Сәрмән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ауыл
Сәрмән


Ил Рәсәй
Федерация субъекты Башҡортостан
Район Белорет районы
Координаталары Координаталары: 53°52′32″ т. к. 58°06′41″ кс. о. / 53.875556° т. к. 58.111389° кс. о. (G) (O) (Я)53°52′32″ т. к. 58°06′41″ кс. о. / 53.875556° т. к. 58.111389° кс. о. (G) (O) (Я)
Халыҡ 2018 кеше (2010)
Ваҡыт бүлкәте UTC+5, йәй UTC+6
Телефон коды +7 34792
Почта индексы 453521
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80211843001
Сәрмән (Рәсәй)
Сәрмән
Сәрмән (Башҡортостан Республикаһы)
Сәрмән

Сәрмән (урыҫ. Серменево) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 2018 кеше[1]. Почта индексы — 453521, ОКАТО коды — 80211843001.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 2018 1019 999 50,5 49,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегәнә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәген урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.

  • 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
Был белешмә китабынан алып еңеләйтелгән таблица эшләнде һәм ҡулланыуға сығарыла. Унда шулай уҡ ир-егеттрәҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың өлөшө иҫәпләнгән. Таблицаны PDF йәки Exsel форматында алып була
1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.

Географик урыны[үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 23 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сәрмән): 5 км

Тарихы[үҙгәртергә]

Ауыл ҡасан һалынғаны тураһында тура мәғлүмәт юҡ.

Ситләтелгән рәүештә ауылдың нигеҙләгән ваҡыты тураһында түбәндәге яҙыу уйылған ҡәбер ташы белдерә: " 1702 йылда Сәрмән ауылында Стәрлетамаҡ сауҙагәре Ғиләз ерләнгән". Әммә күрһәтелгән йылда Стәрлетамаҡ булмаған – был ҡала Ашҡаҙар пристане янында 1766 йылда ғына барлыҡҡа килә. Шуның өсөн, ташта уйылған яҙыуҙың дөрөҫ уҡылмауы йәки башҡа Стәрлетамаҡ тураһында әйтелеүе ихтимал. 1795 йылда үткән V Рәүиз яҙмаларында ауылдың исеме Сәрмән тип бирелә, икенсе исеме Аҡкөсөк тип бирелә. Ул осорҙа ул Ҡатай башҡорттарының иң ҙур ауылы булып тора: 60 хужалыҡта 205 ир-ат, 200 ҡатын-ҡыҙ тора.

Ауылдың исеме ҡайҙан килеп сыҡҡан икән? Урындағы халыҡта йөрөгән риүәйәт буйынса, ауылға Аҡкөсөк исемле кеше нигеҙ һалған; ауылдың урынын уның атаһы Сәрмән һайлап алған, ти.

Ауылды нигеҙлеүсе кешенең исеме тарихи документтарҙа ла раҫлана – Аҡкөсөк Таһиров 1773 —1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында ҡатнашыусы булараҡ сыҡанаҡтарҙа иҫкә алына ( "Документы ставки Пугачева", "Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии" йыйынтыҡтары). Ауыл ошо кешенең хөрмәтенә аталыуы шулай уҡ уның ғәскәри төркөмөнә ингән Абузар Абдулғайыр тарафынан Кинйә Арыҫланов исеменә яҙған рапорттала ла әйтелә. Был рапоррта Аҡкөсөк ауылы телгә алына; был ауылда тороусы Батыр Бәпәйев менән Ураҙгилде Имәнғоловты карателдәр әсирлеккә алған, тип белдерелә.

Ауылды нигеҙләүсенең улы Хоҙайбирҙе Аҡкөсөков исеме лә билдәле.

Ауылдың өсөнсө исеме Ҡормашты булған.

Бәләкәй Башҡортостан осоронда Сәрмән Тамъян-Ҡатай кантонының үҙәге булып тора. [2].

Кешелэр[үҙгәртергә]

  1. Мулдашев Эрнст Рифгатович, офтальмолог
  2. Исмәғилев Заһир Ғарип улы атаҡлы башҡорт композиторы.
  3. Хәрәсов Мөхәмәт Хәдис улы. 2000 йылдан башлап 2010 йылға тиклем Башҡорт дәүләт университеты ректоры.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]

  1. Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны
  2. Әхмәт-Зәки Вәлиди. «Башҡорттарҙың тарихы». Өфө: Китап, 2010.