Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығы
(Рәсәй МИД-ы)
МИД эмблемаһы[1]
Рәсәй МИД-ы Флагы
Смоленская-Сенная майҙанындағы Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығы бинаһы
Дөйөм мәғлүмәт
Нигеҙләнгән 1549
1991[2][3]
Алдан килеүсе СССР Тышҡы бәйләнештәр министрлығы (1991)
РСФСР-ҙың Сит ил эштәре министрлығы (РСФСР МИД-ы) (1946—1991)
СССР Сит ил эштәре министрлығы (СССР МИД-ы) (1946—1991)
РСФСР-ҙың Сит ил эштәре Халыҡ Комиссариаты (РСФСР НКИД-ы) (1944—1946)
СССР Сит ил эштәре Халыҡ Комиссариаты (СССР НКИД-ы) (1923—1946)
РСФСР Сит ил эштәре Халыҡ Комиссариаты (РСФСР НКИД-ы) (1917—1923)
Бойһоноусылар Рәсәй Федерацияһы Президенты
Юғары идара Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте
Штаб-квартира Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Мәскәү, 119200, Смоленская-Сенная майҙаны, 32/34-се йорт
55°44′45″ с. ш. 37°35′03″ в. д.HGЯO
Хеҙмәттәштәр һаны Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының үҙәк аппаратында һәм уның сит ил учреждениеларында 12 меңгә яҡын хеҙмәткәр эшләй (2009)[4]
Йыллыҡ бюджет 42,4 млрд руб. (на 2012)
Министр Лавров Сергей Викторович
Аҫтындағы идара Россотрудничество (Рәсәй хеҙмәттәшлеге)
Мөһим документ Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығы тураһында Положение[5]
Сайт
https://mid.ru

Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығы (Рәсәй МИД-ы) — Рәсәй Федерацияһының[6] тышҡы сәйәсәт, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм үҫеш өлкәһендә дәүләт сәйәсәте һәм норматив-хоҡуҡи көйләүҙе булдырыу һәм тормошҡа ашырыусы буйынса функцияларҙы башҡарған федераль башҡарма власть органы.

Министрлыҡ, Конституцияла нығытылған мәсьәләләр буйынса йәиһә Рәсәй Федерацияһының закон акттарына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Президентына буйһона.

Сит ил эштәре министры етәкләй; 2004 йылдан вазифаны Сергей Викторович Лавров биләй.

Рәсәй сит ил эштәре министрлығы (1946—1992 йылдарҙа РСФСР МИД-ы) 1944 йылдың 1 февралендә Сит ил эштәре Халыҡ комиссариаты булараҡ барлыҡҡа килә һәм СССР Сит ил эштәре министрлығы менән йәнәш йәшәй.

«МИД» аббревиатураһыһы урыҫ телендә мужской род исеме булараҡ ҡулланыла; унан йәнле һөйләштә «мидовский» сифаты барлыҡҡа килгән[7].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илселек приказы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1549 йылдың 22 ғинуарында Иван Михайлович Висковатов илселек эштәрен алып барыусы дьяк итеп тәғәйенләнә. Нигеҙ һалыныу ваҡыты билдәһеҙ булған Илселек приказы 1549 йылдан телгә алына.

1561 йылдың февралендә Висковатов «мисәтсе», йәғни батша мисәтен һаҡлаусы итеп тәғәйенләнә, шуның өсөн сит ил кешеләре уны канцлер тип атай.

1562 йылдың 17 авгусы. Урыҫ батшаһы шаһитлығында рус дәүләте мисәтсеһе ҡул ҡуйған тәүге килешеү: Дания менән Можайский килешеүе.

1562—1563. Висковатов Копенгагенда һөйләшеүҙәр алып бара. Рус тышҡы сәйәсәт ведомствоһы башлығының сит илдәргә тәүге сәфәре.

1570 йылдың 4 авгусы. Висковатов дәүләткә хыянат итеүҙә ғәйепләнә, һәм Иван Грозный бойороғо менән язалап үлтерелә.

1570 йылдың 28 декабре. Мисәтсе итеп Борис Сукин тәғәйенләнә. Приказ эштәре менән дьяк Андрей Яковлевич Щелкалов идара итә.

1594 йылдың 10 июле. А. Я. Щелкалов эштән китә, үҙенә 17 подьячийы буйһонған яҡын дьяк һәм мисәтсе Василий Щелкалов Илселек дьягы итеп тәғәйенләнә.

1600. Годунов инициативаһы буйынса Нарва сауҙагәрҙәренә сит илдәрҙә сауҙа итергә рөхсәт ителә. Тик улар үҙҙәре барған илдәге хәлдәр тураһында Василий Щелкалов исеменә отчёт ебәрергә тейеш була. Илдё тәүге тапҡыр башҡа дәүләттәр тураһында мәғлүмәт йыйыуҙың даими каналы яйға һалынды.

1601 йылдың майы — Щелкалов эҙәрлекләәү баҫымы аҫтында. Иван Грозныйҙың кесе улы Дмитрий иҫән ҡалған һәм Щелкаловтар йортонда һыйыныу тапҡан тигән имеш-мимеш киң тарала. Илселек приказына дума дьягы Афанасий Иванович Власьев етәкселек итә.

1605 йылдың 13 июне. Лжедмитрий Мәскәүгә инер алдынан Власьев, вельможалар менән бергә, уға ант бирә. 1606 йылдың 20 ғинуарында Власьев бөйөк секретарь һәм һарай подскрабийы (йәғни ҡаҙнасы) итеп тәғәйенләнә.

1605 йылдың 11 ноябре. Краковта Власьев Лжедмитрий I һәм Марина Мнишектың никах теркәү тантанаһында кейәү ролен башҡара: Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр тышҡы сәйәсәт ведомствоһы башлығы рәсми тантанала дәүләт башлығын алмаштыра.

1606 йылдың 11 июне. Василий IV Шуйский ңҙенең батшалыҡҡа килеүе барыуы айҡанлы йәбер (опала) иғлан итә: Власьев Өфөгә воевода итеп һөрөлә. Польша короленә илсе Власьевҡа ышанырға кәрәкмәгәнлеге, ә уның Лжедмитрий исеменән миссияһы рәсми булмауы хаҡында хәбәр ителә. Илселек приказын дьяк Иван Тарасьевич Грамотин, Власьевтың беренсе ярҙамсыһы етәкләй.

1608 йылдың июнь аҙағы. Грамотин батшаға хыянат итә һәм икенсе самозванец урынлашҡан Тушин лагерына күсә. Илселек приказын дума дьягы Василий Григорьевич Телепнев етәкләй.

1610 йылдың 14 феврале. Самозванецтарына хыянат иткән тушин хөкүмәте һәм поляк короле Сигизмунд, православие динен ҡабул итеп, Боярҙар Думаһы һәм Земство соборы ризалығы менән идара итһә, тәхетте поляк короленең улы Владислав алыу тураһында Грамотин әҙерләгән килешеүгә ҡул ҡуя.

