Пабло Пикассо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Пабло Пикассо
Pablo Picasso

Picasso Signatur-DuMont 1977.svg
Тыуған ваҡыттағы исеме:

Пабло Диего Хосе Франсиско де Паула Хуан Непомусено Мария де лос Ремедиос Сиприано де ла Сантисима Тринидад Мартир Патрисио Руис и Пикассо

Тыуыу датаһы:

25 октябрь 1881(1881-10-25)

Тыуыу урыны:

Малага

Вафат булыу датаһы:

8 апрель 1973(1973-04-08)

Вафат булыу урыны:

Мужен

Гражданлығы:

Испания Испания

Жанр:

рәссам, скульптор, график, керамист һәм дизайнер

Уҡыу:

Королевская академия изящных искусств Сан-Фернандо в Мадридта (1 йыл)

Стиль:

кубизм, сюрреализм, постимпрессионизм

Билдәле эштәре:

Авиньонск ҡыҙҙары , Герника, Шарҙағы ҡыҙыҡай, Шәрә ҡыҙ, йәшел япраҡ һәм бюст

Наградалары:

Международная Ленинская премия «За укрепление мира между народами» — 1962

Па́бло Дие́го Хосе́ Франси́ско де Па́ула Хуа́н Непомусе́но Мари́я де лос Реме́диос Сиприа́но де ла Санти́сима Тринида́д Мáртир Патри́сио Руи́с һәм Пика́ссо (шулай уҡ ҡабуд ителгән Пикассо́[1][2], исп. Pablo Diego José Francisco de Paula Juan Nepomuceno María de los Remedios Cipriano de la Santísima Trinidad Mártir Patricio Ruiz y Picasso; 25 октябрь 1881, Мáлага, Испания — 8 апрель 1973, Мужен, Франция) — испан рәссамы, скульптор, график, керамист һәм дизайнер.

Жорж Брак һәм Хуан Грис) менән берлектә кубизмға нигеҙ һалуысы. Өс яҫылыҡтағы кәүҙә оргиналь манерала бер яҫылыҡҡа индереп берләштереп төшөрөлгән. Пикассо график, скульптор, керамист һәм башҡа тармаҡтарҙа эш алып барған. Бик күп ҡабатлаусылар йәлеп итеп ул XX быуатта һынлы сәнғәттең үҫешенә һиҙелерлек ыңғай тәьҫир итә. Хәҙерге сәнғәт музейы баһаларына таянып (Нью-Йорк) әйткәндә, Пикассо 20 мең эш эшләгән.[3].


2008 йыл эксперттар Пикассоны иң ҡиммәт рәссам тип атанылар. Уның эштәрен һатыуҙан 262 млн долл табыш алынған [4]. 2010 йылдың 4 майында «Шәрә ҡыҙ, йәшел япраҡтар һәм бюст картинаһы 106 482 000 долларға һатылып, донъяла бар дәүерҙә һатылған эштәр араһында иң ҡиммәте була һәм рекорд ҡуя.[5].

2009 йыл The Times гәзите үҙенең уҡыусылары араһында һорау алыу ойоштора, уның һөҙөмтәләре буйынса, Пикассо һуңғы 100 йыл эсендәге иң һәйбәт рәссам тип билдәләнә. Сөнки, уның полотналарын урлау буйынса ла "популярлыҡ" буйынса беренсе урында тора. [6].


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Валгина Н. С. Активные процессы в области ударения. Активные процессы в современном русском языке. Институт открытого образования Московского государственного университета печати (03.04.2002). Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 август 2011. 3 апрель 2011 тикшерелгән.
  2. Грамота.ру, ударение в фамилии
  3. Дьяконов В. Электрик собрал 271 картину Пабло Пикассо // Ъ-Online. — 2010. — 29 ноября.
  4. Названы самые дорогие художники 2008 года — bigmir)net
  5. Картина Пикассо установила очередной рекорд стоимости
  6. Составлен рейтинг лучших в мире художников — bigmir)net