Ремарк Эрих Мария

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эрих Мария Ремарк
Erich Maria Remarque

Ремарк 1928йылда
Исеме:

Эрих Пауль Ремарк

Псевдонимдары:

Эрих Мария Ремарк Крамер

Тыуған көнө:

22 июнь 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны:

Оснабрюк, Ганновер, Пруссия

Вафат булған көнө:

25 сентябрь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (72 йәш)

Вафат булған урыны:

Локарно, Швейцария

Гражданлығы:

Герман империяһы
АҠШ

Эшмәкәрлеге:

прозаик

Наградалары:
Ҡалып:Кавалер Большого Креста ордена За заслуги перед ФРГ

Э́рих Мари́я Рема́рк (нем. Erich Maria Remarque, 22 июнь 1898 йыл, Оснабрюк — 25 сентябрь 1970 йыл, Локарно) — XX быуаттағы иң уңышлы немец яҙыусыһы. Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эрих Пауль Ремарк китап төпләүсе Петер Франц Ремарк (1867—1954) менән Анна Мария Ремарк(Шталькнехт) (1871—1917)ғаиләһендә тыуған. Ремарк йәш сағында Стефан Цвейг]], Томас Манн, Фёдор Достоевский, Марсель Пруст и Йоһанн Гёте ижадына ғашиҡ була. 1904 йылда сиркәү мәктәбенә, 1915 йылда католиктарҙың уҡытыусылар семинарияһына уҡырға инә.

1916 йылдың 21 ноябрендә Ремарк армияға алына, 1917 йылдың 17 июнендә Көнбайыш фронтҡа ебәрелә. 1917 йылдың 31 июлендә һул аяғы, уң ҡулы, муйыны йәрәхәтләнә. Һуғыштың ҡалған өлөшөн Германияла хәрби госпиталдә үткәрә.

Әсәһе үлгәндән һуң, уның хөрмәтенә Ремарк икенсе исемен әсәһе исеменә алмаштыра. 1919 йылдан уҡытыусы булып эшләй. 1920 йыл аҙағында күп профессиялар алмашыра, ҡәбер таштары һатыусыһы, ял көндәрендә психик сирлеләр өсөн госпиталдә органсы булып эшләй. Был хәл-ваҡиғалар «Ҡара обелиск» романының нигеҙендә ята.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1921 йылда Echo Continental журналының редакторы булып эшләй башлай, ошо ваҡытта, бер хатында үҙе яҙғанса, Erich Maria Remarque тигән француз орфографияһы ҡағиҙәләренә ярашлы яҙылған псевдоним ала[1], — ғаиләһе сығышы менән гугеноттарҙан икәненә ишара[2].

1925 йылдың октябрендә элекке бейеүсе Ильзе Ютте Замбонаға өйләнә. Ютта бер нисә йыл үпкә сире менән йонсой. Ул Ремарктың бер нисә романы геройының прототибы була, мәҫәлән, «Три товарища» романында Пат. Был никах дүрт йылдан һуң тарҡала. 1938 йылда Ремарк Юттаға яңынан өйләнә — уға Германиянан китеп, Швейцарияла йәшәргә мөмкинлек булдыра (Ремарк ул саҡта Швейцарияла йәшәй). Һуңыраҡ улар бергә АҠШ-ҡа китә. Улар рәсми рәүештә 1957 йылда ғына айырылыша. Ремарк Юттаға ғүмере буйы аҡса ебәреп тора, уға мираҫҡа 50 мең доллар аҡса ҡалдыра .

1927 йылдың ноябренән 1928 йылдың февраленә тиклем уның «Станция на горизонте» романы үҙе эшләп йөрөгән Sport im Bildжурналында баҫтырыла .

Ремарк Давоста (1929)

1929 йылда егерме йәшлек һалдат исеменән һуғыштың аяуһыҙлығы һүрәтләнгән «На Западном фронте без перемен» романы сыға. Һуңыраҡ тағы бер нисә һуғышҡа ҡаршы әҫәре баҫыла: уларҙа ябай һәм йәнле итеп һуғыш һәм һуғыштан һуңғы осор тасуирлана.

1930 йылда «На Западном фронте без перемен» романы буйынса шул уҡ исемле фильм сыға . Фильма һәм китаптар Ремарку күп кенә аҡса килтерә,шуның күбеһен ул картиналар алыуға тотона (Поль Сезанн, Ван Гог, Гоген , Огюст Ренуар)[3]. 1931 йылда роман әҙәбиәттә Нобель премияһына тәҡдим ителә, ләкин комиссия уны раҫламай. Немец офицерҙар союзы, роман немец офицерҙарын мыҫҡыл итә, тип ҡаршы төшә.