1610 йылдың 27 авгусы. Баярҙар думаһы менән гетман Жолкевский Станислав Польша өсөн отошло килешеүгә ҡул ҡуя: Рус дәүләте Владиславҡа кисектермәйенсә ант бирә, ә королевичтың православиеға күсеүе кисектерелә. Был тушин самозванецының үлеменә килтерә. 1 октябрҙә Грамотин батша Сигизмундтың Баярҙар Думаһына биргән указы буйынса мисәтсе чинында ҡайтанан вазифаһына ҡайтарыла.

1612 йыл. Польшала миссияла булғанда, Грамотин алдан уҡ әсир илсе Филарет Романов менән дуҫлаша һәм 1613 йылда, Михаил Фёдорович Романов тәхеткә ултырғанда, вазифаһын һаҡлап ҡала, шул уҡ йылда уның даими кешеләре илселек дьягының урынбаҫарҙары булып китә.

1626 йылдың декабре. Грамотин сихырсылыҡта ғәйепләнеп, Алатырға һөргөнгә ебәрелә. Дума дьягы, мисәтсе Ефим Григорьевич Телепнев. 1630 йылдың сентябре. Дума дьягы Фёдор Федорович Лихачёв. 1632 йылдың октябре, Дума дьягы Иван Кириллович Грязев. 1634 йылдың майында Грамотин әйләнеп ҡайта һәм, 1638 йылда донъя ҡуйғансы, шәхсән рәүештә Лихачев аша эш алып бара. 1635 йылдың сентябре, Дума дьягы, мисәтсе Ф. Ф. Лихачев. 1643, Дума дьягы Григорий Васильевич Львов. 1647, Дума дьягы Назарий Иванович Чистой.

1653 йылдың 8 октябре. Алмаз Иванович Иванов, 11-се дума дьягы. Бынан тыш, приказ штатында 2 дьяк, 14 подьячий, 40 тәржемәсе (документтарҙы тәржемә итеү өсөн етерлек квалификациялы) һәм 50 тылмас (синхронист-тәржемәселәр) була

1667 йылдың 25 июле. Баяр Афанасий Лаврентьевич Ордин-Нащокин (яҡынса 1605—1680). «Батшаның ҙур мисәәәтен һәм дәүләт илселек эштәрен һаҡсыһы» титулы менән приказ менән идара итә. Сит илдең баш ҡалалары — Вильно һәм Рига менән даими почта элемтәһен булдыра. Аҫтыртын хөсөтлөк һөҙөмтәһендә Псков эргәһендәге Крипецк монастырында монахлыҡҡа сәсен ҡырҙыра.

1671. Яҡын баяр, окольничий Матвеев, Артамон Сергеевич Матвеев (1625—1682) Нащокин кеүек, «һаҡсы» титулына лайыҡ була.

1673. Мәскәүгә тәүге даими сит ил вәкиле — Польша резиденты П. Свидерский килә.

Варшаваға Рәсәйҙең сит илдәге беренсе даими дипломатик вәкиле — полковник Василий Тяпкин килә. Илселек приказы менән шифрланған хат алыша, бының өсөн 1677 йылда махсус шифр 11 менән тәьмин ителә. Тяпкин Мәскәүгә ҡайта, ләкин 1688 йылдан алып беренсе даими урыҫ сит ил миссияһы эше яңынан тергеҙелә һәм уның эше XVIII быуатта Польшаның бүленеүенә тиклем туҡталмай.

1676 йылдың 14 июнендә Дума дьягы Ларион Иванов була. Батша Алексей Михайлович үлгәндән һуң, Матвеевты бәреп төшөргән Милославскийҙар тарафынан тәғәйенләнә. 1681. Приказ башында окольничий Василий Волынский тора.

1682 йылдың 27 майы. Бояр Василий Васильевич Голицын (1643—1714), 1682 йылдан алып «һаҡсы». Батша ҡыҙы Софьяның һөйәре. 1689 йылдың сентябрендә, батша ҡыҙының ҡустыһы Петр Алексеевичҡа ҡаршы фетнә асылғанлыҡтан, Пустозерск ҡалаһына һөргөнгә ебәрелә.

1689 йылдың көҙө. Дума дьягы Емельян Игнатьевич Украинцев (1641—1708). 1700 йылда Төркиә менән тынысыҡ килешеүе төҙөп, Дума советнигы һәм Провиант приказы начальнигы итеп тәғәйенләнә, 1704 йылда «ҡомһоҙлоҡ өсөн» төшөрөлә.

1697 йылдың 20 марты. Бер нисә Европа батшаһы менән һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн Европаға «Бөйөк илселек» оҙатыла. Уның ысын башлығы Пётр Михайлов исеме аҫтында Пётр I батша үҙе бара. Рәсәй дәүләте башлығының сит илгә тарихта тәүге визиты. Курляндия герцогы, Бранденбург курфюрсы, инглиз короле, Австрия императоры менән юғары кимәлдә һөйләшеүҙәр алып барыла. Батша, стрелецтар фетнәһе тураһында хәбәр алыуы сәбәпле, ашығыс рәүештә Мәскәүгә әйләнеп ҡайта.

1700 йылдың 6 марты. «Илселек эштәре президенты» титулы менән Илселек приказы начальнигы итеп яҡын баяр Фёдор Алексеевич Головин тәғәйенләнә. Меншиковтан һуң икенсе урыҫ графы (1702 й. алып), беренсе урыҫ генерал-фельдмаршалы. 1706 йылдың 10 авгусында Мәскәүҙән Киевҡа илткән юлда вафат була.

1705 йыл. Францияға илсе Андрей Артамонович Матвеев — ҡатыны менән сит илгә юлланған тәүге рус дипломаты ебәрелә. Анастасия Ермиловна Матвеева тиҙ арала француз телен үҙләштерә, ире менән дипломатик ҡабул итеүҙәрҙә ҡатнаша, 1706 йылдың көҙөндә хушлашҡанда король Людовик исеменән бриллиант беләҙек менән бүләкләнә.

Сит ил эштәре Коллегияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1706. Илселек поход канцелярияһы ойошторола (начальнигы — граф Гавриил Иванович Головкин (1660—1634), 1709 йылдан алып дәүләт канцлеры, Головкин бер үк ваҡытта Илселек приказын да етәкләй, ә ул Сит ил эштәре коллегияһы тип аталған яңы орган итеп үҙгәртелгәндән һуң, вафат булғансы коллегияға етәкселек итә. Головкин, самодержавие власын сикләргә өмөтләнеп, Екатерина I батшабикәнең васыятын юҡ итә, уға ярашлы, Пётр үлгәндән һуң тәхет Елизавета Петровнаға тапшырылырға тейеш булһа ла, батшалыҡ менән идара итеү Анна Иоанновнаға күсә.

1707. Сит илдәге беренсе урыҫ консулы — Амстердамда Иоганн фон дер Бург.

Польшала, Голландияла, Швецияла, Данияла, Австрияла, Төркиәләге даими миссияларҙан тыш (һуңғы 5-е 1701 йылдан алып эшләгән), Англияла, Францияла, Пруссияла, Мекленбургта, Гамбургта, Венецияла, Курляндияла һәм Бохарала миссиялар булдырыла.

