Салауат районы
| Салауат районы урыҫ. Салаватский район |
|
|---|---|
| Ил | Рәсәй |
| Статус | Муниципаль район |
| Төбәк | Башҡортостан |
| Эске бүленеш | 16 ауыл биләмәһе |
| Административ үҙәге | Малаяҙ ауылы |
| Халыҡ һаны | 31247 кеше |
| Халыҡ тығыҙлығы | 8.1 |
| Майҙаны | 2182 км² |
| Сәғәт бүлкәте | MSK +2 |
| Автомобиль коды | 02, 102 |
Салауат районы (урыҫ. Салаватский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан, Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1935 йылда Малаяҙ районы булараҡ ойошторолған, 1941 йылда хәҙерге исеме бирелә. Майҙаны — 2182 км2. Район үҙәге — Малаяҙ ауылы Өфөгә 183 км, яҡындағы Кропачево тимер юл станцияһына (Силәбе өлкәһе) 29 км. Халҡы 2010 йыл — 27,8 мең кеше (1970 йыл — 32,9; 1979 йыл — 28,8; 1989 йыл — 26,9 мең; 1995 йыл 27,3 мең кеше). Халыҡтың тығыҙлығы — 1 км2-ға 12 кеше, шул иҫәптән ауыл ерендә — 11 кеше. Районда 62 ауыл, Мөрсәлим (2,4 мең — 1989 й.) һәм Первомайский (0,5 мең) ҡасабалары бар. Ҙур ауылдар: Малаяҙ (3,8 мең), Арҡауыл (1,3 мең), Лаҡлы (1,2 мең). Күпселекте башҡорттар, татарҙар, урыҫтар тәшкил итә.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Географияһы
Райондың төп биләмәләре Йүрүҙән, Әй йылғалары һыу айырғыстарына тура килә. Көньяҡ.-көнсығыш өлөшө буйлап Уралдың көнбайыш итәгенең алдынғы һырттары һуҙылған (Башташ, Һилейә һырттары). Көньяҡ-көнбайышта Ҡаратау һырты, ә төньяҡ-көнбайышта Өфө яйлаһы ята. Ер өҫтөнөң уртаса бейеклеге 370 м. Янғантау тауы, Күҫәләр көкөртлө-водород сығанағы, Ҡорғаҙаҡ шишмәһе, Лаҡлы мәмерйәһе тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан ителгән.
Ҡаҙылма байлыҡтарҙан: боксит ятҡылығы (Новое, Әй), эзбизташ (Мөрсәлим, Сыбаркүл, яҙғы йорт), цемент балсығы (Ягодный), балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом (Лағыр), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Яланкүл), агрономик руда (Миәшәгәр, Покров). Ҙур булмаған торф һаҙлыҡтары (Миәшәгәр, Аҡшишмә, Лағыр һ.б.) 600 га майҙанды биләй.
Климаты уртаса һалҡынса, вегетация осоро ҡыҫҡа һәм дымлы. Еңелсә көлһыуланған ҡара тупраҡ, ҡара-һоро урман һәм уңдырышлығын юғалта барған ҡара урман тупраҡтары таралған. Урмандар майҙаны 63,9 мең га (район биләмәһенең 31,6%), үҙағастың дөйөм запасы 9 млн. м3 самаһы (шул иҫәптән ҡайын — 4,5; уҫаҡ — 1,8; ҡарағай — 1,1; йүкә — 0,8 млн м3). Ауыл хужалығы ерҙәре 107,9 мең га, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 66,9, көтөүлектәр — 26,6 һәм сабынлыҡтар — 14,3 мең га тәшкил итә.
[үҙгәртергә] Иҡтисад
Район хужалығы малсылыҡ-игенселек, картуф үҫтереү һәм сусҡасылыҡ буйынса махсуслаша. Районда “БЭТО” концерны ярҙамсы хужалығы (Ҡалмаҡлар, Нәсебаш ауылы) эшләй. Төҙөлөш материалдары етештереү комбинаты, ит комбинаты (Мөрсәлим ҡасабаһы), май заводы, РТП (Нәсебаш ауылы), “Ҡорғаҙаҡ" минераль һыуын һауыттарға тултырыусы “Полипресс-"Ҡорғаҙаҡ" заводы, урман хужалығы предпритиеһы (Урмантау ауылы) эшләй. Бынан тыш, Башҡортостан Урман хужалығы министррлығының урман хужалығы һәм “Башкирсельхозлес" ПБ-нең хужалыҡ-ара лесхозы эшләй.
[үҙгәртергә] Трпанспорт
Район территорияһын Өфө — Силәбе тимер юлы һәм Кропачево—Малаяҙ —Мәсәғүт—Красноуфимск автомобиль юлдары киҫеп үтә.
[үҙгәртергә] Социаль-мәҙәни өлкә
Районда 49 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 18 урта, музыка мәктәбе, ПУ, 25 дөйөм китапхана, 48 клуб, Район үҙәк һәм 4 ауыл участка дауаханаһы бар. Салауат Юлаев музейы (Малаяҙ ауылы), Башкортостандың халыҡ шағиры Р.Ғариповтың мемориаль музейы (Арҡауыл ауылы), Янғантау курорты эшләй.
Башҡорт һәм урыҫ телдәрендә “Йүрүҙән" һәм “На земле Салавата" газеталары сыға.
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.
- * Официальный сайт района
Ҡалып:Салауат районы райондары
| Башҡортостан райондары |
| Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл |