Рица

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Озеро
Рица
абх. Риҵа, груз. რიწა
Морфометрия
Абсолют бейеклеге950 м
Үлсәме2,5 × 0,27—0,87 км
Майҙаны1,27 км²
Иң тәрән урыны131 м
Уртаса тәрәнләк63 м
Гидрология
Үтә күренеүсәнлеге1—10 м
Впадающая рекаЛашпс
Урынлашыуы
43°28′53″ с. ш. 40°32′29″ в. д.HGЯO
Ил
[[административ бүленеше |Район]]Гудаут районы
Грузия Абхазия
Точка
Рица
Топографическая карта АбхазииКрасная ПолянаКраснодарский крайАдлерМзымтаПсоу (река)Гагрский хребетГаграПещера Крубера-ВороньяАрабика (горный массив)ПицундаГудаутаСухумГулрыпшОчамчыраАнаклияИнгурЗугдидиГрузияДжвариХоджалКодорский хребетГалХобОкумГалидзгаТкуарчалКодорКодорское ущельеЦабалОмаришараКвемо-АжараКаманКяласурБзыпозеро РицаБзыпский хребетАуадхарагора АгепстаПшышШхапизгаАбхазский хребетЛабаАксаутАрхызДомбай-УльгенТебердаКышкаджерУчкуланТеберда (река)Кубань (река)Карачаево-ЧеркесияРоссияЧёрное море
Топографическая карта Абхазии
 Рица Викимилектә

Рица (Оло Риц; абх. Риҵа, груз. რიწა) — Абхазияла, Көнбайыш Кавказында Гудаут районының боҙло-тектоник сығышлы тау күле[2].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диңгеҙ кимәленән 950 метр өҫтәрәк, Бзыбь йылға бассейнында, Гагр һыртынан көнсығышҡа ҡарай Лашипс һәм Юпшар йылғаларының урманлы тәрән тарлауығында урынлашҡан. Күлде уратҡан тауҙар 2200-3200 метр бейеклеккә етә. Майҙаны — 1,27 км2, оҙонлоғо — 2,5 км, киңлеге — 270-тән 870 метрға тиклем. Күлдең уртаса тәрәнлеге 63 метр, иң тәрән урыны — 131 метр (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 114-кә тиклем). Ямғыр һәм ҡар һыуы менән туҡлана, һыу кимәленең миҙгеллек тирбәлеше 2-3 метр тәшкил итә. Күл өҫтөндәге һыу температураһы 10 °C (июнь-октябрь аҙағынаса), иң юғарыһы — 17,6 °C (август), ҡышын (февраль) уртаса температура +3,8 °C була.

Рица бик ҡырыҫ ҡышҡы һыуыҡтарҙа туңа. Бындай һалҡын ҡыштарҙа күлдең өҫтө 1-5 см. ҡалынлығындағы боҙ менән ҡаплана. Үтә ҡарлы ҡыш булғанда, Рица тирәһендәге ҡар ҡалынлығы 7-11 метрға етә, ғәҙәттә 2-3 метрҙан артмай уҡ артты

Һыуҙың өҫкө сағылышы йыл миҙгелдәренә ҡарап үҙгәрә. Бының сәбәбе күлгә ҡойған йылғаларҙың төрлө дәрәжәләге үтә күренмәле һыуҙары һәм микроскопик ылымыҡтарҙың — фитопланктондың һыу ятҡылығындағы үҫеше менән бәйле. Яҙлы-йәйле йәшкелт һары төҫ өҫтөнлөк итә, көҙөн һәм ҡышын — һалҡын күкһел зәңгәр төҫ.

Рица күленән Лашипс (Лашпса) йылғаһының дауамы — Бзыбь йылғаһының ҡушылдығы Юпшар ағып сыға. Күл яҡынса 250 йыл элек, Пшегишхва тауының бер өлөшө Лашипс йылғаһына емерелеп төшөп, уны быуған мәлдә барлыҡҡа килгән.

Күлдә бағыр, яраҡлашҡан алабалыҡ, голавль тереклек итә.

Яҡында ғына Кесе Рица күле лә бар, майҙаны 0,2 км2.

Топографик картаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Карта бите K-37-V. Масштаб: 1 : 200 000. Издание 1968 г.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР почта маркаһы:
Кавказ. Рица күле.

Күлдең иҫ китмәле матурлығы уны Абхазияның төп туристик иҫтәлекле урындарҙың береһенә әйләндерҙе. Күл буйында Сталиндың дачаһы һәм унан арыраҡ Брежневтың дачаһы урынлашҡан. Дачала тарихи йыһаз һәм кәрәк-яраҡ әйберҙәр һаҡланған, бында экскурсиялар үткәрелә. Күл һәм уның тирә-яғындағы биләмәләр Рица ҡурсаулығына ҡарай.

Ҡара диңгеҙ яры буйлап күлгә автомобиль юлы алып бара, ул Бзыбь, Юпшар һәм Гег йылғаларының туғайҙары буйлап үтә лә Ауадхар климатик курортына илтә.

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Был географик объект Абхазияла урынлашҡан. Грузия конституцияһына ярашлы, Грузия составына Автономиялы Абхазия Республикаһы булып инә. Ғәмәлдә Абхазия өлөшләтә танылмаған Абхазия Республикаһы дәүләте һанала, территорияһын Грузия Хөкүмәте контролдә тотмай.
  2. Согласно законам Грузии — на территории Гудаутского муниципалитета Автономной Республики Абхазии в составе Грузии