Ричард Нил Фриман
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
| Исеме | Ричард Нилл Фримен |
|---|---|
| Тыуғанда исеме | Richard Knill Freeman |
| Тыуған ваҡыты | 1840 |
| Тыуған урыны | Лондон |
| Вафат ваҡыты | 24.6.1904 |
| Мөһим төҙөлөштәре | Изге Троица сиркәүе, Блэкпул ҡ., Ланкашир графлығы, Англия, Изге Андрей Англикан сиркәүе, Мәскәү, Рәсәй, Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһы, Дерби ҡ., Дербишир графлығы, Англия |
| Наградалары | 1882 йылда — Ирландия милли музейы наградаһы |
| Викиһаҡлағыс | Ричард Нилл Фримен Викиһаҡлағыста |
Ри́чард Нил Фри́ман (ингл. Richard Kneel Freeman) (1840, Stepney районы, Лондон – 1904 йылдың 24 Июнь (Һатай) көнө[1]).[2]) – күренекле Бөйөк Британия архитекторы. Карьераһы Англиялағы Дерби ҡалаһында башланған, 1860 йылдарҙан үлемгәсә ул Ланкашир графлығында, Болтон ҡалаһында йәшәй.[1] Эшенең төп стиле – Викториан Готик стиле, башҡа стилдәр элементтары ла бар. Хәҙер Фриман төҙөлгән биналарының күбеһе Англия төнъяғында тора.[3]
Архитектура әҫәрҙәре [үҙгәртергә]
Ричард Фриман 140-тан күберәк бина төҙгән, уларҙан яҡынса 70 хәҙергә дөнъя күрә. Ул булдырған биналар араһында сиркәүҙәр, ресторандар, мәктәптәр, торлаҡ йорттары, музейҙәр, административ биналары, хәстәханалар.
Р. Н. Фриман тарафынан булдырылған биналарҙан иң күренеклеләре [үҙгәртергә]
- Изге Троица сиркәүе, Блэкпул ҡ., Ланкашир графлығы, Англия
- Изге Андрей Англикан сиркәүе, Мәскәү, Рәсәй
- Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһы, Дерби ҡ., Дербишир графлығы, Англия
Иҫкәрмәләр [үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Transactions of the Lancashire and Cheshire Antiquarian Society, Volume 22 — Lancashire and Cheshire Antiquarian Society, 1905. — P. 228.
- ↑ French, David Richard Knill Freeman. David French (2009). 3 март 2011 тикшерелгән.
- ↑ Provisional List of Buildings. David French. 3 март 2011 тикшерелгән.