Салауат Юлаев

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салауат Юлаев
Тыуған көнө

16 июнь 1754({{padleft:1754|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы, Ырымбур губернаһы,
Өфө провинцияһы Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусы Тәкәй ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районы)

Вафат булған көнө

26 сентябрь 1800({{padleft:1800|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (46 йәш)

Вафат булған урыны

Рәсәй империяһы, Эстляндия губернаһы, Балтик Порты (хәҙерге Эстония)

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Атаһы

Юлай Аҙналин

 Салауат Юлаев Викимилектә

Салауат Юлаев (Салауат Юлай улы) (16 июнь 1754 йыл[1]26 сентябрь 1800 йыл) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Салауат районының почетлы гражданы[2].

Биографияһы

Үҫмер йылдары

1754[1][3] йылдың 16 июнендә[4] Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Тәкәй[5] ауылында тыуған.

Атаһы Юлай Аҙналин 1720 йылда Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы булып китә һәм үҙенең ғәҙеллеге менән Башҡортостан халҡы араһында ихтирам яулай. Атаһы улы Салауатҡа яҡшы белем һәм тәрбиә бирә, ул төрки һәм рус телдәрендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән. Салауат Юлаевтың әсәһе тураһында документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған, ә фольклор сығанаҡтарында уның белемле ҡатын булыуы әйтелә, һәм ҡайһы бер материалдар буйынса уның исеме Аҙнабикә була[6].

Көслө, ҡурҡыу белмәгән 14 йәшлек үҫмерҙең айыу менән көрәшеп, ябай бысаҡ ярҙамында ғына еңеп сыға алыуын риүәйәттәр һәм халыҡ йырҙары бәйән итә. Ул йәштәштәре араһында әйҙәүсе башлыҡ булараҡ билдәле. Тартып алынған көҙәй ырыуы ерендә урынлашҡан Эҫем (Сим) заводын беренсе тапҡыр, йәштәштәре менән үҫмер сағында, туҙҙыра һәм яндыра. Салауат Ҡөрьәнде һәм шәриғәтте лә яҡшы белгән, сәсән Байыҡ Айҙар менән осрашҡан[7]. Батыр шулай уҡ йырсы-импровизатор һәм ҡурайсы ла булған[8].

17711773 йылдарҙа Юлай Аҙналин Польша конфедераттарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн кесе хәрби байраҡ менән бүләкләнә. Атаһы хәрби походтарҙа булған саҡта старшина вазифаһын Салауат үҙе башҡара[9].

Һуғышта ҡатнашыуы

1773 йылдың 17 сентябрендә императрица Екатерина II ҡаршы Ырымбур губернаһында Емельян Пугачёв етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡана. Ихтилалды, «Пётр III» исемен ҡулланып, казак атаманы Емельян Пугачёв етәкләй. 1773 йылдың 10 ноябрендә ихтилалсыларға Салауат Юлаев етәкселегендә бер төркөм башҡорт яугирҙәре килеп ҡушыла. Салауат Юлаев ноябрь — декабрь айҙарында Ырымбур ҡалаһы янында һәм Ырымбур сик һыҙығында алыштарҙа, шул иҫәптән Ильин ҡәлғәһен алыуҙа ҡатнаша һәм яралана. Ырымбур ҡәлғәһе тирәһендәге яуҙарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм һуғыш оҫталығы өсөн Салауатҡа «Пётр III» исеменән полковник дәрәжәһе бирелә[9].

1774 йылдың ғинуар — мартында Пермь провинцияһының көньяғында һәм Өфө провинцияһының төньяғында Салауат Юлаев ихтилал етәкселәренең береһе була. Уның ғәскәрендә 4 меңдән ашыу төрлө милләттәге кеше була, Салауаттың поход канцелярияһы ихтилалсылар биләгән төбәктәрҙә мөһим хәрби һәм граждандар идараһы органы булып торған. Канцелярия мөрәжәғәтнамәләр һәм фармандар төҙөгән, суд эштәрен дә башҡарған. 1774 йылдың 12 ғинуарында Салауаттың отряды Пермь провинцияһының Красноуфимск ҡәлғәһен һуғышһыҙ ала, 18—25 ғинуарҙа Көңгөр ҡалаһын ҡамай. 19 февралдә Красноуфимск ҡәлғәһе эргәһендә секунд-майор Д. О. Гагрин, 3 һәм 10 мартта — Ҡазан губернаһының Сарапул ҡалаһы эргәһендә подполковник А. Ф. Обернибесов, 14 һәм 17 мартта Красноуфимск ҡәлғәһе һәм Себер даруғаһының Һыҙғы улусы Боғалыш[10] ауылы янында секунд-майор А. В. Папава етәкселегендәге император ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[11].

