Пьер-Симон Лаплас

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Пьер-Симо́н Лапла́с
Pierre-Simon de Laplace
Pierre-Simon Laplace.jpg
Тыуған:

23 март 1749(1749-03-23)

Тыуған урыны:

Бомон-ан-Ож, Кальвадос

Үлгән:

5 март 1827(1827-03-05)

Вафат урыны:

Париж

Ил:

Франция Франция

Фәнни даирә:

математика, физика, астрономия

Танылыу алған өлкәләр:

«Күк йөҙө механикаһы»ның атаһы

Пьер-Симо́н Лапла́с (франц. Pierre-Simon de Laplace; 23 март 17495 март 1827) — күренекле француз математигы, физигы һәм астрономы; Күк йөҙө механикаһы, дифференциаль тигеҙләмәләр өлкәһендәге эштәре, ихтималлылыҡ теорияһына нигеҙ һалыусы булараҡ билдәле. Ғәмәли математика һәм астронимия өлкәһендәге хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ. Ул был фән өлкәләрен камиллаштыра. Француз география йәмғиәте ағзаһы булып тора.


Бомон-ан-Ожда Лапласҡа һәйкәл

Урта хәлле фермер ғаиләһендә тыуған. Ҡыйынлыҡ менән башланғыс белем ала. Һәләте һәм ныҡышмалалағы математика, физика, астронимия фәндәрен үҙ аллы өйрәнергә мөмкинлек бирә. Астрономия өлкәһендә ҙу уңыштарға өлгәшә. Ай (күк есеме), Юритер (планета), Сатурн (планета) кеүек күк есемдәре хәрәкәтен ентекле өйрәнеп ғилми аңлатма бирә.

Фәнни эшмәкәрлегенең иң әһәмиәтлеһе – планеталар яралыуы тураһында беренсе фекерҙәр.

Физика өлкәһендә һауа тығыҙлығы, бейеклек, дымлылыҡ менән бәйле баромнтрик формуланы асыуы менән билдәле. Шулай уҡ геодезия, рефракция теорияһы меән шөғөләнә, Йылылыҡ теорияһын камиллаштыра,калориметр уйлап таба, флогистон теорияһына ҡаршы көрәшә. Капиллярлыҡ теорияһы өлкәһендә эшләй, капиляр баҫым менән бәйле Лаплас законын аса.


Ғалим хөрмәтенә аталғандар:

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Белл Э. Т. Творцы математики. М.: Просвещение, 1979.
  • Коперник, Галилей, Лаплас, Эйлер, Кетле. Биографические повествования (библиотека Ф. Павленкова). Челябинск: Урал, 1997.
  • Воронцов-Вельяминов Б. А. Лаплас. — М.: Наука, 1985. 288 с.
  • История математики под редакцией А. П. Юшкевича в трёх томах, М.: Наука.