Октябрьский (ҡала, Башҡортостан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡала
Октябрьский
Октябрьский
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил Рәсәй
Федерация субъекты Башҡортостан
Ҡала округы Октябрьский
Координаталары Координаталары: 54°29′00″ т. к. 53°29′00″ кс. о. / 54.483333° т. к. 53.483333° кс. о. (G) (O) (Я)54°29′00″ т. к. 53°29′00″ кс. о. / 54.483333° т. к. 53.483333° кс. о. (G) (O) (Я)
Глава Сергей Александрович Молчанов
Нигеҙләнгән 1946
Беренсе мәртәбә телгә алынған 1946
Элекке исеме Нарышев, Социалистик ҡала (Соцгород) (1946 йылға тиклем)
Майҙаны 98,83[1] км²
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 140 м
Халҡы 109 474 кеше (2010)
Тығыҙлығы 1 110 кеше/км²
Милли составы урыҫтар, татарҙар, башҡорттар
Этнохороним октябрлылар
Сәғәт бүлкәте UTC+6
Телефон коды +7 34767
Почта индексы 452600-452616
Автомобиль коды 02, 102
Код ОКАТО 80 435
Рәсми сайты сайт http://oktadm.ru/
Октябрьский (ҡала, Башҡортостан) (Рәсәй)
Октябрьский
Октябрьский (ҡала, Башҡортостан) (Башҡортостан Республикаһы)
Октябрьский


Октя́брьскийБашҡортостан ҡарамағындағы ҡала, ҙурлығы буйынса республикала 5-се урында. Өфө ҡалаһынан 188 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 38,83 кв.км.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) х х х х х
1920 йыл 26 август х х х х х
1926 йыл 17 декабрь х х х х х
1939 йыл 17 ғинуар 1239 626 613 50,5 49,5
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 104536 49849 54687 47,7% 52,3%
2002 йыл 9 октябрь 108647 50213 58434 46,2% 53,8%
2010 йыл 14 октябрь 109474 51129 58345 46,7% 53,3%

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегәнә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәген урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.

  • 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
Был белешмә китабынан алып еңеләйтелгән таблица эшләнде һәм ҡулланыуға сығарыла. Унда шулай уҡ ир-егеттрәҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың өлөшө иҫәпләнгән. Таблицаны PDF йәки Exsel форматында алып була
1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.

Географик урыны[үҙгәртергә]

Октябрьский ҡалаһы Урал буйы зоныһында, Ыҡ йылғаһының уң яҡ ярында, Татарстан республикаһының сигендә урынлашҡан. Ҡала янынан Ҡалып:Табличка-ru (Мәскәү-Силәбе) федераль трассаһы үтә.

Октябрьский автовокзалы

Иҡтисады[үҙгәртергә]

Ҡаланың иҡтисади нигеҙе — машиналар эшләү һәм яғыулыҡ сәнәғәте. Октябрьский электр бүлеү селтәрҙәре, «“Башнефть” АНК» ААЙ “Башнефть—Добыча” ЯСЙ‑ның “Туймазанефть” НГДУ‑һы, “Ойл‑сервис” ЯСЙ, “Автоприбор” сәнәғәт компанияһы ЯСЙ, Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ институты, “ОЗНА”, “ОЗНА—үлсәү системалары” ЯАЙ, Октябрьский нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, “Пакер” ғилми‑производство фирмаһы ЯСЙ (металл изделиелар етештереү), “Стронег”, “Башнефтегазпроект”, “Европласт”, “Төҙөлөш материалдары”, “Тимер‑бетон”, “Башҡорт фарфоры”, “Октябрьский икмәге” ЯСЙ‑лары, “Алтын мөгөҙ” ит комбитаты һ.б. эшләй. Ҡала аша Куйбышев тмиер юлы (Урыссу—Октябрьский тармағы), Һамар—Өфө—Силәбе, Октябрьский—Йәрмәкәй автомобиль юлдары үтә. Туймазы‑Октябрьский сәнәғәт узелына инә.

Уҡыу йорттары[үҙгәртергә]

Ҡалала Нефть техник университеты, Иҡтисад һәм сервис университеты филиалдары, Октябрьский коммуналь‑төҙөлөш техникумы, Октябрьский нефть колледжы, Октябрьский музыка колледжы, иҡт. техникумы, 3 һөнәрселек лицейы, ПУ, 19 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 15‑е урта мәктәп, 4 гимназия, махсус коррекция мәктәбе, 29 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, хореография, һынлы сәнғәт мәктәптәре, 2 балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы,4 ДЮСШ;

Дауаханалар[үҙгәртергә]

Ҡала дауаханаһы, туберкулёзға ҡаршы диспансер;

Башҡа учрежениелары[үҙгәртергә]

Йәштәр һарайы, 11 китапхана, Октябрьский музейы, Спорт һарайы, стадион , “Спартак” спорт‑һауыҡтырыу комплексы; 4 мәсет, сиркәү бар. “Октябрьский нефтяник” һәм “Тыуған яҡ” (татар телендә) гәзиттәре сыға.

Тарихы[үҙгәртергә]

1937 йыл Туймазы нефть ятҡылығын үҙләштергәндән һуң Соцгород ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1940 йылдан алып эшселәр ҡасабаһы, 1942 йылдан башлап хәҙерге исемен йөрөтә, 1946 йылда хәҙерге статусын ала, ҡала эсенә Мулла, Мәскәү, Нарыш, Төрөкмән, Үрге Зәйет ауылдары ингән. Ҡалала 2 мәҙәни мираҫ объекты бар: Гагарин Ю.А. исемендәге мәҙәниәт, фән һәм техника йорто (1953), “Һалдат уйҙары” һәйкәле (1970).

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. БД ПМО Республики Башкортостан. Город Октябрьский

Ҡалып:Яҙылып бөтмәгән мәҡәлә