Салауат Юлаев фармандарының береһе.

Апрель — майҙа Салауат Юлаев Өфө провинцияһы халҡын ихтилалсыларҙың Магнит ҡәлғәһенә[12] етеп килеүсе Төп ғәскәренә мобилизациялай, уны аҡса, аҙыҡ-түлек һәм кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә. 6 һәм 8 майҙа Салауаттың 4 меңлек отряды Үрге Эҫем заводы янында, 31 майҙа Себер даруғаһы Әйле улусының Әйле пристане[13] янында И. И. Михельсон етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәре менән һуғыша[11].

2 июндә Салауат Юлаевтың отряды Е. И. Пугачёвтың Төп ғәскәрҙәренә ҡушыла[14]. Себер даруғаһының Тырнаҡлы улусы 3 июндә Үрге Ҡыйғы һәм 5 июндә — Уразмәт ауылдары эргәһендә, 11 июндә — Әшит ҡәлғәһе[15] янында Пугачёвтың Төп ғәскәре составында А. В. Папава етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа, 18—20 июндә Уҫыны алыуҙа ҡатнаша. Уҫыға юлланған саҡта Салауат Юлаевтың отряды Бөрө ҡалаһын ала[16]. 5 июндә «Пётр III» Пугачёв Салауат Юлаевҡа бригадир (генерал) дәрәжәһен бирә[17]. Уҫы ҡәлғәһен алған ваҡытта батыр өсөнсө тапҡыр яралана[9].

Июль — ноябрь айҙарында Салауат Юлаев Башҡортостанда баш күтәреүселәр хәрәкәте менән етәкселек итә. Кама буйҙарынан алып Ҡытау йылғаһы заводтарына тиклем барған һуғыштарҙа ҡатнаша. Август айында Өфө ҡәлғәһе ҡамауға алына: төньяҡтан Салауат Юлаев төркөмө, көньяҡтан — Ҡасҡын Һамаров, көньяҡ-көнбайыштан — Ҡәнзәфәр Усаев, төньяҡ-көнсығыштан — Туҡтамыш Ишбулатов төркөмдәре ҡамауҙа тора. Батырҙың отряды Ҡытау-Ивановск заводын ҡамауға ала. Сентябрь башында Ағиҙел һәм Буй йылғалары араһында Салауат Юлаев премьер-майор И. Г. Штерич етәкселегендәге хәрби көстәр менән һуғыша: 4 сентябрҙә Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Иваново[18] ауылы янындағы алышта ҡатнаша[11].

Баш күтәреүселәрҙең Төп ғәскәре ҡыйратылып, Емельян Пугачёв ҡулға алынғандан һуң да Салауат Юлаев көрәште дауам итә, һәм уның отрядтары 18 сентябрҙә Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Тимошкино ауылы, 22 сентябрҙә Себер даруғаһының Ҡыр-Танып улусы Нөркә[19] ауылы янында подполковник И. К. Рылеев ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Хөкүмәт ғәскәрҙәре командующийы П. И. Панин башҡорттарҙан ҡорал һалырға, Салауатты һәм уның атаһы Юлайҙы тотоп биреүҙе талап итә. Ә йәшерен комиссия башлығы генерал П. С. Потёмкин Салауат Юлаевтың үҙенә мөрәжәғәт итә: «Покайся, познай вину свою и приди с повиновением»[20].

