Сүллек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Сүллектәр

Сүллек — һирәк, йәки бөтөнләй булмаған флора һәм үҙенсәлекле фауна, тигеҙлек менән билдәленгән ер өҫтөндәге ландшафт. Сүллекте ҡомло, ташлы, балсыҡлы, тоҙло тупраҡлыларға бүләләр. Ҡарлы сүллекта (Арктика һәм Антарктидала) айырым ҡарайҙар. Иң билдәле сүллек — Африка континентының төньяғын биләп торған Сахара сүллеге. Ярымсүллектәр, шулай уҡ экстрималь ландшафтлы иҫәпләнә. Сүллектәр ҡоро ерҙең барлығы 16,5 млн км² өлөшөн, йәки 11% биләй (Антарктиданан башҡа). Антарктида менән бергә 20%.

Географик үҙенсәлеге[үҙгәртергә]

Ливия сүллеге

Күпселек сүллектәр геологик платформаларҙа барлыҡҡа килгән. Азия, Африка һәм Австралиялағы сүллектәр диңгеҙ өҫтөнән 200-600 м бейеклектә урынлашҡан, ә Үҙәк Африкалағы һәм Төньяҡ Америкалағы сүллектәр диңгеҙ өҫтөнән 1000 м бейеклектә. Күбеһе тауҙар менән уратып алынған, йәки тауҙарға сиктәш. Ер өҫтө ҡатламы төрлө һәм территорияның геологик төҙөлөшөнән, тәбиғи процестарҙың тәьҫиренән тора.

Климат[үҙгәртергә]

Температура режимы географик урынына бәйләнгән. Сүллектәге һауа дымлылығы бик түбән булғанға, ул ҡояш радияцияһынан һаҡламай. + 50° С ғәҙәти температура, ә иң максималь температура — + 58° С Сахарала теркәлгән. Төндә ер өҫтө йылыһын бик тиҙ юғалта. Тропик пояста температура амплитудаһы 40° С-ҡа етергә мөмкин. Уртаса пояста температура миҙгел алмашыныуына бәйле. Йәй сүллектә йылы, хатта еҫе, ә ҡыш бик ҡырыҫ, һыуыҡлыҡ -50 °С-ҡа етә, ҡар ҡатламы бөтөнләй булмай. Даими икән, ҡайһы саҡ тиҙлеге 80—100 км/сәғ еткән, елдәр сүллектең үҙенсәлеге. Сүллектәге елдәр туҙан һәм ҡом бураны сығара.