Табан
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
| Табан балыҡ | |
|---|---|
| Көмөш табан балыҡ | |
| Батшалыҡ | Хайуандар |
| Тип | Хордалылар |
| Класс | Һөйәкле балыҡтар |
| Отряд | сазан һымаҡтар |
| Ғаилә | Сазандар |
| Ырыу | Табан балыҡтар |
| Халыҡ-ара фәнни исеме | |
| Carassius Nilsson, 1832 | |
Табан — (лат. Carassius, урыҫ. Карась) сазандар ғаиләһенә ҡараған йылға балығы. Кәүҙәһе ҡабырғалар яғынан ҡыҫылған, арҡаһы ҡалын, арҡаһындағы йөҙгөстәре оҙон була. Тәңкәләре эре һәм шыма була.
Табан балыҡ — бик әрһеҙ. Ул башҡа бер генә балыҡ та сыҙай алмаған һыуҙа йәшәргә һәләтле. Һауа етешмәгән, үлән, ләм баҫҡан күлдәрҙә, хатта бәләкәс кенә күләүектәрҙэ лә осрап ҡуя. Табан — әкрен генә йөтөй торған килбәтһеҙ һәм ялҡауыраҡ балыҡ.
Аусылыҡ балыҡтарының береһе булараҡ йылға-күлдәрҙә үрсетелә.
Башҡорттар табанды төрлөсә атап йөрөтәләр. Көньяҡта аҡтабан тип йөрөтәләр. Силәбе яғында аҡтаван тиҙәр. Инйәр буйында — бәрҙе, лопашка, Йүрүҙәндә, Эйектә, Һаҡмарҙа, Димдә, Әйҙә һәм башҡа күп урындарҙа табан балығы тип йөрөтәләр.