Сәба батшалығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәба баш ҡалаһы Мәғрәб эргәһендәге Сәба ҡорамы Бар’ан.

Сәба — б.э.т. 2-се мең йыллыҡтың аҙағынан б.э. III быуаты аҙағына тиклем Ғәрәп ярымутрауының көньяҡ өлөшөндә, хәҙерге Йәмән тирәһендә урынлашҡан боронғо дәүләт (тарихының иң башында Эфиопия биләмәһендә колонияһы булған).

Осорҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәба батшалығының тарихы өс төп осорға бүленә:

  1. Сәба мөкәррибтәре осоро (яҡынса б.э.т. 1 мең й. беренсе яртыһы).
  2. Сәба батшалары осоро (яҡынса б.э.т.1 мең й. икенсе яртыһы).
  3. Сәба батшалары һәм зу-Райдан осоро ({0}б.э.т. I б.{/0} — б.э. III б.)[1].

Сәба цивилизацияһы — Яҡын Көнсығышта иң боронғоларҙың береһе — б.э.т. 2-се мең йыллыҡ аҙағында Көньяҡ Ғәрәбстан территорияһында, Рамлат әс-Сәбатәйен сүле сигендә, уңдырышлы тупраҡлы, мул һыулы һәм ҡояшлы төбәктә, күрәһең, сәбиҙәр ғәрәп ерҙәре аша үткән «Хуш еҫле һумала-майҙар юлы» барлыҡҡа килеү арҡаһында төньяҡ-көнбайыш Ғәрәбстандан күсенгәндә хасил булғандыр. А. Г. Лундин фараз итеүенсә (әлегә был дәлилдәр менән тулыһынса раҫланмаған), башта, б.э.т. 2-се мең йыллыҡтың уртаһынан, өс ғәрәп ҡәбиләһе Сәба менән союзға инә, яҡынса б.э.т. XIII йәки XII быуатта уға әүәле Файшан союзында торған тағы өс ҡәбилә ҡушыла.

Сәба батшалығы тәү башлап б.э.т. IX быуатта телгә алына, ә уның сәскә атыуы б.э.т. VIII б. тап килә. Сәба баш ҡалаһы Мәғрәб янында бик ҙур плотина ҡорола, шул сәбәпле элек бер ни үҫмәгән үле ҙур ер майҙандары һуғарыла башлай — ил бай оазисҡа әүерелә.

Батшалыҡтың сәскә атыуы б.э.т. 900—450 йй. тура килә. Тарихының башланғыс осоронда Сәба сауҙа өсөн әһәмиәтле була: бында Һадрамауттан тауарҙар килтерелә, ошонан каруандар Месопотамияға, Сүриәгә һәм Мысырға юллана (Ис. 60:6; Иов. 6:19). Транзит сауҙа менән бергә Сәба үҙендә етештерелгән хуш еҫле һумала-майҙар һатыуҙан килем ала (Иер. 6:20; Пс. 71:10).

Сәйәси тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәба дәүләтенең сәйәси тарихы әллә ни билдәле түгел. Б.э.т. II быуатта әлегә аңлашылып етмәгән сәбәптәр арҡаһында Сәба бик хәлһеҙләнә, ә Йәмән ҡалҡыулығы сәскә ата, уның көньяҡ-көнбайышында Һимйәр батшалығы хасил була. Һимйәриҙәр менән сәбиҙәр араһында әлегә сәбәбе асыҡланмаған һуғыштар тоҡана. Б.э.т. I б. аҙағына һимйәриҙәр көньяҡ ғәрәп дәүләттәренең күбеһен (Мәин, Ҡәтбан) баҫып ала; б.э.т. 25 йыл тирәһендә һимйәриҙәр Сәбаны буйһондора һәм уны Һимйәр батшалығына ҡуша. Үҙ аллы дәүләт булараҡ, Сәба батшалығы II быуат башында аяҡҡа баҫа. III быуат аҙағында Сәба яңынан Һимйәр батшалығы эсенә инә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]