1734. Граф Андрей Иванович Остерман (1686—1747), Сит ил эштәре коллегияһы вице-президенты, 1725—1741 йылдарҙа вице-канцлер. 1731 йылдан алып Головкин ҡартайған осорҙа тышҡы сәйәсәт етәксеһе, һуңынан үҙ аллы эшләй. 1734—1742 йылдарҙа Коллегия президенты Алексей Михайлович Черкасский уның уң ҡулы була. Елизавета Петровна тәхеткә ултырғандан һуң, Березовкаға һөргөнгә ебәрелә.

1741 йылдың октябре. Алексей Петрович Бестужев-Рюмин һөргөндән ҡайтарыла, вице-канцлер итеп тәғәйенләнә һәм граф дәрәжәһенә күтәрелә. 1744 йылдан алып канцлер.

1742 йылдың 29 марты. Кёнигсбергтан математик Христиан Гольдбах Сит ил эштәре коллегияһында сит ил илселәренең хаттарын перлюстрациялау хеҙмәтен ойоштора.

1758 йыл. Бестужев, кескәй Павел Петровичты тәхеткә ултыртырға ниәтләгәне өсөн, ҡулға алына һәм үҙ ауылына һөргөнгә ебәрелә. Канцлер итеп граф Михаил Илларионович Воронцов тәғәйенләнә.

1763. Екатерина II яратмаған Воронцов, пост ҡалдырмайынса, сит илдә «дауаланыу» ебәрелә. Уның бурыстарын «Коллегияға тәүгеләрҙән булып килгән» граф Никита Иванович Панин башҡара.

1781 йылдың 31 декабре. Почта директоры һәм Коллегияның йәшерен экспедиция буйынса коллегияла присутствующий итеп генерал-майор Александр Андреевич Безбородко (1747—1799) тәғәйенләнә, ошо көндән алып вафатына тиклем Коллегияның фактик етәксеһе була.

1783 йылдың 10 апреле. Панин вафат булғандан һуң Коллегияны формаль рәүештә первоприсутствующий вице-канцлер (1775 йылдан алып) граф Иван Андреевич Остерман етәкләй.

1797 йылдың 2 майы. Остерман хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, икенсе (второй) присутствующий Безбородко Александр Андреевич, 1797 йылдан алып светлейший кенәз канцлер була.

1799. Первоприсутствующий — Павелдың фавориты граф Фёдор Васильевич Ростопчин.

1801 йылдың марты. Павел I вафат булғандан һуң, 1802 йылдың сентябренә тиклем, Коллегия президенты вазифаһын вице-канцлер Александр Борисович Куракин башҡара.

Рәсәй империяһының Сит ил эштәре министрлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1802 йылдың 20 сентябре. Сит ил эштәре министрлығы ойошторола. Беренсе министр — граф Александр Романович Воронцов, дәүләт канцлеры. Сит ил эштәре коллегияһы, 1832 йылда тулыһынса бөтөрөлгәнгә тиклем, Сит ил эштәре министрлығының кадрҙар һәм хужалыҡ мәсьәләләре менән шөғөлләнә. 1806 йылдан — барон Андрей Яковлевич Будберг министр була.

1808 йыл. Министр — граф Николай Петрович Румянцев, 1809 йылдан алып дәүләт канцлеры. 1814 йылдан алып отставкала, күпмелер ваҡыт батша Александр I сит ил эштәренә шәхсән етәкселек иткән.

1815. Сит ил эштәре буйынса статс-секретарь Иоанн (Иван) Каподистрия, 1822 йылда Грецияға киткәнгә тиклем, Нессельроде Карл Васильевич менән берлектә министрлыҡ менән идара итә.

1816 йылдың 21 авгусы. Министрлыҡ идарасыһы граф Карл Васильевич Нессельроде, 1845 йылдың 28 мартынан дәүләт канцлеры.

1832. Яйлап эштәрҙе министрлыҡҡа тапшыра торған Сит ил эштәре коллегияһы бөтөрөлә.

1856 йылдың 27 апреле. Министр кенәз Александр Михайлович Горчаков, 1867 йылдан алып дәүләт канцлеры.

1882 йыл. Министр Николай Карлович Гирс. 1895, министр кенәз Алексей Борисович Лобанов-Ростовский. 1896 йыл, идарасылар граф Владимир Николаевич Ламздорф һәм министр урынбаҫары Николай Павлович Шишкин. 1897. Министр граф Михаил Николаевич Муравьёв.

1900 йылдан алып идарасы граф Владимир Николаевич Ламздорф, министр.

Яйлап эштәрҙе министрлыҡҡа тапшыра торған Сит ил эштәре коллегияһы бөтөрөлә.

1906 йылдың 28 апреле. Дәүләт Думаһы асылған көндө Ламздорф отставкаға сығырға ғариза яҙа; министр — (Александр Петрович Извольский). Сит ил эштәре министрлығы — Дәүләт Думаһы депутаттары уның бюджеты өҫтөндә эшләгән тәүге министрлыҡ. Извольский парламентты тышҡы сәйәсәт инструменты булараҡ файҙаланып, Дума трибунаһында уңыш ҡаҙанды. 1908 йылғы уңышһыҙ һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә — в результате «дипломатической Цусимы» (бер аҙ тотҡарлыҡ менән) отставкаға ебәрелә, Австрия империяһына Рәсәйгә ҡарата бер ниндәй йөкләмәһеҙ Боснияны баҫып алырға мөмкинлек биргәнгә.

1910 йылдың 14 сентябре Министр Сергей Дмитриевич Сазонов. Германия менән һуғыш яҡлыларҙың береһе Антанта дәүләттәре менән Константинополдең һәм Ҡара диңгеҙ боғаҙҙарының Рәсәй контроленә күсеүе тураһында йәшерен килешеү төҙөй (1915). Императрицаны уратып алған аҫтыртын этлек (интрига) һөҙөмтәһендә отставкаға ебәрелә.

1916 йылдың 7 июле. Министр итеп Министрҙар Советы рәйесе Борис Владимирович Штюрмер тәғәйенләнә. Императрицаны уратып алғандар инициативаһы буйынса 10 ноябрҙә бөтә вәкәләттәренән мәхрүм ителә. Яңы министр тәғәйенләнгәнгә тиклем Анатолий Анатольевич Нератов вазифа башҡарыусы итеп тәғәйенләнё.

1916 йылдың 30 ноябре. Министр Николай Николаевич Покровский. 1917 йылдың 10 мартында Петроградта Февраль революцияһы ваҡытында ихтилал барышында ҡулға алына.

