Ожмах

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ислам

Ислам тарихы

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Ислам шарттары

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәҡәт
Хаж

Мөһим шәхестәр

Мөхәммәд
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Йәннәт-ожмах йорто. Зиннәтле һарайҙар, емешле баҡсалар менән тулы. Һәр ерендә шәрбәтле һыулы шишмәләр ағып торалыр.Унда әҙерләнгән хөрмәт һәм ниғмәттәрҙе яҙып бөтөрөү мөмкин түгел. Унда эләккән изге кешеләр донъяла һис кемдең күрмәгән, ҡолағы ишетмәгән ләззәтле ниғмәттәр һәм хөрмәт менән ҡылынасаҡтар.

Ожмах- мәңгелек йорт. Унда кешеләр һис үләсәк түгел. Һәр береһе ҡайғы, ауырыу, хәсрәт, һыҙланыу,уңайһыҙлыҡтар, күңелһеҙлектәр кеүек хәләлдәрҙән даимән әмин буласаҡтар.

Ожмахҡа кергән кешеләр бар заманда Аллаһы тәғәләнең нурын күрәсәктәр.