Сырышҡы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Сырышҡы
башҡ. Сырышҡы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Белорет

Ауыл советы

Егәҙе

Координаталар

53°52′54″ с. ш. 57°12′01″ в. д.HGЯO

Халҡы

1[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

сөнни мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453552

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 211 816 004

ОКТМО коды

80 611 416 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Сырышҡы (Рәсәй)
Сырышҡы
Сырышҡы
Сырышҡы (Башҡортостан Республикаһы)
Сырышҡы


Сырышҡы (рус. Сарышка) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1 кеше[2]. Почта индексы — 453552, ОКАТО коды — 80211816004.

Егәҙе ауыл советына ҡарай.

Тарихынан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1897 йылғы беренсе дөйөм халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Рәсәй империяһының 500 һәм унан күберәк кеше йәшәгән торама урындары

Сырышҡы ауылы — Белорет районындағы Ҡатай ырыуына ҡараған сик буйындағы һуңғы ауыл.

Ауыл халҡы борондан урман эше, ҡортсолоҡ менән көн күрә, шулай уҡ Егәҙе суйын иретеү заводына ла эшкә йәлеп ителгән була. Завод 1888 йылда кирбес етештереү заводы төҙөүҙән башланып китә. 1893 йылда яңы төҙөлгән заводҡа эргә-тирәләге ауылдарҙан халыҡ ағыла башлай. Улар араһында Сырышҡы ауылынан йөрөп эшләүселәр табыла[3].

Өфө губернияһы буйынса 1897 йылғы халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре баҫылған китапта 500 кешенән күберек кеше йәшәгән ауылдар исемлеге бар, унда Сырышҡы ла ингән булған [1]

Ә.З. Әсфәндиәровтың «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» тигән китабында Тамъян-Ҡатай кантоны Ҡатай улусына ҡараған Сырышҡы утарында 1926 йылда 5 кенә йорт булғаны билдәләнгән[4].

Үҙгәртеп ҡороу йылдары Туҡандағы, Егәҙеләге ойошмаларҙың ябылыуына килтерә, шуның һөҙөмтәһендә Сырышҡы ла юҡҡа сығыу сигенә етә. 2010 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 1 кеше йәшәгән[5].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1 1 - 100,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 114 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Улу-Елга): 68 км
Сырышҡы

Фольклорҙан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылдың мәҙәк атамаһы көләмәстәр сығыуға ла сәбәп булғылай.

Белорет районында элек Сырышҡы тигән ауыл була торғайны. Бына шул ауылдан бер апай поезда китеп бара икән дә, ғәҙәттәгесә һөйләшеп киткәндәр бер юлдашы менән. Араларында һөйләшеү ошолай килеп сыҡҡан:

— Һин ҡайһы ауылдан? — ти юлдашы

— Сырышҡынан. Ә һин?

— Бөрөшкөнән! — тип турһайған юлдашы, ҡатын юрый шулай яуап бирә тип уйлап.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Зигазинский чугуноплавильный завод 2017 йыл 8 сентябрь архивланған.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.111
  5. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)