Рәсәй республикаһының Сит ил эштәре министрлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1918 йылдың 15 мартында Ваҡытлы хөкүмәт ойошторола, сит ил эштәре министры итеп кадеттар партияһының Үҙәк комитеты рәйесе Павел Николаевич Милюков тәғәйенләнә. Милюков ваҡытында мөһим дәүләттәр Ваҡытлы хөкүмәт таный, ҡайһы бер илселәр отставкаға китә һәм алмаштырыла. Антанта хөкүмәттәренә нотаһында Ваҡытлы хөкүмәт «донъя һуғышын хәл иткес еңеүгә тиклем еткерергә» әҙер тип ышандыра. Был Петроград гарнизонының ризаһыҙлығын тыуҙыра, Милюков отставкаға китә һәм министр-социалистар ингән коалицион хөкүмәт булдырыла.

5 майҙа министр Михаил Иванович Терещенко. Партияһыҙ миллионер-шәкәр заводы хужаһы, министр вазифаһында июль айы сәйәси көрсөгөн үткәрә, 1 сентябрҙә Директория составына, Рәсәйҙе республика тип иғлан иткәндән һуң — 7 октябрҙә өсөнсө коалицион хөкүмәткә лә инә. 8 ноябргә ҡарай төндә Ҡышҡы һарайҙа ҡулға алына. Тотҡонлоҡтан Норвегияға ҡаса, 1956 йылда Монакола вафат була.

Сит ил эштәре Халыҡ комиссариаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

8 ноябрҙә Эшсе һәм һалдат депутаттары Советының Икенсе Бөтә Рәсәй съезы Халыҡ Комиссарҙары Советын ойоштора, уға Сит ил эштәре Халыҡ Комиссариаты ла инә, Лениндың тәҡдиме буйынса нарком итеп Лев Давыдович Троцкий тәғәйенләнә.

11 ноябрь. Троцкийҙың бойороғо: «Сит ил эштәре министрлығының 1 ноябргә тиклем эшкә тотонмаған чиновниктары пенсияға хоҡуғынан яҙҙырылып эштән сығарыла». 5 декабрҙә Рәсәй Федерацияһының Сит ил миссиялары һәм консуллыҡтары хеҙмәткәрҙәренә телефон аша совет хөкүмәтенең тышҡы сәйәсәтен башҡарырға ризаһығыҙмы тигән һорауына яуап бирергә тәҡдим ителә. Португалиялағы эштәрҙә вәкәләтле һәм Испаниялағы эштәре буйынса ваҡытлыса вәкил генә ризалығын бирә.

8 декабрь. Рәсәй миссияларының 28 башлығы эштән бушатыла. Иҫке Сит ил эштәре министрлығының күпселек хеҙмәткәрҙәре үҙ теләге менән эштән китә, Сит ил эштәре Халыҡ Комиссариаты аппаратында декабрь башында ни бары 30 кеше генә була.

Рәсәй илселектәренең сит илдәге иҫәбендәге аҡсаны ундағы властар Рәсәйҙәге хәлдәәр асыҡланғанға тиклем ҡулға алына. АҠШ-та ғына башҡасараҡ була: большевиктар тарафынан власты алыу тураһындағы хәбәрҙе ишеткәс, илсе Б. А. Бахметьев илселек аҡсаһын үҙенең иҫәбенә күсерә. СССР менән сит илдәр араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырылғанға тиклем Рәсәй миссиялары биналарын Ваҡытлы хөкүмәт тәғәйенләгән дипломаттар биләүен дауам итә. Троцкий башланғысы менән, Антанта илдәре менән йәшерен килешеүҙәр баҫылып сыға. 1918 йылдың 26 февралендә Дипкорпус Петроградтан Вологдаға эвакуациялана

1918 йылдың 13 мартында Троцкий, Брест килешеүенә ҡул ҡуйырға теләмәйенсә, вазифаһын ҡалдыра. Троцкийҙың отставкаһынан һуң Георгий Васильевич Чичерин (1872—1936) 30 майҙан наркомдың ваҡытлыса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1918 йылдың авгусында дипкорпус Архангельскиға күсә, ә ҡалаға Антанта ғәскәрҙәре килеп төшә. 1919 йылда сит ил дипломаттары Рәсәй биләмәһенән сығып китә. Граждандар һуғышы тамамланғас, Сит ил эштәре Халыҡ Комиссариаты Советтар Союзын Европаның төп дәүләттәре таныуына өлгәшә. Дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыу Совет Рәсәйенең халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларына буйһоноуын аңлата. Совет дипломаттарының традицион рангыла булмауы айырымлыҡты (исключение) тәшкил итә. 1941 йылға тиклем сит илдәге бөтә совет дипломатик миссиялары, әһәмиәтлелегенә ҡарамаҫтан — тулы хоҡуҡлы вәкилдәр (вәкилдәр), ә илселектәр тулы хоҡуҡлы вәкиллектәр (вәкиллектәр) тип атала.

1922-1990 йылдарҙа бөтә етди тышҡы сәйәсәт мәсьәләләре партияның Үҙәк башҡарма комитеты Политбюроһында хәл ителә.

1923. БССР һәм УССР союздаш республикаларының сит илдәге вәкиллектәре үҙ эшмәкәрлеген туҡтата. Хәҙер Сит ил эштәре Халыҡ Комиссариаты тышҡы бәйләнештәр монополияһына эйә була.

1930 йылдың 21 июлендә Үҙәк Башҡарма Комитет сәләмәтлек торошо буйынса Чичеринды нарком вазифаһынан бушата. 22 июлдә халыҡ комиссары Максим Литвинов (1876—1951).

1933 йылдың 16 ноябрендә, Америка Ҡушма Штаттары менән дипломатик мөнәсәбәттәр булдырыла. Америка Ҡушма Штаттары илсеһе Уильям Буллит — Кремлдә совет власы осоронда ҡабул ителгән тәүге сит ил дипломаты.

1937-1938 йылдар. Совет дипломаттарының күпселеге күмәк репрессиялар осоронда һәләк була. Әммә ҡот осҡос ваҡиғалар арҡаһында ҡайһы берҙәре кире ҡайтмаған. Мөғжизәле рәүештә тере ҡалған Литвинов 1941—1943 йылдарҙа Америка Ҡушма Штаттарында илсе булып хеҙмәт итә, 1946 йылдан пенсияла. Чичерин һәм Литвинов ваҡытында илсе нарком менән бәхәс ҡора, риза булмаған осраҡта Үҙәк Комитетҡа мөрәжәғәт итә алған. Артабан был тәжрибә туҡтатыла.

1939 йылдың 3 майында Сит ил эштәре Халыҡ Комиссариатын бер үк ваҡытта Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе Вячеслав Михайлович Молотов (1890—1986) етәкләй. 1941 йылдың 4 майынан Халыҡ Комиссарҙары Советын Сталин етәкләй, Молотов СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе урынбаҫары һәм, сит ил эштәре буйынса халыҡ комиссары вазифаһында ҡалдырылып, СССР-ҙың тышҡы сәйәсәте етәксеһе итеп тәғәйенләнә. СССР-ҙың сит илдәге дипломатик вәкиллектәре башлыҡтары өсөн дипломатик рангтар билдәләнә.

