Секем

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Секем
Тип

шәхси компания

Нигеҙләнгән

1977

Уранлашыуы

Египет

Төп фигуралар

Ибраһим Әбүләйеш (ингл. Ibrahim Abouleish)

Продукция

ауыл хужалығы

Хеҙмәткәрҙәр һаны

2 000 (2014)[1][2][3]

Булендек компаниялар

7 коммерция һәм бер нисә коммерцияһыҙ (2014)[2]

Сайт

http://www.sekem.com/

Секем (инглSEKEM), «Секем» инициативаһы (ингл. Sekem initiative) — күп профилле мысыр холдингы, социаль эшҡыуарлыҡ принциптарын тормошҡа ашыра, нигеҙҙә илдең ауыл хужалығында эш итә[1][2][4].

2014 йылға ҡарата 7 коммерция һәм бер нисә коммерцияға ҡарамаған ойошманы берләштерә, уларҙа 2 000-дән ашыу кеше эшләй[1][2][3].

Компанияны Ибраһим Әбүләйеш (инглIbrahim Abouleish) ойошторған, хужаһы һәм етәксеһе лә ул[1][4].

Компания социаль эшҡыуарлыҡтың классик кейстарының береһенә әүерелә һәм был өлкәләге «ҡатнаш коммерция ойошмаһы» тип классификациялана[1][2][3][4][5]. «Секем» «Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды» ярҙамын ала[3][6].

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күп профилле «Секем» холдингы финанс уңышына өлгәшкән бер нисә компаниянан тора, улар йәмғиәттең социаль һәм мәҙәни мәсьәләләрен хәл итеүгә, шулай уҡ Мысыр йәмғиәтенең үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә тырыша[4].

«Секем» холдингы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре[4]:

  • Иҡтисад.
    Төп компания һәм ауыл хужалығы компаниялары/предприятиелары.
    Төп компания инвестициялай һәм бурысҡа аҡса бирә, ойоштороу эштәрен алып бара, маркетинг стратегияһын, кеше ресурстары һәм «Секем» фәлсәфәһенә тап килгән ҡиммәттәр менән эште тормошҡа ашыра. Бүлендек компаниялар органик аҙыҡ-түлек, мамыҡ, туҡыма һәм шифалы үләндәр етештерә[2].
  • Мәҙәниәт.
    Мысыр культуралы ер эшкәртеү биодинамик ассоциацияһы (ингл. The Egyptian Biodynamic Association (EBDA)), «Секем» үҫеш фонды (ингл. The SEKEM Development Foundation´s (SDF)), Мысыр мәҙәни үҫеш йәмғиәте (ингл. Egiptian Siciety for Cultural Development (SCD))[1], дәүләттеке булмаған, коммерцияға ҡарамаған «Хелиополис» университеты (ингл. Heliopolis University).
    Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге программаларҙы тормошҡа ашыра.
  • Социаль.
    «Секем» (ингл. The Cooperative of SEKEM Employees (CSE)) хеҙмәткәрҙәре кооперативы.
    Үҙ ағзаларының социаль ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

"Секем"дың ойоштороусыһы Ибраһим Әбүләйеш (ингл. Ibrahim Abouleish) 20 йыл буйы ғаиләһе менән Австрияла йәшәй, шунан ватаны Мысырға ҡайтырға була[1]. Ул илендә иҡтисадтың артта ҡалғанлығын, социаль проблемалар күплеген күрә[1].

1977 йылда Ибраһим Әбүләйеш «ерҙе һәм кешеләрҙе сәләмәтләндереү» маҡсатында социаль венчур предприятиеһы ойошторорға ҡарар итә[1][2][7].

Компанияның исеменә әйләнгән «Секем» тигән һүҙ йәшәү һәләтен — ҡояштан алынған көс-ҡеүәтте — аңлатҡан иероглифтың транслитерацияһы булып тора[3][8].

Тәүге ауыл хужалығы предприятиеһы «Секем» Ҡаһирәнән төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай сүлдәге 70 акр ерҙә ойошторола[8].

Эшҡыуар үҫемлектәрҙе һәм тәмләткестәрҙе, шулай уҡ шифалы һәм хуш еҫле үләндәрҙе биодинамик үҫтереү менән шөғөлләнә башлай[1][2]. Органик культивация тупраҡтың уңдырышлылығын күтәрә, боҙолоуына юл ҡуймай, үҫемлектәр төрлөлөгөн арттыра һәм эшкәртеп булмай торған ҡалдыҡтарҙы булдырмай, тигән шарттарға нигеҙләнә[3]. Шулай итеп, ошо ысулдарҙы файҙаланып алынған продукттарҙы һатырға, эшкәртергә йә культивация барышында ҡабат тотонорға була, һөҙөмтәлә тотороҡло һәм үҙ аллы хужалыҡ хасил була[3].

Пестицидтар ҡулланыуҙан баш тартыу һәм биодинамик культивацияға өҫтөнлөк биреү арҡаһында «Секем» тупраҡ уңдырышлылығын күтәрә, был Мысырҙағы ауыр иҡтисади хәлде яҡшыртыуға өлөш индерә[1][4].

Башта «Секем» компанияһы етештергән аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар нигеҙҙә экспортлана[3].

Тиҙҙән «Секем» илдә һәм донъяла химик ашламалар файҙаланмайынса тәбиғи продукттар етештереүсе, шулай уҡ билдәле фитофармацевтик предприятие булараҡ танылыу яулай[1]. Компания сауҙаһының 55%-тан ашыуы эске баҙарға тап килә[3].

2005 йылға «Секем» Мысырҙағы 2000-дән ашыу фермерҙан һәм күп һанлы партнёр ойошмаларҙан торған селтәр хасил итә һәм тәжрибәһен, белемдәрен башҡа илдәр, шул иҫәптән Һиндостан, Фәләстин, Сенегал, Төркиә һәм Көньяҡ Африка, менән уртаҡлаша башлай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 Ангелина Горбунова. Пять мифов о социальном предпринимательстве. Частный Корреспондент (14 декабрь 2014). Дата обращения: 29 апрель 2015. 2015 йыл 28 апрель архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Джоанна Мэйр и Кейт Гэнли Социальное предпринимательство: инновации для устойчивого развития (рус.). — 2010. — С. 109-120. Печатается по: Johanna Mair and Kate Ganly Social Entrepreneurs: Innovating Toward Sustainability (инг.) // Worldwatch Institute State of the World 2010: Transforming Cultures. From Consumerism to Sustainabilit. — New Yor: W.W. Norton & Company, 2010. — С. 103-109.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 3,8 Инга Пагава. Фонд Шваба: лучшие практики. Новый Бизнес (12 февраль 2008). Дата обращения: 29 апрель 2015.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 М. Баталина, А. Московская, Л. Тарадина Обзор опыта и концепций социального предпринимательства с учетом возможностей его применения в современной России (рус.) // Государственный университет — Высшая школа экономики Институт управления социальными процессами. — Москва, 2007.
  5. "The Sekem Initiative" 2006 йыл 20 май архивланған., IESE Business School case study.
  6. Ibrahim Abouleish (ингл.). Schwab Foundation. Дата обращения: 29 апрель 2015. 2016 йыл 26 ғинуар архивланған.
  7. В некоторых 2016 йыл 4 март архивланған. источниках: «согреть землю и людей».
  8. 8,0 8,1 Ibrahim Abouleish (нем.). chemie.de. Дата обращения: 22 апрель 2015.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсми сайт: SEKEM.