1932 йылда Ремарк Германиянан Швейцарияға китә. 1933 йылда нацистар Ремарктың китаптарын тыя һәм утҡа яҡа. Китаптарҙы яҡҡанда нацист студенттар : « Донъя һуғышы геройҙарын һатҡан ҡағыҙ бысратыусыларға- юҡ! . Йәшәһен йәштәрҙе ысын тарих миҫалында тәрбиәләү! Мин Эрих Мария Ремарктың китаптарын утҡа яғам»,- тип ҡабатлай.[4]

Фашистар, Ремарк француз еврейҙарының вариҫы, уның ысын фамилияһы Крамер икән тигән имеш-мимеш тарата («Ремарк» һүҙенең тиҫкәреһе)[1]. Был «факт» әле лә, бер ниндәй дәлил булмаһа ла, ҡайһы бер биографияларҙа осрай. Яҙыусының Оснабрюккелағы музейынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, уның немец католигы булыуына бер кем дә шикләнмәй. Ремаркҡа ҡаршы пропаганда кампанияһы уның фамилияһын немецса яҙылғандағы Remark урынына французса Remarque үҙгәртеүенә бәйле. Ҡайһы берәүҙәр фамилияһын немецсанан французсаға әйләндергән кеше ысын немец була алмай тигәндән сығып уй йөрөтә.

1937 йылда Ремарк актриса Марлен Дитрих менән таныша[5], уларҙың араһында ел-дауыллы, әллә күпме ғазап килтергән роман башлана. Ҡайһы берәүҙәр Дитрихты Ремарктың «Триумфальная арка» романындағы Жоан Маду прототибы тип иҫәпләй.

1939 йылда Ремарк АҠШ-ҡа китә, 1947 йылда был илдең гражданлығын ала.

Уның Германияла ҡалған кесе һеңлеһе Эльфрида Шольц 1943 йылда Гитлерға һәм һуғышҡа ҡаршы һүҙҙәре өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыла. Судта ул ғәйепле тип табыла һәм 1943 йылдың 30 декабрендә язалана. Оло апаһы Эрна Ремаркҡа Эльфриданы төрмәлә тотҡан, хөкөм иткән һәм язалаған өсөн иҫәп ҡағыҙы килә : 495 марка 80 пфенниг, уны күрһәтелгән иҫәп буйынса ике аҙна эсендә түләргә кәрәк була[6][7]. Шаһиттар раҫлауынса, судья : «Һеҙҙең ағайығыҙ беҙҙән ҡасып өлгөрҙө, ләкин һеҙ беҙҙән ҡасып ҡотола алмаҫһығыҙ»,- тип әйткән. Һеңлеһенең язаланыуы тураһында Ремарк һуғыштан һуң ғына белә, уға 1952 йылда сыҡҡан «Искра жизни» тигән китабын бағышлай. 25 йылдан һуң Ремарктың һеңлеһе исемен уларҙың тыуған ҡалаһы Оснабрюкелағы бер урамға бирелә.

1951 йылда Ремарк Чарли Чаплиндың элекке ҡатыны, Голливуд актрисаһы Полетт Годдар менән таныша (1910—1990), ул яҙыусыға Дитрих менән аралары боҙолоуҙы оноторға ярҙам итә, депрессиянан дауалай, Ремарк үҙе әйткәнсә, «уға ыңғай тәьҫир итә». Күңел тыныслығы ҡайтҡас, яҙыусы «Искра жизни» романын яҙып бөтә һәм ижади эшмәкәрлеген ғүмеренең аҙағынаса туҡтатмай.

1957 йылда Ремарк Ютта менән айырылыша, 1958 йылда Полеттҡа өйләнә. Шул уҡ йылда Ремарк Швейцарияға ҡайта, ғүмеренең аҙағынаса Полетт менән шунда йәшәй.

1958 йылда Ремарк үҙенең шундай уҡ исемле романы буйынса төшөрөлгән «Время жить и время умирать» (АҠШ) фильмында бәләкәй генә профессор Польман ролендә уйнай .

Бүләктәре. Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1964 йылда тыуған ҡалаһынан килгән делегация уға миҙал бирә . 1967 йылда, тапшыра Швейцариялағы немец илсеһе уға ФРГ орденын (немец гражданлығын уға барыбер кире ҡайтармайҙар).

1968 йылда яҙыусының 70 йәшенә үҙе йәшәгән Аскона ҡалаһы (Швейцария) уны почётлы граждан тип иғлан итә.

Эрих Мария Ремарк 1970 йылдың 25 сентябрендә, 73-сө йәшендә, Локарно ҡалаһында вафат була. Яҙыусы Тичино кантонының Ронко зыяратында ерләнгән. Полетт Годдар егерме йылдан һуң уның янында ерләнгән.

