Солтанов Вәсим Хафиз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәсим Солтанов
Исеме:

Солтанов Вәсим (Мөхәмәтвәсим) Мөхәмәтхафиз улы

Тыуған көнө:

22 август 1887({{padleft:1887|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе, Борай волосы, Шабай ауылы

Вафат булған көнө:

1977({{padleft:1977|4|0}})

Вафат булған урыны:

Сәмәрҡәнд ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Солтанов Вәсим Хафиз улы (22 август 1887 йылиюнь 1977 йыл) — яҙыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәсим Хафиз улы Солтанов 1887 йылдың 22 авгусында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Борай волосы (хәҙерге Башҡортостан Борай районы) Шабай ауылында тыуған.

Башланғыс белемде ауылында атаһы мәҙрәсәһендә алған. 1903 йылда Өфөлә «Ғосмания» мәҙрәсәһенә уҡырға керә. Унда өс йыл уҡығас, яңы асылған «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә күсә. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури менән дуҫ булған.

1905—1907 йылғы революцион хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу сәбәпле, мәҙрәсәнән китергә мәжбүр була. 1909 йылдан Стәрле өйәҙе Ҡырмыҫҡалы ауылында мөғәлимлек итә. 1910 йылда Бөрө ҡалаһында асылған мосолман мәктәбендә бер йыл уҡыта. 1911 йылда шәриктәше Ғибадулла Алпаров менән төрки хәрефтәренә реформа кәрәк тип, «Шура» журналында мәҡәлә баҫтыралар. Шунан икәүләп Ҡазан ҡалаһындағы Татарская учительская школаға (Татар уҡытыусылар мәктәбе) барып урыелашалар. Шунда уҡығанда Ғата Исхаков менән бергә «Татар-башҡорт әлифбаһы» тигән китап яҙалар. 1913 йылда «Аҡса тик ятаһын» тигән китабы баҫыла.

1914 йылда Алыҫ Көнсығышҡа Благовещенск ҡалаһына уҡырға китә, Хабаровск ҡалаһында ла уҡып ала. Өфө земствоһы эшкә саҡырғас, Башҡортостанға ҡайта һәм Стәрлетамаҡ өйәҙенең Боҙаяҙ ауылында волост китапханаһы асыуҙы ойоштора.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]