Сипылдаҡ төйөт
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
| Сипылдаҡ төйөт | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Phylloscopus sibilatrix (Bechstein, 1793) |
||||||||||||||
|
Сипылдаҡ төйөт (урыҫ пеночка-трещотка) (лат. Phylloscopus sibilatrix) — Һылыуҡастар (Sylviidae)ғаиләһенән булған һайраусы ҡош .
Йөкмәткеһе |
Ҡылыҡһырлама [үҙгәртергә]
Турғайҙан бәләкәйерәк. Ботаҡтан ботаҡҡа һикереп йөрөүсе етеҙ ҡош. Һырты яғы көрәнһуы йәшел.Ҡашы, башыныү ике яғы, тамағы һәм түше тоноҡ һары, ҡорһағы аҡ.Ҡанаттарының ҡауырһындары һары ситле ҡара- көрән. Башҡа төйөтәрҙән төҫө менән әллә ни айырылмай, ләкин һайрауы үҙенсәлекле. Ҡыҫҡа ғына:"төйөт" йәки "төйт", ә һайрауы яңғырауыҡлы "зи-зи-зи зирррр".
Йәшәгән урыны [үҙгәртергә]
Урман һәм ҡыуаҡлыҡтар араһында йәшәй.Күсмә ҡош, киң таралған. Ерҙә, һирәкләп ағас баштарында оялай.
Үрсеүе [үҙгәртергә]
Ерәнһыу таптар менән сыбарланған 5-8 бөртөк йомортҡа һала.
Туҡланыуы [үҙгәртергә]
Төрлө ваҡ бөжәктәр менән туҡлана.
Диалекттарҙа [үҙгәртергә]
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. 1986 йыл, Өфө. 91-се бит.