Ремарк «Юғалған быуын» («потерянное поколение») яҙыусыларына инә. Был беренсе донъя һуғышын үткән «асыулы йәш кешеләр», тәүге китаптарын яҙып, Көнбайыш публикаһын шаңҡыта. Улар араһында,Ремарктан башҡа, Ричард Олдингтон, Джон Дос Пассос, Эрнест Хемингуэй, Фрэнсис Скотт Фицджеральд исемдәре бар.

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Романдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хыял йорто. («Төштәр мансардаһы») (нем. Die Traumbude) (1920)
  • Гэм (нем. Gam) (1924) (1998)
  • Горизонттағы станция (нем. Station am Horizont) (1927)
  • Көнбайыш фронтта уҙгәрештәр юҡ (нем. Im Westen nichts Neues) (1929)
  • Ҡайтыу(нем. Der Weg zurück) (1931)
  • Өс дуҫ (нем. Drei Kameraden) (1936)
  • Үҙеңдең яҡындарыңды ярат (нем. Liebe Deinen Nächsten) (1941)
  • Триумф аркаһы (нем. Arc de Triomphe) (1945)
  • Тормош осҡоно (нем. Der Funke Leben) (1952)
  • Йәшәргә һәм үлергә ваҡыт (нем. Zeit zu leben und Zeit zu sterben) (1954)
  • Ҡара обелиск (нем. Der schwarze Obelisk) (1956)
  • Бурысҡа алған ғүмер (нем. Geborgtes Leben) (1959)
  • Лиссабондағы тормош (нем. Die Nacht von Lissabon) (1962)
  • Ожмахтағы күләгәләр (нем. Schatten im Paradies) (1971 йылда баҫылып сыҡҡан, яҙыусы вафат булғандан һуң баҫтырылған, Droemer Knaur нәшриәте тарафынан ҡыҫҡартылып, үҙгәрештәр индерелгән «Вәғәҙә ителгән ожмах ере» романының версияһы)
  • Вәғәҙә ителгән ожмах ере (нем. Das gelobte Land) (1998 йылда. яҙыусы вафат булғандан һуң баҫтырылған, яҙылып бөтмәй ҡалған романы).

Хикәйәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыйынтыҡ.Аннетаның мөхәббәт тарихы [Ein militanter Pazifist]:

  • Дошман [Der Feind] (1930—1931)
  • Верден янындағы тынлыҡ [Schweigen um Verdun] (1930)
  • Карл Брегер Флериҙа [Karl Broeger in Fleury] (1930)
  • Йозефтың ҡатыны [Josefs Frau] (1931)
  • Аннетаның мөхәббәт тарихы [Die Geschichte von Annettes Liebe] (1931)
  • Иоганн Бартоктың сәйер яҙмышы [Das seltsame Schicksal des Johann Bartok] (1931)

Башҡалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Һуңғы акт (нем. Der letzte Akt) (1955), пьеса
  • Һуңғы туҡталыш(нем. Die letzte Station) (1956), киносценарий
  • Уяу булығыҙ!!!(нем. Seid wachsam!!) (1956)
  • Яҙыу өҫтәле артындағы эпизодтар (нем. Das unbekannte Werk) (1998)
  • Мине яратам тип, әйтсе миңә… (нем.  Sag mir, dass du mich liebst...) (2001)

Факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Бер үлем — трагедия, мең үлем — статистика», «Чёрный обелиск» хикәйәнән.
  • «Көтөлмәгәнлек тик яҡшы әҙәбиәттә булмай, ә Тормош мәғәнәһеҙ ваҡиғалар менән тулы.» Ремарк Эрих Мария, Триумф аркаһы (1945)[8].
  • Ғәжәп, кеше сәйәхәттә күп уйлаһа, әйләнеп ҡайтһа аҙ уйлай[9]. Ремарк Эрих Мария, Триумф аркаһы (1945).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Erich Maria Remarque Short Biography by Date (инг.)
  2. Рут Мартон. Э. М. Ремарк: «Береги себя, мой ангел» [=Mein Freund Boni; 1993] / пер. А. Анваера. — М.: Арт-Флекс, 2001. — С. 66-7 (гл. III).
  3. Remarque Obituary (инг.)
  4. Гусейнов, Гасан «Крепите заботу о языке — величайшем сокровище нашего народа!» по следам майских призывов партайгеноссе Геббельса. Deutsche Welle (15 май 2001). Дата обращения: 15 май 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  5. Эрих Мария Ремарк — Марлен Дитрих: Даты и Встречи.
  6. Литературная газета. — 12 мая 1971
  7. Указано в одном из американских некрологов Ремарка (Рут Мартон. Там же. — С. 82 (гл. IV))
  8. Случайностей нет только в хорошей литературе, в жизни же они бывают на каждом шагу, и притом — преглупые.
  9. Странно, как много думает человек, когда он в пути. И как мало, когда возвратился.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]



Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.