1941 йылдың 22 июне. Германия менән һуғыштың тәүге көнөндә сит ил эштәре наркомы совет халҡына «Беҙҙең эшебеҙ уң. Беҙ еңәсәкбеҙ» тигән һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итә. 1941 йылдың 16 октябре — 1943 йылдың авгусы, Сит ил эштәре Халыҡ Комиссариаты Аппараты һәм дипкорпус Куйбышев — «запас баш ҡала»ға эвакуациялана. Секретариат һәм бер төркөм дипломаттар менән Молотов Мәскәүҙә тороп ҡала. 1943 йылдың 23 майында Халыҡ Комиссарҙары Советы дипломаттар өсөн хәрби һәм көндәлек (ҡышҡы һәм йәйге) форма кейемдәрен раҫлай. Көндәлек форма 1954 йылда бөтөрөлә, байрам формаһы 1991 йылға тиклем һаҡлана. Ул офицер өлгөһө буйынса тегелгән, илселәргә кортиктар (риүәйәт буйынса, Сталин үҙе тәҡдим итә) ҡарала. Форманы ҡулланыу 1991 йылда туҡтатыла

1944 йылдың февраль-марты. СССР һәм союздаш республикалар Конституцияларына төҙәтмәләр: Сит ил эштәре Халыҡ Комиссариаты союз-республика наркоматы итеп үҙгәртелә. СССР республикалары башҡа дәүләттәр менән мөнәсәбәттәргә инеү хоҡуғына эйә була, союздаш республикаларҙа (шул иҫәптән РСФСР-ҙа) сит ил эштәре буйынса үҙ наркоматтары ойошторола. РСФСР-ҙың Сит ил эштәре халыҡ комиссары итеп Лаврентьев Анатолий Иосифович тәғәйенләнә[8].

СССР Сит ил эштәре министрлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1946 йылдың 15 марты. Хөкүмәттәге үҙгәрештәр. Халыҡ комиссариаты Сит ил эштәре министрлығы тип үҙгәртелде.

1948. Көнсығыш Европала СССР-ға бәйле сәйәси режимдар барлыҡҡа килә. Социалистик илдәргә илселәр сифатында йыш ҡына партия эшмәкәрҙәре ебәрелә. 1949 йылдың 4 мартында Молотов «иғтибарын СССР Министрҙар Советына етәкселек итеүгә йүнәлтеү кәрәклегенә бәйле» биләгән вазифаһынан бушатыла. Министр итеп прокурор Андрей Януарьевич Вышинский (1883—1954), 30-сы йылдарҙағы процестар «йондоҙо», 1940 йылдан алып сит ил эштәре наркомы урынбаҫары тәғәйенләнә.

[[1953 йыл]дың 7 мартында Вышинский «хөкүмәтте үҙгәртеп ҡороуға бәйле» вазифаһынан бушатыла һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына СССР-ҙың даими вәкиле итеп ебәрелә. Молотов йәнә министр була. Югославия президенты Иосип Броз Тито СССР-ға килгән көндө вазифаһынан бушатылды. Министр Югославия менән, Япония, Австрия һәм башҡа ҡайһы бер илдәр кеүек үк, яҡшы мөнәсәбәттәр булдырырға теләмәне.

1956 йылдың 1 июне. Н. С. Хрущёв инициативаһы буйынса Сит ил эштәре министрлығын "Правда"ның баш мөхәррире Дмитрий Трофимович Шепилов етәкләй (1905—1995). Суэцк каналы буйынса конференцияла министр Көнбайыш сәйәсәтенең «асыҡ талау һәм емереклек» тип аталыуын иғтибарһыҙ ҡалдыра. 1957 йылдың февраль пленумы ҡарары менән юғары күтәрелә, идеология буйынса Үҙәк Комитет секретары вазифаһын биләй. 1957 йылдың октябрендә Молотов төркөмөнә «ҡушылған» (уға түҙеп ҡарамаған) тип иғлан ителеп, Үҙәк Комитеттан, 1962 йылда партиянан сығарыла.

1957 йылдың 15 феврале. Министр — сит ил матбуғаты «Юҡ әфәнде» тип йөрөтөлгән Андрей Андреевич Громыко (1909—1989). Америка Ҡушма Штаттары менән даими диалог һәм сауҙа алып барыу яҡлы. 1961 йылдан КПСС-тың Үҙәк комитеты ағзаһы, 1973-1988 йылдарҙа Политбюро ағзаһы. 1968 йылғы пленумда капиталистик илдәргә ҡарата сәйәсәтте бүлеүгә өлгәшә: бынан алып СССР Сит ил эштәре министрлығы практик мәсьәләләрҙе хәл итә һәм һөйләшеүҙәр алып бара, ә идеологик пропаганда менән Үҙәк Комитеттың тейешле бүлеге шөғөлләнә. Ядро һынауҙарын һәм ПРО-ны сикләү буйынса килешеүҙәр, совет дипломатияһының юғары ҡаҙанышы төҙөүсе — Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек союзының Хельсинкиҙағы йомғаҡлау актын (1975 йылдың 1 авгусы) төҙөүсе. Хельсинки акты ғәмәлдәге сиктәрҙе (тәү сиратта совет етәкселеген ГДР сиктәренең танылыуы борсой) һәм Варшава килешеүе буйынса СССР союздаштарының "сикле суверенитеты"н раҫлай. Ил етәкселеген 1983 йылда Израиль менән хәрби бәрелештән һаҡлап ҡала алған, ләкин совет ғәскәрҙәрен Афғанстанға индереүгә ҡаршы сыға алмаған.

1985 йылдың 1 июле. Горбачёв Михаил Сергеевич инициативаһы буйынса министр итеп уның фекерҙәше Шеварднадзе Эдуард Амвросиевич тәғәйенләнде. Ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ, таныш-тоношлоҡҡа ҡаршы көрәшеп, Сит ил эштәре министрлығында кадрҙар таҙартыу үткәрә. Партнёрҙарға ҡысҡырып белдерелгән бер яҡлы ташламаларҙан торған «асыҡ дипломатия» яҡлы. Партнерҙар, үҙ сиратында, изгелектән күләме буйынса сағыштырырлыҡ ташламалар яһау күҙ уңында тотолғайны, әммә Германияны ҡоралландырыу һәм берләштереү тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйғанда был өмөттәр аҡланманы. Горбачевҡа Шеварднадзены бындай тышҡы сәйәсәт өсөн бер нисә тапҡыр енәйәт яуаплылығына тарттырырға тәҡдим иткәндәр. Министр СССР президенты линияһын үткәрһә лә (алкоголгә ҡаршы кампания осоронда совет илселектәрендә ҡабул итеүҙә ғәйеп белдереүҙе тыйғанға тиклем), Горбачев уны һөжүмдәрҙән һаҡламаны. Шеварднадзе 1990 йылдың 20 декабрендә Халыҡ депутаттарының IV съезында отставкаға ғариза бирә.

