Орлоҡ ҡуңыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Орлоҡ ҡуңыҙы
Bruchus pisorum01.jpg
Bruchus pisorum
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Bruchidae Latreille, 1802

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   678800
NCBI   64387

Орлоҡ ҡуңыҙы (лат. Bruchidae Latreille, 1802; =Lariidae) — ҡаты ҡанатлылар (Coleoptera) ғаиләһендәге ҡуңыҙ; төньяҡ һалҡын илдәрҙән башҡа бөтә илдәрҙә осрай торған, ҡорттары ҡуҙаҡлы үҫемлектәрҙең ҡоротҡосо булған ваҡ ҡуңыҙҙар [1].

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Оҙонса, күкрәгенә табан йүнәлгән, башлы өҫкө кат ҡанаттары ҡыҫкараҡ түңәрәк ваҡ ҡуңыҙҙар. Личинкалары күбеһенсә ҡуҙаҡлы үҫемлек орлоҡтарында йәшәй. Донъя фаунаһында 1200-ләп, Рәсәй территорияһындә 100 -ҙән артыҡ төрө билдәле. Ҡуҙаҡлы культураларга бик ныҡ зыян килтереүсе борсаҡ ҡуңгыҙы (Bruchus pisorum) киң таралган (борсаҡты зарарлай). Орлоҡ ҡуңыҙҙары 4,5-5 мм оҙонлоҡта, ҡара төҫтә, һары һәм аҡ төксәле. Өҫкө ҡанаттарын артҡы яҡ өлөшөндә айырым тимгеләргә бүленгән аҡ төксәле ҡыйғас таҫмаһы бар; өҫкө ҡат ҡанат осонда ҡараһыу төҫтәге фонда кескенә генә 2-3 аҡһыл табы бар. Ҙур ҡуңыҙҙар сәскнең һеркәһе һ.б. өлөштәре менән туйына һәм уңышҡа зыян килтермәй. Инә ҡуңыҙ ҡамсыһыман 2 үҫентеле, 0,8 мм самаһы оҙонлоҡтағы, һары төҫтәге оҙонса түңәрәк күкәй һала. Личинкаһы 5-6 мм оҙонлоҡта, акһыл һары төҫтә, кескенә, эскә батҡан башы кәүҙәһенең ҡалынайған күкрәк өлөшөндә. Ҡаҙналыҡтары ҡыҙғылт көрән төҫтә, кәүҙәһе шәрә, фәҡәт күкрәгенең аҫкы өлөшө ҡыҫҡа төк менән ҡапланған.

Зарары[үҙгәртергә]

Ҡуңыҙҙар һалам эҫкерттәрендә, үҫемлек ҡалдыҡтары араһында, ағас ҡайырҙары аҫтында, ашлыҡ амбарҙарында, борсаҡ өйөмдәрендә ҡышлай. Борсаҡ ҡуңыҙы орлоҡто боҙа: үҫеш дәүерендә личинка орлыктың туҡлыклы өлөшөн, йәғни эсен ашап бөтөрә, орлоҡ шытыу һәләтен юғалта, бынан тыш, личинка экскременттарында кеше һәм хайуандар сәламәтлегенә зыян килтерә торған алкалоид контаридин бар, шуға күрә зарарланған орлоҡто аҙык булараҡ ҡулланырға ла, хайуандарға ашатырға ла ярамай.

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)