Сәңкелдәк ҡаҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Сәңкелдәк ҡаҙ
Anser erythropus.jpg
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Anser erythropus (Linnaeus, 1758)

Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 VU ru.svg en:Vulnerable species
Юғалыуға бирешеүсе төр
IUCN 3.1 Vulnerable : 100600377
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   175033
NCBI   132586
EOL   1048458


Сәңкелдәк ҡаҙ, ҡыр ҡаҙы, ҡашҡа ҡаҙ(пискулька)— йорт ҡаҙынан бәләкәйерәк ҡош.


Күмәкләшеп һәм парлашып йәшәйҙәр. Дөйөм төҫө ҡара-һоро. Ҡорһағы, ҡойроҡ төбө аҡ, маңлайында аҡ ҡашҡаһы бар. Ҡорһағы һәм түше эре ҡара таплы. Күҙ ҡабаҡтары һары. Суҡышы, аяҡтары ҡыҙғылт һа,ры. Башҡа ала ҡаҙҙарҙан бәләкәйерәк кәүҙәһе менән айырыла.


Тауышы көслө генә сәңкелдәү: «клиңк-клиңк».


Тау йылғаларында һәм күлдәрендә йәшәй. Үлән, орлоҡ, иген менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Беҙҙә яҙлы-көҙлө осоп үтешләй генә туҡталып китәләр. Беҙҙең яҡта оя ҡормай. Ите һәм мамығы өсөн аулайҙар.


Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Красная книга РФ М.: АСТ 2001 г.
  • Жизнь животных. т.6 Птицы. М.: Просвещение 1986 г.
  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)


Ҡоштар Был орнитология тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы
ИПЭЭ РАН сайтында эҙләргә