Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрыСтәрлетамаҡ ҡалаһында эшләп килгән драма театры. Театрҙың рәсми асылған көнө булып 1991 йылдың 7апреле иҫәпләнә. Был көндө театр беренсе спектаклен күрһәтә. Театрҙың беренсе худлжетво етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшлеклеһе, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Гөлдәр Ильясова менән бер рәттән Башҡортостандың халыҡ артистары Кинйәбикә Исламғолова, Рәфиға Ғалина, Таһир Искәндәров, драматург Илшат Йомағоловтар эшләй.

Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры бик күп республика һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. 1994 йылда театр «Театр яҙы-94» фестивалендә Флорид Бүләковтың «Онотолған доға» спектакле өсөн С. Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була.

Театр ижады менән Санкт-Петербург, Силәбе, Екатеринбург, Ҡазан, Яр Саллы,Златаус, Миәс, Ырымбур, Орск тамашасылары таныш. Театр гострольдәргә Франция, Япония, Бельгия, Төркиәгә сыға.

2008 йылдың декабрендә театр «Белоруссияла Башҡортостан мәҙәниәте көндәрендә» ҡатнаша.

[үҙгәртергә] Һылтанмалар

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр