Сәтләүек ағасы (урыҫ. Лещи́на обыкнове́нная, лат. Córylus avellána) —ҡайын һымаҡтар (Betulaceae) ғаиләһенән эре ҡыуаҡ. Бейеклеге 7 м-ға етә. Март-апрель айҙарында сәскә ата, август-сентябрҙә емеше (сәтләүеге) өлгөрә.
Сәтләүек ағасының тәбиғи ареалы Европа, Кавказ һәм Урта Азия. Бөтә ергә культивацияланған. Башҡортостанда киң таралған. Япраҡлы ағас урманында, урман ситендә, йырғанаҡтарҙа үҫә.
|
|
|
|
|
|
|
Һулдан уңға:
Япрағы. Һеркәсе. Һеркәс менән сәскә бөрөһө. Йәшел сәтләүеге. Өлгөргән, таҙартылған сәтләүеге. Орлоғо. color=#BBDD99
|
- Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 435. Corylus avellana L. — Лещина обыкновенная, или Орешник, Лесной орех // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2003. — Т. 2. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 33. — ISBN 9-87317-128-9.
- Ғүмәров В.З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. -160 б. ISBN 5-295-01499-1