Паровоз (балалар уйыны)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Паровоз уйыны
Уйынсылар һаны
күп
Уйнау урыны
ялан
Физик активлыҡ
уртаса

Паровоз — балалар уйыны.

Әҙерлек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балалар ишләшеп ике тигеҙ төркөмгә бүленә. Һыҙыҡ һыҙыла. Беренсе яҡ һыҙыҡтың бирге яғына, икенсе төркөм –аръяғына баҫа.

Уйындың аңлатмаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һыҙыҡ өҫтөндә ҡапма-ҡаршы ике башлыҡ тора. Улар бер-береһенең ҡулын ныҡ итеп тоталар, ә иптәштәре улар артынан теҙелешә. Сигнал булыу менән һәр ике төркөмдөң уйынсылары, бер-береһенең биленән тотошоп, һыҙыҡ аша тартыша башлай. Ҡайһы яҡ ҡаршы төркөмдө үҙ яғына һөйрәп сығара, шул яҡ еңеүсе була.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • И.Ғ. Ғәләүетдинов. Башҡорт халыҡ балалар уйындары. – Өфө : Китап, 2002 й. ISBN 5-295-02840-2
  • Башҡорт халыҡ уйындары / [төҙ. Г. Р. Хөсәйенова]. – Өфө : Ғилем, 2006 q. – 72 б. ; 20 см. – 200 д. – ISBN 5-7501-0628-4.
  • Т.Х.Аслаев. Ы.Ә. Исламғолова. Уйнат, уйлат баланы. Өфө 1987 й.
  • Балалар фолклоры. Беренсе китап. 1994 йыл. Өфө. ISBN 5-295-01280-8.
  • Балалар фолклоры. Икенсе китап. 1994 йыл. Өфө. ISBN 5-295-01534-3