Оҙон-оҙаҡ бала саҡ (фильм)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оҙон-оҙаҡ бала саҡ
Оҙон-оҙаҡ бала саҡ
Постер фильма
Жанр

драма

Режиссёр

Булат Йосопов

Продюсер

Рәйес Исмәғилев

Сценарий
авторы

Мәғәфүр Тимербулатов
Булат Йосопов

Оператор

Анатолий Лесников

Композитор

Урал Иҙелбаев

Кинокомпания

«Башҡортостан» киностудияһы

Оҙайлығы

110 мин.

Бюджет

15 млн. һум

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Йыл

2005

IMDb

3784122

Оҙон-оҙаҡ бала саҡМостай Кәримдең ошо исемдәге повесы буйынса төшөрөлгән нәфис фильм (режиссёры Булат Йосопов). Фильмда халыҡ шағирының һуғышҡа тиклемге бала сағы һәм үҫмер йылдары һүрәтләнә.

Фильм Башҡортостандың Баймаҡ районы Байыш ауылында төшөрөлә. Күмәк күренештәрҙә ауыл кешеләре ҡатнаша. Ҡайһы бер күренештәр өсөн Белорет ҡалаһынан һуғышҡа ҡәҙәр сығарылған «ГАЗ-М 1» автомобиле килтерелә.

Һуғышҡа ҡағылған күренештәр Алкино полигонында төшөрөлә.

Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фильмдың төп геройы — Кендек. Ул башҡорт ауылынан, бала сағы XX быуаттың 20-се йылдарында үткән ябай ауыл малайы. Картинала уның балалыҡ донъяһы ентекләп күрһәтелә: ғаилә яҙмышы, ауыл тормошо, шул дәүерҙәге башҡорт халҡының йолалары, ауыр ваҡыттарҙа йәшәгән кеше яҙмыштары.

Төп герой артабан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Дөйөм алғанда, фильм Кендектең яҙыусы булып китеүен, ауыр һәм ҡатмарлы заманда холоҡ— фиғылының үҫешен, тыуған халҡына тоғро булып ҡалыуын матур сағылдыра.

Ижад тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кинорежиссёр Булат Йосопов башҡорт классигы әҫәрен экранлаштырыу тураһында 1996 йылда уҡ хыяллана башлай. Матди ҡыйынлыҡтар сығып тороу сәбәпле, төшөрөү бер нисә тапҡыр өҙөлөү сигенә етә. 2003 йылда ул, сценарийҙы ярайһы ғына ҡыҫҡартып, фильм төшөрөү эшен уңышлы тамамлай.

Фильм 2006 йылда Ҡазан ҡалаһында үткән «Алтын мөнбәр» халыҡ-ара мосолман кинофестивалендә ҡатнаша.

Фильм төшөрөү ваҡытында

Ҡатнашалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Актерҙар: Айҙар Закирйәнов, Илмир Иҙрисов, Егор Сурганов, Вакилә Ҡалмантаева, Фанзил Мөхәмәтдинов, Рушанна Бабич, Нәғим Нурғәлин, Рәсүл Ҡарабулатов, Ләйсән Аҡназарова, Гөлшат Ғайсина, Сара Буранбаева, Илсур Хәбиров, Диана Кулик, Вәкил Йосопов, Азамат Әбузаров.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]