Партнёрҙар, үҙ сиратында, яҡшылыҡ йөҙөнән сағыштырмаса күләмле ташламаларға барыр тип ышанһа ла, Германияны ҡоралһыҙландырыу һәм берләштереү килешеүен төҙөгәндә, бындай өмөттәр аҡланманы. Шундай тышҡы сәйәстә өсөн, Горбачёвҡа Шеварднадзены хөкөм яуаплылығына тарттырырға кәрәклекте әйтә килделәр. Министр СССР президенты линияһынан тайпылмаһа ла (антиалкоголь кампанияһы осоронда совет илселектәрендә ҡабул итеүҙәр барышында шарап тәҡдим итеү тыйылған була), Горбачёв уны һөжүмдәрҙән яҡламай. Шеварднадзе 1990 йылдың 20 декабрендә, Халыҡ депутаттарының IV съезында, отставкаға бирә.

1991 йылдың 16 ғинуары. Министр — кадровый илсе Бессмертных Александр Александрович. ГКЧП — Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты менән бәйле ваҡиғаларҙан һуң отставкаға ғариза яҙған. Путчистарҙы яҡламаны ла, уларға ҡаршы ла сығыш яһаманы. 28 август.инистр Борис Дмитриевич Панкин, Прагалағы илсе. СССР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына ҡаршы асыҡ сығыш яһаусы берҙән-бер илсеһе. Министр булып киткәс, Сит ил эштәре министрлығы аппаратынан дипломаттар сифатында эшләгән разведка хеҙмәткәрҙәрен сығарҙы. 14 ноябрҙә СССР Сит ил эштәре министрлығы экономиялау ниәтенән СССР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы менән берләштерелде, яңы ведомство СССР Тышҡы бәйләнештәр министрлығы тип аталды. 18 ноябрҙә Панкин Лондонға илсе итеп ебәрелде, өс аҙнаға министр итеп Шеварднадзе тәғәйенләнде.

Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1991 йылдың 8 декабре. БДБ төҙөү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылғандан һуң, Рәсәйҙең тышҡы сәйәси эштәре башында Андрей Владимирович Козырев торған РСФСР-ҙың Сит ил эштәре министрлығына күсә.

18 декабрҙә Б. Н. Ельциндың «РСФСР-ҙың тышҡы сәйәси хеҙмәте тураһында»ғы Указы. Хәрби-ара хәрби хеҙмәттәшлек бинаһы һәм мөлкәте РСФСР Сит ил эштәре министрлығына бирелә. Сит илдәге совет илселәре күпмелер ваҡытҡа барлыҡҡа килмәгән дәүләт вәкилдәре булып сыға.

1992 йылдың ғинуары. Сит илдәргә совет вәкилдәренең үҙ бурыстарын үтәүен дауам итеүе һәм Рәсәй Федерацияһы исеменән сығыш яһауы тураһында вербаль нота ебәрелә. СССР Сит ил эштәре министрлығы кадрҙары Рәсәй Сит ил эштәре министрлығына килеп ҡушыла. 90-сы йылдарҙа Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы ауыр осор кисерә: финанслауҙың етерлек булмауы, квалификациялы кадрҙарҙың ситкә китеүе, йәш кадрҙарҙың юҡлығы. Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлаусылар дипломатик хеҙмәткә ҡарағанда тышҡы сауҙа менән шөғөлләнеүгә өҫтөнлөк биргән. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының йәш хеҙмәткәрҙәренең күбеһе — телдәр өйрәнелгән юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар.

1993 йылдың 12 декабре. РФ Конституцияһы ҡабул ителә, уға ярашлы тышҡы сәйәсәтте Президент билдәләй, Сит ил эштәре министрлығы уның ҡарамағында.

1996 йылдың 10 ғинуарында А. В. Козырев отставкаға китә, министр итеп Евгений Максимович Примаков тәғәйенләнә.

1998 йылдың 11 сентябрендә Е. М. Примаков хөкүмәткә етәкселек итә, министр Игорь Сергеевич Иванов.

2004 йылдың 11 сентябре. Михаил Михайлович Касьянов хөкүмәтенең отставкаһы. Министр итеп Сергей Викторович Лавров тәғәйенләнә.

Сит ил эштәре министрлығы эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сит ил эштәре министрлығы — Рәсәй Федерацияһының халыҡ-ара мөнәсәбәттәре өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу, норматив-хоҡуҡи көйләү буйынса функцияларҙы башҡарыусы федераль башҡарма власть органы[9].

Тышҡы сәйәси ведомство эшмәкәрлегенә Рәсәй Федерацияһы Президенты етәкселек итә[10]

Министрлыҡтың төп бурысы — тышҡы сәйәсәттең дөйөм стратегияһын әҙерләү, Президентҡа тейешле тәҡдимдәр индереү һәм тышҡы сәйәси курсты тормошҡа ашырыу.

Сит ил эштәре министрлығы үҙенең эшмәкәрлеген туранан-тура һәм Рәсәй Федерацияһының дипломатик вәкиллектәре һәм консуллыҡ учреждениелары, халыҡ-ара ойошмалар ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһы вәкиллектәре, территориаль органдары — Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Рәсәй территорияһындағы вәкиллектәре аша тормошҡа ашыра. Сит ил эштәре министрлығы системаһына түбәндәгеләр инә: үҙәк аппарат; сит ил учреждениелары; территориаль органдар; Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы ведомствоһындағы ойошмалар, улар Рәсәй территорияһында уның эшмәкәрлеген тәьмин итә. Сит ил эштәре министрлығы үҙ эшмәкәрлегендә Конституцияға, федераль Конституция закондарына, федераль закондарға, Президент һәм Хөкүмәт акттарына, халыҡ-ара килешеүҙәргә таяна.

Сит ил эштәре министрлығына Хөкүмәт Рәйесе күрһәтмәһе буйынса Президент тәғәйенләгән сит ил эштәре министры етәкселек итә. Министр Сит ил эштәре министрлығына йөкмәтелгән вәкәләттәрҙе үтәү һәм билдәләнгән эшмәкәрлек өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн шәхсән яуаплы. Министрҙың шулай уҡ вазифаға Президент тарафынан тәғәйенләнгән урынбаҫарҙары бар. Сит ил эштәре министрлығының генераль директоры вазифаһына ла Президент тәғәйенләй.

Сит ил эштәре министры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сит ил эштәре министры — тышҡы сәйәсәт ведомствоһы башлығы. Министр Рәсәй исеменән ике яҡлы һәм күп яҡлы һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша һәм халыҡ-ара килешеүҙәргә ҡул ҡуя; үҙенең урынбаҫарҙары һәм генераль директор араһында вәкәләттәрҙе бүлә; үҙәк аппараттың структура подразделениелары тураһындағы положениеларҙы раҫлай; үҙәк аппараттың, сит ил учреждениеларының һәм территориаль органдарҙың етәксе хеҙмәткәрҙәрен вазифаға тәғәйенләй.