Даими хәрби әҙерлек үткән ғәскәрҙәргә ҡаршы көрәш алып барыуы еңел булмай. Теүәл 1 йыл 15 көн дауам иткән һуғыш юлында, Салауат Юлаев 28 хәрби алышта ҡатнаша. 20 ноябрҙә Ҡытау-Ивановск заводы янында батырҙың отряды һуңғы тапҡыр хөкүмәт ғәскәрҙәре менән алыша.

Салауат Юлаев 1774 йылдың 25 ноябрендә генерал-майор Ф. Ю. Фрейман командаһы тарафынан ҡулға алына. Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин, арҡаҙашы Иван Зарубин-Чика Өфө ҡәлғәһенең зинданында ябып тотола. Сенаттың Йәшерен экспедицияһы һәм Ырымбур губернаторы И. А. Рейнсдорптың тикшереү, һорау алыу, язалау, хөкөм итеү эштәре Өфөлә, Ҡазанда, Мәскәүҙә 339 көн дауамында алып барыла. Хөкөм ителгәндән һуң Салауат Юлаевты, атаһы Юлай Аҙналинды Ырымбурға, Өфөгә һәм башҡа көсөргәнешле алыш барған урындарға алып барып язаға тарттыралар. Һәр урында 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырылғандан һуң, уларҙың танау япраҡтарын йырталар, маңлайына һәм яңаҡтарына «З» («злодей» — «енәйәтсе»), «Б» («бунтовщик» — «боласы»), «И» («изменник» — «хыянатсы») тамғалары баҫыла[11].

Тотҡонда

1775 йылдың 2 ноябрендә Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин менән бергә, Балтик Портына[22] (1762 йылға тиклем Рогервик ҡәлғәһе) мәңгелеккә һөргөнгә ебәрелә. Юлдары Өфөлә башлана һәм Минзәлә — Ҡазан — Түбәнге Новгород — Мәскәү — Тверь — Бөйөк Новгород — Ревель аша үтеп, Балтик Портында тамамлана.

Салауат Юлаев 1800 йылдың 8 октябрендә (иҫкесә 26 сентябргә тура килә) һөргөндә Балтик диңгеҙе буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә (хәҙерге Эстонияның Палдиски ҡалаһы) вафат була.

Ғаиләһе

Салауат Юлаев иртә өйләнгән. Мосолман ғөрөф-ғәҙәттәренә ярашлы, уның өс ҡатыны һәм 1775 йылға ҡарата ике улы һәм ике (йәки өс) ҡыҙы булған[9]. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа ул һәләк булған ағаларының ҡатындарына өйләнгән тип билдәләнә.

1774 йылдың көҙөндә, Салауат Юлаев ҡулға алынмаҫ элек үк, карателдәр батырҙың ҡатындарын һәм балаларын аманат рәүешендә Өфөгә килтергәндәр, Пугачев ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашҡан генерал-майор Ф. Ю. Фрейманда Салауаттың улы, ә ҡала коменданты полковник С. С. Мясоедовта уның бер ҡатыны һәм икенсе улы булыуы билдәле[23].

Салауат Юлаев ғаиләһенең ҡанунһыҙ рәүештә ҡулға алыныуына протест белдергән: «Такого ж указа, чтоб от лишенных жизни семейства отбирать, действительно нет». Ул туғандарынан һәм дуҫтарынан ҡатындарын һәм балаларын азат итеүҙе юллап губерна канцелярияһына мөрәжәғәт итергә, был да ярҙам итмәһә, Сенатҡа яҙыуҙарын һораған: «чтоб государевые рабы у подчиненных во услужении не были». Ғаиләһенең артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Халыҡ хәтерендә батырҙың тоҡомдары тураһында бихисап легендалар һаҡланып ҡалған. Был хаҡта Салауат Юлаевтың биографы В. Сидоров "Был героем Салават" тигән китабында бәйән итә. Имеш, Дыуан районы Вознесенка тигән ауылда Екатерина Михайловна тигән ҡатындан улы булған. Ҡатын үлеп ҡалғас, был баланы Салауат кемгәлер тапшырғанмы, әллә урманда ҡалдырырға мәжбүр булып, шунда уҡ тапҡандармы тигән хәбәрҙәр төрлө вариантта йәшәп килгән. Улы, ихтилалдан һуң 14 йыл үткәс, әсәһе яғынан олаталарына атаһы тураһында белешергә килгән имеш, әммә был хаҡта власть әһелдәренә хәбәр иткәндәр ҙә, уны йәшергәндәр, артабан ҡайҙа киткәне билдәһеҙ, тигән хәбәрҙәр ҙә яҙып алынған.

