Польша мәҙәни-ағартыу үҙәге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостанда Рольша мәҙәниәте көндәре

Башҡортостан Республикаһының Польша мәҙәни-ағартыу үҙәгеБашҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Польша Илселеге тарафынан 1997 йылдың 3 апрелендә барлыҡҡа килгән мәҙәни үҙәк. Башҡортостанда поляк мәҙәниәтен тергеҙеү һәм һаҡлап ҡалыу буйынса ҙур эш башҡарыла: Поляк мәҙәни-ағартыу үҙәге ағзалары көсө менән Өфөлә Альберт Пенькевич исемендәге милли поляк йәкшәмбе халыҡ мәктәбе эшләй. Мәктәптә поляк теле һәм әҙәбиәте, поляк бейеүҙәре һәм йырҙары, поляк халҡының музыка һәм һүрәт төшөрөү сәнғәте тарихы, биҙәү — ғәмәли сәнғәте, дизайн өйрәтелә. Мәктәптә йөҙләп кеше белем ала. Йәйге каникул көндәрендә йәкшәмбе мәктәбендә уҡыусы балалар Польшала ял итә. Был ял Польша Республикаһы иҫәбенә ойошторола.

Мәҙәни үҙәк поляк милли йәкшәмбе мәктәбе уҡыусылары һәм педагогтары йыл һайын Башҡортостанда үткәрелгән Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәрендә әүҙем ҡатнаша. Байрамда ҡатнашыусылар поляк халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен, уйындарын, кухняһын, кәсептәрен күрһәтеп кенә ҡалмай, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың милли традициялары һәм үҙенсәлектәре менән дә таныша.

Башҡортостанда поляк диаспораһы тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанға поляктар XVII быуатта күсеп килә. Ҡатнаш никахтар һәм католиктарҙың православие диненә күсеүе һөҙөмтәһендә шляхта урыҫ халҡы менән тығыҙ бәйләнешкә инә, әммә, фамилиялар буйынса фекер йөрөткәндә, Уралда әле лә уның быуындарын дауам итеүселәр бар.

Шулай уҡ XVIII быуатта һөргөнгә ебәрелгән поляктар башҡорт ерҙәрендә тороп ҡала.

Диаспораға поляктарҙың күп һанда килеп ҡушылыуы XIX быуатҡа тура килә: уларҙы башлыса хәрби тотҡон поляктар — 1812 йылғы Ватан һуғышында Наполеон яғында көрәшеүселәр, 1820 — 1860 йылдарҙағы Польша милли- азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашып һөргөнгә оҙатылыусылар тәшкил итә. Бынан тыш, Көньяҡ Уралға күп һанда ирекле күсеп килеүселәр — интеллигенция, инженер- техник һәм хужалыҡ кадрҙары ла етерлек була. Бының сәбәптәренең береһе — урындағы халыҡ араһында белгестәр етешмәүе, эҙемтә булараҡ — яҡшы эш хаҡы алыу мөмкинселеге.

XIX быуат аҙағы — XX быуат башында Өфө губернаһына бер нисә ауыл булып берләшкән поляк крәҫтиәндәре күсеп килә. Уларҙың күбеһе Өфө өйәҙендә йәшәргә ҡала. Беренсе донъя һуғышы башланғас Өфө губернаһына ҡасҡындар һәм хәрби тотҡондар күпләп ағыла башлай, шулай итеп , урындағы колония һиҙелерлек тулылана.

Поляк халҡы өсөн ассимиляция процесы оҙаҡҡа һуҙылмай, сөнки халҡтың күпселеге ҡала һәм ауылдарҙа сит телдәр солғанышында йәшәй һәм айырым төркөмдәргә бүленмәй.


2002 халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанла 894 кеше поляк телен белә.

Сығанаҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]