Сырлауыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Сырлауыҡ (Белокрылый жаворонок) (Melanocorypha leucoptera Pall ).


Буҙлаҡ, буҙ турғай. Сыйырсыҡ ҙурлығында. Түбәһе, яурындары, муйынының ике яғы, ҡойроҡ өҫтө ерән, һыр¬ты көрән таплы һарғылт һоро, кәүҙәһенең аҫ яғы, ҡойро-ғоноң ике яҡ сите аҡ. Ҡара ҡанаттарында күҙгә ташланып торған киң арҡыры аҡ һыҙыҡ бар. Башҡа һабан турғайҙарынан төҫө һәм ҙурлығы менән айырыла. Ерҙә лә, һауала ла һайрай.

Тауышы көслө сырылдау. Әремле һәм сәнске үләнле яландарҙа йәшәй. Күсеп йөрөүсе ҡош. һи¬рәк осрай. Бөжәктәр, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Ояһын ергә ҡора. Унда көрән таплы аҡһыл йәшел -йәки аҡһыл һары 4—6 бөртөк йомортҡаһы була.



Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]