Икенсе бер риүәйәттә Салауаттың улы баһадир булып буй еткереп, икенсе Әй улусының кантон начальнигы булған, становой приставтарҙы ҡамсылаған, бер ниҙән дә ҡурҡмаған тип бәйән ителә.

Риүәйәттәр Салауаттың тоҡомдарын иң яҡшы сифаттар менән һүрәтләй: бер бүләһе, имеш, бик шәп йырсы булған, икенселәре ҡарт олаталары кеүек һөңгө тотоп ҡына айыу ауларға йөрөгән [24].

Ижады

Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Салауат Юлаев

Салауат Юлаевтың яҙма рәүештә һәм телдән һаҡланған 500 юл самаһы шиғри мираҫы беҙҙең көндәргә килеп еткән[11].

Салауат Юлаевтың 5 шиғырын тәүге тапҡыр рус телендә Ф. Д. Нефёдов «Салауат, башҡорт батыры» («Салават, башкирский батыр»; 1880) тигән очергында баҫтырып сығара. Шағирҙың тағы ла 7 шиғыры Р. Г. Игнатьевтың «Башҡорттарҙың Пугачёв ихтилалы алдынан хәрәкәте; Башҡорт Салауат Юлаев, Пугачёв бригадиры, йырсы һәм импровизатор» («Движение башкир перед пугачёвским бунтом; Башкир Салават Юлаев, пугачёвский бригадир, певец и импровизатор»; 1893) исемле хеҙмәтендә донъя күрә. Рәсәй империяһы осоронда Салауат Юлаевтың шиғырҙары барлығы дүрт тапҡыр баҫылып сыға[25].

Топонимика

Башҡортостандың бер нисә районында Салауат тип аталған географик объекттар бар.

Салауат Юлаев тыуған Тәкәй йәйләүен әле лә Салауат йәйләүе тип йөрөтәләр. Был урында, Һары Ҡондоҙ йылғаһы менән Ҡондоҙтамаҡ йылғаһы ҡушылған ерҙә, иҫ киткес матур тәбиғәт. Ауыл халҡы уны "Оло төбәк" тип йөрөтә. Йәй тау битләүе хуш еҫле сәскәләр менән ҡаплана. Тәкәй йәйләүе аша Һары Ҡондоҙ йылғаһы ағып ята. Заманында мул һыулы йылға булған. Унда ҡондоҙҙар бик күпләп үрсегән. Ул дәүерҙә ҡиммәтле тиреле йәнлектәргә һунар итеү башҡорттарҙың төп кәсебе булып һаналған. Өҫ-баш кейемдәре лә ҡондоҙ тиреһенән булған (Халыҡтың ауыҙ-тел ижадынан).

Хәтер

Р. У. Ишбулатов. Һынмаған рух, 1966 йыл

Салауат Юлаевҡа башҡорт халыҡ йыры «Салауат» һәм башҡа сәнғәт, әҙәбиәт һәм фольклор әҫәрҙәре арналған. Халыҡ хәтере уның үҙе һәм исеме менән бәйле бик күп иҫтәлекле тарихи урындарҙы һаҡлай. Батырҙың исеме башҡорт, рус, татар һәм башҡа милләт ғалимдары, яҙыусылары, шағирҙары, рәссамдары, скульпторҙары, композиторҙары әҫәрҙәрендә мәңгеләштерелгән.

Әҙәбиәттә

Салауат Юлаев исемендәге наградалар

Салауат Юлаев исеме бирелгән

Музейҙар

Һәйкәлдәр

Салауат Юлаев һәйкәле (авторы Тамара Нечаева)

Сәнғәттә

«Салауат Юлаев» фильмы, 1941 йыл.

