Сәҙретдинов Әбрәр Мәсәлим улы
| Әбрәр Сәҙретдинов | |
| Сәҙретдинов Әбрәр Мәсәлим улы | |
| 200px | |
| Тыуған: | |
|---|---|
| Тыуған урыны: |
БАССР-ҙың Шишмә районы Бишкәзә ауылы |
| Ил: |
|
| Фәнни даирә: |
педагог, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре |
| Ғилми дәрәжәһе: |
Иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы мәғәрифе Академияһы академигы |
| Ғилми исеме: |
Академик |
| Альма-матер: | |
| Наградалары һәм премиялары |
Мәсетле районының почетлы гражданы |
Сәҙретдинов Әбрәр Мәсәлим улы (04.04.1933, БАССР-ҙың Шишмә районы Бишкәзә ауылы) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог. Иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы мәғәрифе Академияһы академигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. БАССР-ҙың Юғары Советы VII[1], VIII[2], X[3] саҡырылыштары депутаты. РСФСР-ҙың Юғары Советы XI саҡырылышы депутаты. Мәсетле районының почетлы гражданы[4].
Йөкмәткеһе |
Тормош юлы [үҙгәртергә]
БАССР-ҙың Шишмә районы Бишкәзә ауылында 1933 йылдың 4 апрелендә тыуған.
Хеҙмәт юлы [үҙгәртергә]
- 1951-1953 — Шишмә машина-трактор станцияһы участка агрономы;
- 1955 — Шишмә районы И.В.Сталин исемендәге колхоз аграномы һәм рәйесе;
- 1959 — Шишмә районы "Дуҫлыҡ" совхозы баш агрономы, партком сәркәтибе;
- 1961 — КПСС-тың Шишмә район комитеты сәркәтибе;
- 1962 — Шишмә районы колхоз-совхоз идаралығы партком сәркәтибенең ойоштороу эштәре буйынса урынбаҫары;
- 1964 — Балаҡатай сәнәғәт идаралығы партком сәркәтибе;
- 1965 — КПСС-тың Мәсетле район комитеты сәркәтибе;
- 1972 — БАССР-ҙың ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары;
- 1975 — КПСС-тың Башҡорт АССР өлкә комитетының ауыл хужалығы бүлеге инструкторы, мөдир урынбаҫары;
- 1982 — КПСС-тың Башҡорт АССР өлкә комитетының ауыл хужалығы бүлеге мөдире;
- 1985 — Башҡорт АССР Министрҙар Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡорт АССР Министрҙар Советы - Башҡорт АССР Хөкүмәте ағзаһы[5].
- 1986-2000 — Башҡорт ауыл хужалығы институтының ситтән тороп уҡытыу буйынса проректор , 1993 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты тип һанала.
Ғилми эшмәкәрлеге [үҙгәртергә]
Баһалы хеҙмәте [үҙгәртергә]
А.М. Сәҙретдинов эшләгән ваҡытта Мәсетле районының һәр ауылына ҡырсынташ түшәлгән автомобиль юлдар һалынды, Әй һәм Ыҡ йылғалары аша күперҙәр төҙөлөлдө, маршрут буйынса автобустар йөрөүе ойошторолды, ПМК-249, ПМК-8 төҙөлөш-монтаж ойошмалары эшмәкәрлеген башланы. Кирбес заводы, тимер-бетон заводы төҙөлә башланы. Заманына ҡарата алдынғы технология һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған бихисап яңы ауыл хужалығы объекттары: малсылыҡ фермалары, ашлыҡ һаҡлағыстар, машина-трактор оҫтаханалары, шулай уҡ мәғариф һәм мәҙәниәт усаҡтары: мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары, балалар баҡсалары, болницалар, фельшер-акушер пукттары һалынды. Оло Ыҡтамаҡта аэропорт асылды һәм Өфөнән даими самолет оса башланы. Район ауыл хужалығы ойошмалары иҫәбенә Башҡортостанда беренсе булып колхоз-ара санаторий төҙөлдө, санаторий әлегә ваҡытта «Ҡарағай» исемен йөрөтә[6].
