СССР Яҙыусылар союзы
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Советтар Союзының Яҙыусылар берләшмәһе (урыҫ. Союз писателей СССР) – СССР профессиональ яҙыусылар ойошмаһы.
1934 йылда СССР яҙыусыларының беренсе йыйылышында ойошторола.
Яҙыусылар берләшмәһенең ғәмәлдәге маҡсаты — әҙәбиәттә партия контролен тотоу. Профессиональ яҙыусыға берлеккә кереү мәжбүри булған, ә берлектән сығыу иһә карьераны бөтөрөүгә китергән.
СССР-ҙың тарҡалыуынан һуң Берлек күп кенә башҡа ойошмаларға бүленә.
Етәкселәр [үҙгәртергә]
Берләшмәһенең беренсе етәксеһе (1934–1936) Максим Горький була.
Унан һуң был вазифаны түбәндәгеләр биләй:
- Владимир Ставский (1936-1938)
- Александр Фадеев (1938-1944 һәм 1946-1954)
- Николай Тихонов (1944-1946)
- Алексей Сурков (1954-1959)
- Константин Федин (1959-1977)
- Георгий Марков (1977-1986)
- Владимир Карпов (1986-1991)