Мәҙәни саралар

  • Башҡортостанда 1989 йылдан алып йыл һайын Салауат көндәре, 2004 йылдан башлап, июнь айының икенсе яртыһында, республика фольклор байрамы — Салауат йыйыны үткәрелә.

Башҡа саралар

  • Эстонияның баш ҡалаһы Таллинда 20-се быуат аҙағынан әүҙем эшләп килгән «Ағиҙел» мәҙәни ойошмаһы (етәксеһе Флүзә Хәйруллина) ағзалары йыл һайын, 45 саҡрымда ятҡан Палдиски ҡалаһына барып, Салауат Юлаевты иҫкә алыу сараһы үткәрә[34].

Былар ҡыҙыҡлы

Никарагуа социалистик партияһы ағзаһы Лопес Аугусто ил президенты диктатураһына ҡаршы хәрәкәттә «Салауат Юлаев» ҡушаматын йөрөтә[35]

Галерея

Советтар Союзында сыҡҡан почта маркаһы
Салауат һәйкәле - маркала
Башҡортостан гербында Салауат Юлаев һыны
Салауат ҡалаһы гербында Салауат Юлаев һыны
Салауат районы гербында Салауат Юлаев һыны
Салауат Юлаев ордены
Өфө ҡалаһындағы Салауат Юлаев проспекты
«Салауат Юлаев» теплоходы
Салауат Юлаев музейында
Салауат ролендә - СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков
width="25%"
"Салауат Юлаев - башҡорт халҡының милли ҡаһарманы". Вәкил Шәйхетдинов һүрәте
«Салаватнефтеоргсинтез» берләшмәһенең идаралыҡ бинаһы
Салауат Юлаев майҙаны
"Салауат" гәзите
Салауат мәмерйәһе

Әҫәрҙәре

  • Салауат Юлаев шиғырҙары, уның тураһында башҡорт халыҡ йырҙары һәм художестволы әҫәрҙәр. Өфө, 1953. (баш.)
  • Стихи. Переводы Б. Турганова // Библиотека всемирной литературы. Серия первая. Поэзия народов СССР IV—XVIII веков. М., 1972. 543—547-се биттәр. (рус.)
  • Жорыҡ жырлары [Поход йырҙары. Ҡаҙаҡсаға Берхаир Аманшин тәржемәһе]. Алматы: Жазушы, 1983. (ҡаҙ.)
  • Шиғырҙар. Йырҙар. Рәсми ҡағыҙҙар./ Төҙ: М. X. Иҙелбаев. Өфө, 1994. (баш.)
  • Стихотворения. Уфа: Китап, 2000. (баш.) (рус.)
  • Стихотворения. Уфа, 2004. (рус.)

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 Башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1752 йылда.
  2. Азналин Салават Юлаевич (Салават Юлаев) 2016 йыл 4 июнь архивланған.
  3. 1775 йылда 25 февралендә Сенат экспедицияһы яуап алғанда Салауат Юлаев үҙенең йәшен былай тип әйткән:
    «…отроду ему двадцать первой год»