СССР тарҡалғандан һуң Рәсәй Сит ил эштәре министрҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының урынбаҫарҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2020 йылдың ғинуарына ҡарата Рәсәй Федерацияһының сит ил эштәре министры урынбаҫарҙары:

  1. Титов Владимир Геннадиевич — беренсе урынбаҫар (Европа илдәре менән мөнәсәбәттәр) (2013 йылдың 22 апреленән, № 374);
  2. Иванов Евгений Сергеевич — Статс-секретарь (Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре менән мөнәсәбәттәр, башҡа дәүләт органдары менән мөнәсәбәттәр) (2017 йылдың 5 октябренән, № 465);
  3. Рябков Сергей Алексеевич (Америка илдәре менән мөнәсәбәттәр, хәүефһеҙлек һәм ҡоралландырыу мәсьәләләре) (2008 йылдың 15 авгусынан, № 1224);
  4. Богданов Михаил Леонидович (Африка һәм Яҡын Көнсығыш илдәре менән мөнәсәбәттәр) (2011 йылдың 12 июненән, № 790);
  5. Моргулов Игорь Владимирович (Азия илдәре менән мөнәсәбәттәр) (2011 йылдың 22 декабренән, № 1670);
  6. Сыромолотов Олег Владимирович (Терроризмға ҡаршы көрәш буйынса) (2015 йылдың 19 мартынан, № 143);
  7. Панкин Александр Анатольевич (Европа ойошмалары, Көнбайыш һәм Көньяҡ Европа илдәре менән мөнәсәбәттәр) (2017 йылдың 23 октябренән, № 503).
  8. Грушко Александр Викторович (2018 йылдың 22 ғинуарынан, № 18).
  9. Вершинин Сергей Васильевич (2018 йылдың 27 мартынан, № 122).
  10. Руденко Андрей Юрьевич (2019 йылдың 19 сентябренән, № 460).

Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының Генераль директоры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Завгаев Доку Гапурович ((2004 йылдың 13 авгусы, Указ № 1062—2009 йылдың 23 сентябре, Указ № 1073)
  • Ванин Михаил Валентинович (2009 йылдың 23 сентябре, Указ № 1076—2012 йылдың 6 апреле, Указ № 404)
  • Мареев Сергей Ильич (2012 йылдың 6 апреле, Указ № 405—2015 йылдың 22 авгусы, Указ № 432)
  • Вязалов Сергей Юрьевич (2015 йылдың 22 авгусынан, Указ № 432)


Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы Коллегияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығында (2019 йылдың 30 декабренә ҡарата[11]) министр (коллегия рәйесе), уның урынбаҫарҙары, генераль директоры, шулай уҡ Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы системаһының башҡа етәксе хеҙмәткәрҙәре составында 21 кешенән торған коллегия ойошторола. Коллегия составын Рәсәй Федерацияһының Сит ил эштәре министры тәҡдиме буйынса Рәсәй Федерацияһы Президенты раҫлай. Коллегия Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы эшмәкәрлегенең мөһим мәсьәләләрен ҡарай, тейешле ҡарарҙар ҡабул итә. Коллегия ҡарарҙары, ҡағиҙә булараҡ, министр бойороҡтары менән тормошҡа ашырыла. Коллегия рәйесе менән уның ағзалары араһында килешмәүсәнлек булған осраҡта, коллегия рәйесе килеп тыуған фекер айырымлыҡтары тураһында Рәсәй Федерацияһы Президентына хәбәр итеп, ҡарар ҡабул итә.

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарамағындағы Рәсәйҙең даими вәкиллеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарамағындағы Рәсәйҙең даими вәкиллеге Сит ил эштәре министрлығының мөһим сит ил учреждениеларының береһе булып тора. Даими вәкиллек Рәсәй Федерацияһы исеменән халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең мөһим проблемалары буйынса һөйләшеүҙәр алып бара. Вәкиллекте сит ил эштәре министры тәҡдиме буйынса Президент тарафынан тәғәйенләнгән Даими вәкил етәкләй. Даими вәкил Рәсәй исеменән БМО-ның бөтә структураларында, шул иҫәптән Именлек советы ултырыштарында сығыш яһай. Айырым осраҡтарҙа уның урынын сит ил эштәре министрының үҙе биләүе ихтимал.

Хеҙмәткәрҙәр һаны буйынса Рәсәй вәкиллеге БМО-ла иң ҙурҙарҙың береһе булып тора. Вәкиллек ҡарамағында хатта инглиз телен тәрән өйрәнгән дөйөм белем биреү мәктәбе бар.

Криминал һәм ғауға[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй һәм Аргентина махсус хеҙмәттәренең 2016—2018 йылдарҙа үткәрелгән берлектәге махсус операцияһы барышында Аргентиналағы Рәсәй илселегенән кокаин контрабандаһы туҡтатылды. Һөҙөмтәлә Аргентинанан Европа баҙарына дипломатик каналдар ярҙамында кокаин поставкалау каналы ябылған.

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының үҙәк аппараты структураһына башлыса департаменттар тип аталған подразделениелар инә. Департаменттар, үҙ сиратында, бүлектәргә бүленә. Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы департаменттарына — директорҙар, ә уларҙың бүлектәренә начальниктар етәкселек итә. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2007 йылдың 11 сентябрендәге 1163-сө Указына ярашлы, министрлыҡ 39 департаментҡа бүленгән.[12]. Элегерәк Рәсәй Федерацияһы Президентының 2004 йылдың 11 июлендә сыҡҡан 865-се Указы буйынса Рәсәй Сит ил эштәре министрлығында Министрлыҡтың төп эшмәкәрлегенең 35 департаментын булдырыу рөхсәт ителә[13], Указом от 19 октября 2005 года № 1218 — 36 департаментов.[14] Үҙҙәрене тәғәйенләнеше буйынса департаменттар территориаль (Рәсәйҙең шартлы төбәктәр буйынса төркөмләнгән сит ил дәүләттәре менән мөнәсәбәттәре) һәм функциональ (нығытылған функциялары буйынса) төрҙәргә бүленә. Һәр департаментта 30-60 дипломат эшләй.

Бынан тыш, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы Дипломатик корпусты хеҙмәтләндереү буйынса баш производство-коммерция идаралығы(ГлавУпДК), Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһы (ДА), Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты МГИМО, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы КолледжыКолледж МИД России һәм Рәсәй халыҡ-ара фәнни һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек үҙәге кеүек дүрт бүлексә эшләй.

Департамент структураларынан тыш, айырым йөкләмәләр буйынса илселәр эшләй, уларҙың һәр береһе халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең билдәле бер проблемаһы өсөн яуап бирә (мәҫәлән, грузин-абхаз көйләүе). Айырым йөкләмәләр буйынса илселәр туранан-тура министр урынбаҫарҙарына буйһона.

Класлы чиндары һәм формаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрлө дәүерҙәге Рәсәй дипломаттары мундирҙары

Дәүләт граждан хеҙмәтенең дипломатик хеҙмәткәрҙәренең 1, 2 һәм 3 класлы төркөмдәре буйынса хәрби дәрәжәгә тап килгән класс чиндары бар. Класс чиндарын 2004 йылдың 27 июлендәге «Рәсәй Федерацияһының дәүләт граждан хеҙмәте тураһында» 79-сы Федераль закондың 11-се статьяһы һәм Рәсәй Федерацияһы Президентының 2005 йылдың 1 февралендәге 113-сө «Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждан хеҙмәтенең класс чиндарын биреү һәм һаҡлау тәртибе тураһында»ғы Указы билдәләй[15][16].

Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе, беренсе һәм икенсе класлы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе дипломатик дәрәжәһенә эйә булған дипломатик хеҙмәткәрҙәргә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2001 йылдың 17 ноябрендәге 799-сы «Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығы, дипломатик вәкиллектәр һәм дипломатик учреждениелар, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы вәкиллектәре хеҙмәткәрҙәренең форма кейеме тураһында…» ҡарары нигеҙендә үҙенсәлекле форма кейеме бирелә[17]. 2013 йылда форма ҡатын-ҡыҙ-дипломаттар өсөн дә индерелә[18].

Территориаль департаменттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Территориальные департаменты Министерства иностранных дел

Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының Рәсәй Федерацияһы территорияһындағы Вәкиллектәре[20][үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

МИД ведомствоһы ҡарамағындағы уҡыу йорттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһы,
    • Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһындағы Көнүҙәк халыҡ-ара проблемалар институты (ИАМП),
  • МГИМО — Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты,
  • Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Сит телдәр юғары курстары (ВКИЯ),
  • Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы колледжы,
  • «Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының урта мәктәп-интернаты» федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы,
  • Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсуслаштырылған структура белем биреү бүлексәләре. Донъяның 76 илендә Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы 82 сит ил мәктәбе[21].

Ведомство наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • А. М. Горчаковтың иҫтәлекле миҙалы,
  • Примаков Евгений Максимович миҙалы,
  • Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының күкрәккә тағыла торған «Халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә өлөш индергән өсөн» билдәһе,
  • Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының күкрәккә тағыла торған «Айырма өсөн» билдәһе
  • Миҙал һәм «Рәсәй Федерацияһының сит ил эштәре министрлығы. 200 йыл» миҙалы һәм күкрәккә тағыла торған билдәһе,
  • Күкрәккә тағыла торған «Үҙ-ара эш итеү өсөн» билдәһе,
  • Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының почётлы хеҙмәткәре,
  • Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының Почёт грамотаһы,
  • Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының күкрәккә тағыла торған «Айырма өсөн» билдәһе[22].

Контакттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Адрес: 119200, г. Москва, Смоленская-Сенная пл., д. 32/34; Телефон: (499) 244-16-06

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Учреждена эмблема Министерства иностранных дел России. Дата обращения: 4 ноябрь 2014. Архивировано 5 ноябрь 2014 года.
  2. Историческая справка о российской дипломатической службе 2016 йыл 4 март архивланған. — «На основании Закона РСФСР №2094-I от 25 декабря 1991 г. МИД РСФСР был переименован в МИД Российской Федерации»
  3. Интервью официального представителя МИД России А. К. Лукашевича «РИА Новости» в связи с Днем дипломатического работника 2016 йыл 26 ғинуар архивланған. — «25 декабря 1991 г. МИД РСФСР был переименован в МИД Российской Федерации»
  4. Уларҙың өстән бер өлөшө, йәғни 4,5 мең кеше - профессиональ дипломаттар, уларҙың дүрттән бер өлөшө - 30 йәштән кесерәктәр. Дипломаттарҙың күбеһе, ҡағиҙә булараҡ, ике сит телде белә [1](недоступная ссылка)
  5. Архивированная копия. Дата обращения: 2 февраль 2016. Архивировано из оригинала 15 февраль 2016 года. 2016 йыл 15 февраль архивланған.
  6. Пункт 1 Положения о Министерстве иностранных дел Российской Федерации утвержденного Указом Президента Российской Федерации от 11.07.2004 г. № 865. Дата обращения: 20 июль 2021. Архивировано 18 ноябрь 2021 года.
  7. МИД. ГРАМОТА.РУ. Дата обращения: 6 июль 2018. Архивировано 29 ноябрь 2020 года.
  8. Известия № 58 (8360) от 9 марта 1944 г.
  9. Положение о Министерстве иностранных дел Российской Федерации, утверждённое Указом Президента Российской Федерации от 11 июля 2004 г. № 865. Дата обращения: 12 февраль 2010. Архивировано 27 август 2011 года.
  10. Положение о Министерстве иностранных дел Российской Федерации, утверждённое Указом Президента Российской Федерации от 11 июля 2004 г. № 865. МИД РФ (11 июль 2004). Дата обращения: 6 июль 2018. Архивировано 9 август 2011 года.
  11. Состав Коллегии МИД России. www.mid.ru. Дата обращения: 13 ғинуар 2020. Архивировано 25 декабрь 2019 года.
  12. Указ Президента Российской Федерации от 11 сентября 2007 года № 1163. Президент России. Дата обращения: 20 июнь 2009. Архивировано из оригинала 28 июнь 2011 года. 2011 йыл 28 июнь архивланған.
  13. Указ Президента Российской Федерации от 11 июля 2004 года " 865 «Вопросы Министерства иностранных дел Российской Федерации». Гарант. Дата обращения: 20 июнь 2009. Архивировано 30 октябрь 2011 года.
  14. Указ Президента Российской Федерации от 19 октября 2005 года № 1218 «О внесении изменений в Указ Президента Российской Федерации от 11 июля 2004 г. N 865 „Вопросы Министерства иностранных дел Российской Федерации“ и в Положение, утверждённое этим Указом». Гарант. Дата обращения: 20 июнь 2009. Архивировано 10 март 2016 года.
  15. Статья 11. Классные чины гражданской службы. Дата обращения: 16 июль 2019. Архивировано из оригинала 7 октябрь 2018 года.
  16. Указ Президента Российской Федерации от 1.02.2005 года № 113 «О порядке присвоения и сохранения классных чинов государственной гражданской службы Российской Федерации федеральным государственным гражданским служащим». Дата обращения: 16 июль 2019. Архивировано 14 август 2019 года.
  17. Постановления Правительства РФ от 17.11.2001 N 799 «О форменной одежде работников Министерства иностранных дел Российской Федерации, дипломатических представительств и консульских учреждений, представительств МИД РФ…» Дата обращения: 16 июль 2019. Архивировано 24 февраль 2021 года.
  18. 2021 йыл 6 ноябрь [https://web.archive.org/web/20211106175642/https://dgp.mid.ru/stateprotocol/dipuniform.php архивланған. Дипломатическая форма
  19. Структура Министерства иностранных дел Российской Федерации. Министерство иностранных дел Российской Федерации. Дата обращения: 20 июнь 2009. Архивировано 27 август 2011 года.
  20. МИД России | 05/27/2008 |. Дата обращения: 2 февраль 2016. Архивировано из оригинала 26 ноябрь 2015 года.
  21. Образовательные учреждения. www.mid.ru. Дата обращения: 15 октябрь 2018. Архивировано 15 октябрь 2018 года.
  22. Ведомственные награды (МИД РФ). Дата обращения: 6 июль 2018. Архивировано 17 июль 2018 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Министерства иностранных дел Ҡалып:Федеральные министерства, службы и агентства Ҡалып:Президент Российской Федерации