Сэмюэл Беккет

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Сэмюэл Беккет (ингл. Samuel Beckett) (13 апрель, 190622 декабрь, 1989) — күренекле ирланд яҙыусыһы, шағиры һәм драматургы. Инглиз һәм француз телендә яҙған. Әҙәби тәржемәсе булараҡ та танылған. Эжен Ионеско менән бергә "Абсурд театры"на нигеҙ һалған. 1969-сы йылда әҙәбиәт буйынса Нобель премияhын яулаған.

Сэмюэл Беккет Ирландияның башҡалаһы Дублинда1906-сы йылда тыуған. 1937-се йылда ул Парижға күсә; Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Францияның Ҡаршылыҡ хәрәкәтенә ҡатыша. Ҡатыны Сюзанна менән һуңғы көндәренә хәтлем Парижда тора.

Иң билдәле пьесаhы "Годоны көткәндә" (франц. En attendant Godot) тип атала; ул күп тапҡыр сәхнәлә ҡуйылған һәм телевидениела күрһәтелгән. Сэмюэл Беккеттың әҫәрәренә яңы заманса әҙәби алымдар, фәлсәфәүи ҡараш, минимализм һәм пессимизм хас.

1958--cе йылда "Крепптың һуңғы яҙған таҫмаһы" (ингл. Krapp’s Last Tape) тигән пьесаһы донъя күрә. Был пьесала Бэккетт яңғыҙлыҡ, ҡартайыу һәм үлем темаларын тасуирлай.

Сэмюэл Беккет 1989-сы йылда үлә. Бөгөн ул донъяның киң танылған драматургтарының береhе булып hанала.