  4. Тыуған көнө март һәм октябрь айҙары арауығына тура килгән, 16 июнь көнө биографтар килешеүе менән шартлы рәүештә ҡабул ителгән.
  5. 1775 йылда Тәкәй ауылы батша ғәскәрҙәре тарафынан яндырылған.
  6. Шәкүр Р. З., 2005, с. 42
  7. Шәкүр Р. З., 2005, с. 45
  8. Ахметзаки Валиди Тоган. История башкир: (перевод с турецк. А. М. Юлдашбаева; авт. вступ. статей А. М. Юлдашбаев, И. Тоган). — Уфа: Китап, 2010. — С. 169. — 352 с. — ISBN 978-5-295-05000-8.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 Салават Юлаев (исторический портрет), 2011, с. 360
  10. Хәҙерге Свердловск өлкәһендәге ауыл.
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 Гвоздикова И. М., Иҙелбаев М. Х. Салауат Юлаев // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  12. Хәҙерге Магнитогорск ҡалаһы.
  13. Хәҙерге Силәбе өлкәһе Иҫке Пристань ауылы.
  14. История Башкортостана: С древнейших времен до конца XIX в. Учебник для 8 кл. / Отв. ред. И. Г. Акманов. — Уфа: Китап, 2005. — С. 156. — 248 с. — ISBN 5-295-03503-4.
  15. Хәҙерге Свердловск өлкәһе Әшит ҡасабаһы.
  16. Шәкүр Р. З., 2005, с. 50
  17. Гвоздикова И. М. Салават Юлаев: исследования документальных источников. Уфа, 2004. — 170—172.
  18. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Иванай ауылы.
  19. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районындағы ауыл.
  20. Салават Юлаев (исторический портрет), 2011, с. 361
  21. Кулбахтин Н. М. Сардар Салават // Ватандаш. — ISSN 1683-3554.
  22. Хәҙерге ваҡытта был ҡәлғә — Эстонияның Палдиски ҡалаһы.
  23. Салават Юлаев (исторический портрет), 2011, с. 364
  24. Сидоров В. В. Был героем Салават. Уфа: Китап, 2003. (рус.)
  25. 25,0 25,1 25,2 Салават Юлаев.// История литературы Урала. Конец XIV—XVIII вв./ Гл. ред. В. В. Блажес, Е. К. Созина. — М.: Языки славянской культуры, 2012. — С. 106. — 608 с. — ISBN 978-5-9551-0602-1.
  26. 1898 йылда Мәскәү университеты профессоры П. Л. Юдин Салауат Юлаевтың һуғыштағы ролен бик юғары баһалаған:
    «Не будь такого талантливого и преданного сподвижника, как Салават, Пугачев перестал бы быть вождем Крестьянской войны, а сама Крестьянская война была бы подавлена еще весной 1774 г. после сокрушительного поражения повстанческой армии под Троицкой крепостью и под селом Лягушино. Только Салават, подоспевший со своей конницей, спас Пугачёва и пугачевский бунт»

    Юдин П. Л. Суд и казнь Салаватки (эпизод из пугачевского бунта) // Исторический вестник. 1898, август, № 8.

  27. Зарипов А. Я. Салават Юлаев.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 513. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  28. Бикмәев М. Ә. Мең ике йөҙ туҡһан икенсе танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  29. Сорокина В. М. Салауат Юлаевҡа һәйкәлдәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  30. [http://www.bashinform.ru/bash/1026605/ Эстонияла Салауат Юлаевҡа бюст ҡуйылды. Башинформ мәғлүмәт агентлығы, 2017, 25 июль (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2017)
  31. Челябинская ГТРК / На Южном Урале появился памятник Салавату Юлаеву 2014 йыл 20 октябрь архивланған.
  32. Салават Юлаев поселился на Увильдах — Социальная ответственность — Chelyabinsk.ru — агентство новостей. Новости Челябинска. Лента новостей Челябинска. Новость дня 2011 йыл 20 октябрь архивланған.
  33. Шәкүр Р. З., 2005, с. 135
  34. В Эстонии башкирские активисты провели мероприятие памяти Салавата Юлаева. ИА «Башинформ», 15 июня 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 июнь 2021)
  35. Салауат Юлаев // Салават Юлаев: энциклопедия / Гл.ред. И. Г. Илишев. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с. — ISBN 5-88185-054-8.

Өҙөмтә хатаһы: <Иҫкәрмәләрҙә> тамғаһында Салават Юлаев (исторический портрет)—2011——360 исемле <ref> тамға быға тиклемге текста телгә алынмаған "" төркөмө атрибутына эйә.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Видеояҙмалар һәм фильмдар

  • YouTube сайтында Видео «Личность в башкирской истории: Салават Юлаев». ТРК «Башкортостан», 2010 г.
  • YouTube сайтында Видео «Лик Салавата». ТРК «Башкортостан», 2013 г.
  • YouTube сайтында Видео фильм "Салават Юлаев". Я. Протазанов, 1941 (полная версия)
  • YouTube сайтында Видео "Пугачевщина в Башкирии (Башкирское восстание 1773-1774 гг.")