Сухаревка (Мәләүез районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сухаревка
Сухаревка
Рәсми атамаһы Сухаревка
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Корнеевка ауыл Советы
Халыҡ һаны 239 кеше (2010)[1]
Почта индексы 453883
Карта

Сухаревка (рус. Сухаревка) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 239 кеше[2]. Почта индексы — 453883, ОКАТО коды — 80241880007.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 239 114 125 47,7 52,3
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек урыҫтар (68 %) йәшәй[3].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 40 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Корнеевка): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ергән): 13 км

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сухаревка (Дурасовка) ауылы Дәүләтҡол ауылы башҡорттарының ерҙәре эргәһендә барлыҡҡа килгән. Бөтә халҡы — Покровска ауылынан Дурасовтың мещандарға беркетелгән элекке крепостной крәҫтиәндәре булған. Оҙаҡ ваҡыт улар элекке урында йәшәгәндәр. Һуңынан 40 ғаилә башҡорт еренә күсенгән. 1881 йылда стан приставы Сухаревтың ҡатыны Нурдәүләт ауылы башҡорттарынан 764 дисәтинә ерҙе ҡуртымға алған. Киләһе йылда күсеп килеүселәргә ул был ерҙе 3360 һумға тапшыра. Әммә башҡорт ауылы йәмғиәтенең хөкөм ҡарары властар тарафынан дөрөҫ түгел тип танылған һәм юҡ ителгән. Был ваҡытҡа крәҫтиәндәр уға мең һум аҡса түләп өлгөргән булған. Шул уҡ ваҡытта ҡуртым 12 йыл дауам иткән. Һуңынан, 1894 йылда урыҫ крәҫтиәндәре шул уҡ хужаларҙан 12 йылға тағы 814 дисәтинәне һәм Һабаш ауылы башҡорттарынан 1000 дисәтинәне ҡуртымға алған. 1920 йылда ауылда 119 йортта 664 кеше йәшәгән[4].

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сухарев урамы (рус. улица Сухаревская)[5]

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]