Рәсәй Федерацияһы федераль именлек хеҙмәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте
(РФ ФИХ-е)
Дөйөм мәғлүмәт
Етәкселәре Рәсәй Президенты
Юғары идара Рәсәй Президенты
Штаб-фатир Мәскәү

Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте (урыҫ. Федеральная служба безопасности Российской Федерации) — Рәсәй башҡарма федераль власының туранан-тура Рәсәй Президентына буйһонған дәүләт органы. Бер үк ваҡытта Рәсәйҙең дәүләт имәнлеген тәьмин итеүсе махсус хеҙмәт булып тора. Дәүләт именлеге органдары эшмәкәрлеге ғәмәлдәге дәүләт (конституцион) ҡоролошҡа ҡаршы енәйәттәргә юл ҡуймауға һәм эшләнгәндәрен асыуға, дәүләттең тышҡы һәм эске именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Дәүләт именлеге органдары эшмәкәрлегенең норматив-хоҡуҡи базаһын РФ Конституцияһы, РФ-тың “Федераль именлек хеҙмәте тураһында”ғы Законы (1995) тәшкил итә [1].

РФ Дәүләт именлеге органдарының төп бурыстары:

  1. РФ-тың директив органдарын дәүләт именлегенә янаған хәүефтәр тураһында иҫкәртеү;
  2. сит илдәрҙең махсус хеҙмәттәре һәм ойошмаларының, айырым кешеләренең разведкалау һәм башҡа төр эшмәкәрлеген асыҡлау, иҫкәртеү һәм булдырмау;
  3. терроризм һәм диверсия эшмәкәрлегенә ҡаршы көрәш алып барыу;
  4. дәүләт власы органдары менән берлектә ойошҡан енәйәтселеккә, коррупцияға, контрабандаға, енәйәтсел килемдәрҙе легалләштереүгә, халыҡ миграцияһына ҡағылышлы закон боҙоуҙарға, ҡорал, һуғыш припастары, наркотик һәм психотроп матдәләр, мәғлүмәтте йәшерен юл менән алыу өсөн ҡулланыла торған техник саралар әйләнешенә ҡаршы көрәшеү;
  5. көс ҡулланып, конституцион ҡоролошто үҙгәртеү, власты баҫып алыу йә ҡулда тотоу маҡсатын ҡуйған ҡораллы фетнәләрҙе ойоштороуға ҡаршы тороу;
  6. үҙ вәкәләттәре сиктәрендә дәүләт серенә индерелгән мәғлүмәттәрҙе һаҡлау;
  7. РФ именлеге, уның иҡт., фәнни техник һәм оборона потенциалын күтәреү мәнфәғәттәрендә үткәрелеүсе сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа дәүләт власы органдарына булышлыҡ итеү һ.б.

Рәсәй дәүләт именлеге органдар тарихы[үҙгәртергә]

Ҡарағыҙ: Рәсәй дәүләт именлеге органдар тарихы

=Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы[үҙгәртергә]

Ҡарағыҙ: Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте Идаралығы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]