Бүләктәре [үҙгәртергә]
- 1966 — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- 1971 — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- 1981 — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- 1976 — "Почет билдәһе" ордены
- 1981 — СССР ВДНХ көмөш миҙалы
Китаптары [үҙгәртергә]
Фотоальбом [үҙгәртергә]
{{{эстәлек}}}
Әбрәр Сәҙретдинов һәм уның яҡындары [үҙгәртергә]
-
Abrar Sadrendinov moodoi.JPG
КПСС-тың обкомы икенсе сәркәтибе Веселов төшөргән фото. Барвиха, Мәскәү яны.
-
Abrar Sadrendinov v rost.JPG
Украина, Трускавец, 1980 йыл.
-
Blizkie1.JPG
Әбрәр Сәҙретдинов яҡындары менән.
Мәсетле районы «Ҡарагай» шифаханыһы Әбрәр Сәҙретдиновтың ныҡышмалығы менән тыуған [үҙгәртергә]
-
Karagai 1.JPG
«Ҡарагай» шифаханыһы төҙөлөшө бына шул таҡта һарайҙан башланды. Әбрәр Сәҙретдинов фотоһы
-
Karagai 2.JPG
Оло Аҡа ауылан килгән беренсе төҙөлөш бригадаһы. Әбрәр Сәҙретдинов фотоһы
-
Karagai 3.JPG
Вертолеттан төшөрөлгән фото шифихананың ял итеүселәр юлламаһының беренсе битенә ҡуйылғайны. Әбрәр Сәҙретдинов фотоһы
-
Karagai 4 Avtor Rishat Amirov 2010.jpeg
Бөгөнгө «Ҡарагай» шифаханыһы ҡоштар осҡан бейеклектән. Ришат Әмиров фотоһы, 2010 йыл.
-
Karagai 5 Avtor Rishat Amirov 2010.jpeg
Бөгөнгө «Ҡарагай» шифаханыһы ҡоштар осҡан бейеклектән. Ришат Әмиров фотоһы, 2010 йыл.
Һылтанмалар [үҙгәртергә]
- Абрар Садретдинов: «Кеше үз милләтенә тап төшерергә тиеш түгел…» «Өмөт» республика йәштәр гәзитендә мәҡәлә, 31 март 2012 йыл , № 25 (2935) (татар телендә)
- Резеда Золотарёва. Памятные булочки. Шишмә районы "РодникиПлюс" гәзитендә мәҡәлә (урыҫ телендә)
- Рәсих Ханнанов. Үткән, бүген һәм киләчәк. "Ҡыҙыл таң" республика гәзитендә мәҡәлә, 17 февраль 2012 йыл, № 33 (23897), (татар телендә)
Сығанаҡтар [үҙгәртергә]
- ↑ БАССР-ҙың Юғары Советы етенсе саҡырылыш депутаттары (255 депутат)
- ↑ БАССР-ҙың Юғары Советы һигеҙенсе саҡырылыш депутаттары (257 депутат)
- ↑ БАССР-ҙың Юғары Советы унынсы саҡырылыш депутаттары (280 депутат)
- ↑ Муниципаль район Мәсетле районы Советының 2005 йыл 28 сентябрь ҡарары.
- ↑ Постановление ВС Башкирской АССР от 22.03.1985 "Об образовании Правительства Башкирской АССР - Совета Министров Башкирской АССР"
- ↑ Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Тыуғандар 4 апрель
- Тыуғандар 1933 йылда
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- ВДНХ-ның көмөш миҙалы менән наградланыусылар
- «За доблестный труд в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» миҙалы менән наградланыусылар
- Википедия:Портреты булмаған ғалим тураһында мәҡәлә
- Мәсетле районы
- Мәсетлеләр