ғәр. قصر الصلاة‎ — ҡыҫҡартылған намаҙ) — мосафирҙар өсөн ике намаҙҙы ҡушып уҡыу. Ҡәсер намаҙы тәүгеһенең ваҡыты сығып барған, ә икенсеһенең ваҡыты инеп барған ваҡытта уҡыла. Мосафир был ваҡытта юлда китеп барған булһа, икенсе намаҙҙың ваҡыты ингәндә туҡтап, ике намаҙҙы ҡушып уҡый (жәмү таһир)[4].

Яңғыҙ (үҙ аллы) намаҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Намаҙҙа сәждә

Яңғыҙ намаҙҙы ир-ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа уҡый ала. Сөннәт намаҙҙарҙың барыһы ла тиерлек үҙ аллы уҡыла. Фарыз намаҙҙарҙы йәмәғәт менән уҡыу мөмкин булмағанда яңғыҙ уҡыла. Йәмәғәт менән намаҙ уҡымаҫҡа рөхсәт биргән осраҡтар:

  • 1. Тәһәрәт йә ғөсөл урынына тәйәммүм генә ҡылырлыҡ сирҙәр булғанда
  • 2. Паралич (фалиж); кеше ярҙамы менән генә йөрөй алырлыҡ ҡартлыҡ; һуҡырлыҡ; ғүмергә ҡурҡыныс янау.
  • 3. Көслө яуын, үтеп булмаҫлыҡ бысраҡ юл, ҡаты һыуыҡ һәм ныҡ ҡараңғылыҡ
  • 4. Яңғыҙ ҡалдырып булмаҫлыҡ ауырыуҙы ҡарау
  • 5. Юлға сығырға тороу.
  • 6. Дин ғилемен өйрәнеү йәки дини китап яҙыу.

Былар йәмәғәт намаҙында ҡатнашмаҫҡа рөхсәт итә, әммә бушай алмау арҡаһында ҡатнашмау дөрөҫ түгел. [4]

Намаҙҙың 12 фарызы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

(намаҙ эсендә – 6, намаҙҙан тыш – 6)

Намаҙ шарттары (намаҙҙан тыш фарыздар)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1 – Хәдәстән таҙарыныу: тәһәрәт, ғөсөл һәм тәйәммүм яр-ҙамында рухи бысраҡлыҡтан таҙарыныу.

2 – Нәжестән таҙарыныу: тәнде, кейемде, намаҙ уҡый торған урынды физик бысраҡлыҡтан таҙартыу.

3 – Ғәүрәт: тәндең тыйылған ерҙәрен кейем менән ҡаплау. Ирҙәрҙең кендектән алып тубыҡтың аҫҡы өлөшөнә ҡәҙәр, ҡатындарҙың бөтөн тәне, бите, ҡул һәм аяҡ остарынан башҡа.

4 – Истиҡбали-Ҡибла – Ҡибла тарафынан йүнәлгән булыу.

5 – Ваҡыт – һәр намаҙҙы үҙ ваҡытында уҡыу.

6 – Ниәт – намаҙ уҡырға эстән ниәтләнеү.

намаҙ рөҡөндәре (намаҙ эсендәге фарыздар)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1 – Тәкбир: намаҙҙы тәкбирҙән башлау. Мәҫәлән: «Аллаһу әкбәр».

2 – Ҡыям: намаҙҙы баҫып торған килеш уҡыу.

3 – Ҡыраат – намаҙҙа Изге Ҡөрьәнде уҡыу.

4 – Рөҡуғ: билдән эйелеп тороу.

5 – Сәждә: ергә маңлайҙы, ҡул һәм тубыҡтарҙы тейгеҙгәнсе эйелеү.

6 – Ҡаҙаи-Әхирә: намаҙ һуңында «Әт-Тәхиәт»те уҡығанда ултырыу.


Башҡортостанда намаҙ ваҡыты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанда өйләнән башҡа намаҙ ваҡыты көн оҙонлоғона ла, кеше йәшәгән урындарҙың географик урынлашыуына ла бәйле. Мосолмандар намаҙҙарын һуңлатмаһын өсөн Диниә назараттары махсус календарҙар сығара, сайттарҙа хәбәр итә. Һәр район өсөн ваҡытты мәғлүм иткән сайттар бар [5]


Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Время намаза в Республике Башкортостан [5] 2020 йыл 6 август архивланған.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Что такое ракаат (ракат), такбир, руку, саджда, ташаххуд, таслим в намазе[6]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://www.fondihlas.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=118&Itemid=136 2013 йыл 1 февраль архивланған.
  2. Асым Уйсал, ҒӨСӨЛ, ТӘҺӘРӘТ ҺӘМ НАМАҘҒА ӨЙРӘНӘМ, Икенсе баҫма, Фәнирә Ғайсина тәржемәһе, «САД» нәшриәт төркөмө, Мәскәү, 2010 йыл, 80 бит.
  3. Ратибат-намазы по ханафитскому мазхабу [1].
  4. Объединение молитв, его виды и степени. 2015 йыл 18 май архивланған.
  5. [2] 2020 йыл 6 август архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Асым Уйсал, ҒӨСӨЛ, ТӘҺӘРӘТ ҺӘМ НАМАҘҒА ӨЙРӘНӘМ, Икенсе баҫма, Фәнирә Ғайсина тәржемәһе, «САД» нәшриәт төркөмө, Мәскәү, 2010 йыл, 80 бит.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]