Салауатбыяла

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салауатбыяла
Тармаҡ лёгкая промышленность[d]
Нигеҙләү датаһы 1962
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы акционерҙар йәмғиәте
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Продукция Быяла
Рәсми сайт salstek.ru

«Салауатбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәте техник быяла етештереү менән шөғөлләнә. Тәҙрә быялалары сығарыу буйынса Рәсәйҙәге иң эре предприятиеларҙың береһе[1]. Предприятиеның штаб-фатиры Салауат ҡалаһында, Индустриаль урамы, 18 адресы буйынса урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Салауатбыяла» заводы СССР Министрҙар Советының 1956 йылдың 9 февралендәге ҡарары менән 1960 йылда төҙөлә башлай. 1962 йылда предприятие сафҡа индерелә.

Заводтың тәүге продуцияһы — штапель сүс быяла. Һуңғараҡ, йыл һайын тиерлек, быяланан яңы изделиелар етештереү үҙләштерелә: 1963 йыл — тәҙрә быялаһы, быяла плиткаһы, 1964 йылда — витрина быялаһы, сталинит, натрий-силикаты, 1967 йылда — аквариумдар, 1968 йылда — семәрле быяла, келәм-мозайкалы плиткалар, 1969 йылда — нығытылған табаҡлы быяла, 1970 йылда — көҙгө изделиелары.

Аҙағыраҡ заводта һауыт-һаба, термостар, быяла пакеттар, призматик көҙгөләр, күп ҡатлы триплекс быялаһы етештерелә.

  • 1993 йылда «Салауатбыяла» производство берекмәһе асыҡ типтағы акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртелә.
  • 2010 йылда «Салауатбыяла» һәм «Һарытау төҙөлөш быялаһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре берләштерелә.

Милекселәр һәм етәкселек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1960 −1980 йылдарҙа предприятие директоры — Сескутов Юрий Васильевич. Предприятиеның генераль директоры Агурев Сергей Алексеевич[2]. Акционерҙар һаны — 5708. Устав капиталының кимәле яҡынса 13 507 263 һум.

«Салауатбыяла» йәмғиәтенең төп хужаһы — бизнесмен һәм миллиардер Радик Солтанов[3] [4][5].

Биржаларҙағы листинг[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Акциялар һаны — 19 934 171. Һәр акцияның номинал хаҡы — 10 һум.

Компанияның ғәҙәти һәм өҫтөнлөклө акциялары өсөн төп сауҙа майҙаны — РТС биржаһы. 2008 йылдың авгусынан тауыш биреүсе акциялар шулай уҡ ММВБ биржаның MICEX Discovery «Открытия фондового рынка» секторында тәҡдим ителә[6]

Предприятиеның продукцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нефть-газ сығарыу, нефть-химик һәм химик сәнәғәте өсөн ҡорамалдар.

  • табаҡлы быяла
  • түбән эмиссиялы, ҡояштан һаҡлана торған һәм күп функциялы быяла
  • төҙөлөш өсөн тәғәйенләнгән күп ҡатлы быяла
  • иреүсән натрий силикаты
  • шыйыҡ быяла
  • быяла пакеты
  • быяла тараһы
  • автобыяла
  • пуля үтмәҫлек быяла

«Салауатбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәте сығарған төп продукция — табаҡлы быяла. Был продукция һатыу күләменең яҡынса 80 процентын тәшкил итә, башҡа продукция төрҙәре — 20 процент (автомобиль быялаһы, быяла тараһы, иреүсән натрий силикаты һәм шыйыҡ натрий быялаһы, йылылыҡ-тауыш изоляцияһы материалы)

Эшмәкәрлек күрһәткестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2009 йылдағы килем — 3 771 861 һум (2010 йылдың 9 айы) 2010 йылдың 9 айының 2009 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 131,5 процент тәшкил итә.

  • күләм артыу иҫәбенә — 49,3 млн.һум йәки 101,7 %.
  • хаҡ артыу иҫәбенә — 854,6 млн.һум йәки 129,8 %.

Билдәле хеҙмәткәрҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • С. А. Агуреев, В. И. Литвин, В. Д. Токарев «ОАО „Салаватстекло“ выходит на европейский уровень» журнал Стекло и керамика. — 2008. — N 5. — С. 3-4 : 4 фот. ISSN 0131-9582.
  • «Салават». Серия «Города нашей республики». Уфа. Башкирское книжное издательство. 1965.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Ҡалып:Company-stub