Нуриман районы
| Нуриман районы урыҫ. Нуримановский район |
|
|---|---|
| Ил | Рәсәй |
| Статус | Муниципаль район |
| Төбәк | Башҡортостан |
| Эске бүленеш | 12 ауыл биләмәһе |
| Административ үҙәге | Ҡыҙылъяр ауылы |
| Халыҡ һаны | 31247 кеше |
| Халыҡ тығыҙлығы | 8.1 |
| Майҙаны | 2634 км² |
| Сәғәт бүлкәте | MSK +2 |
| Автомобиль коды | 02, 102 |
Нуриман районы (урыҫ. Нуримановский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Ҡариҙел йылғаһының һул яҡ яры буйлап түбәнге ағымында урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығышта Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылдың августында Иҫке Күл районы булып ойошторолған, 1933 йылдан хәҙерге исеме бирелә. Район үҙәге — Ҡыҙылъяр ауылы, Өфөнән — 100 км, иң яҡын тимер юл станцияһы Иглиндән 40 км алыҫлыҡта ята.
Халыҡ һаны 2010 йылда 21,5 мең кеше (1970 — 34,3 мең; 1979 — 28,1 мең; 1989 — 22,9 мең; 1995 — 22,4 мең).
Районда 2 ҡасаба — Ҡыҙыл Шишмә (3,1 мең кеше), Павловка (1989 — 3,9 мең кеше) һәм 50 ауыл бар. Күпселек татарҙар, башҡорттар, урыҫтар, мариҙар тәшкил итә.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Географияһы
Территорияһы төньяҡта Өфө яйлаһында, ә көньяҡта Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Территоряһының 78% урман биләй. Ҡариҙел йылғаһы үҙенең ҡушылдыҡтары менән гидрографик селтәрҙе барлыҡҡа килтерә.
Тупрағы: һоро урман, аҡһыл һоро, ҡара һоро урман, кәҫле-көлһыу. Тәбиғәт ҡомартҡылары: һыу сәтләүеге үҫкән Упҡанлы күл; Ҡыҙыл Шишмә карст сығанағы; Саруа күл шишмәһе. Районда аҡ шыршы, ҡарағай, ҡайын, йүкә, имән һәм уҫаҡ урмандары үҫә.
Доломит (Ильин), эзбизташ (Ҡыҙыл шишмә), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Ҡыҙылъяр, Түбәнге Ахлыстин), кирбес балсығы (Ҡыҙылъяр) ятҡылыҡтары табылған.
[үҙгәртергә] Иҡтисад
Нуриман — урман сәнәғәте һәм ауыл хужалығы районы. 205,5 мең га ере урман менән ҡапланған. Ағас әҙерләүселәр: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Нуриман урман хужалығы, хужалыҡ-ара урман хужалығы, “Башлеспром”дың Яманйылға урман сәнәғәте хужалығы (Ҡыҙыл Шишмәҡас.), Саруа ағас әҙерләү бүлексәһе (“Башнефть” АНК) һ.б. Ҡариҙел йылғаһында Павловка ГЭСы, Ҡыҙылъярҙа — РТП һәм май заводы эшләй.
44,6 мең га (район территоряһының 16,9%) ауыл хужалығы ерҙәре биләй, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 27,8 мең, сабынлыҡтар — 6,8 мең, көтөүлектәр 10,0 мең га. Районда эре панелле йорттар төҙөү тресының ярҙамсы хужалығы (Өфө ҡалаһы) бар. Төп тармаҡтары — һөт-ит йүнәлешендәге мал үрсетеү, сусҡасылыҡ, игенселек, картуф үҫтереү. Умартасылыҡ үҫешкән.
[үҙгәртергә] Транспорт
Район терр. аша Иглин — Ҡыҙылъяр — Павловка автомобиль юлы үтә. Ҡыҙылъяр ауылы, Ҡыҙыл Шишмә һәм Павловка ҡасабаларында пристандәр урынлашҡан.
[үҙгәртергә] Социаль-мәҙәни өлкә
Районда 35 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 12 урта; музыка мәктәбе (Ҡыҙылъяр ауылы), лицей һәм ПУ (Павловка ҡасаба), Б.Й.Нуриманов музейы (Яңы Күл ауылы), 25 дөйөм китапхана, 33 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 3 участка дауаханаһы бар.
Районда рус телендә “Красный ключ” гәзите сыға.
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.
- * Официальный сайт Муниципального района Нуримановский район Республики Башкортостан
| Башҡортостан райондары |
| Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл |