Тамаша (журнал)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тамаша
Нигеҙләү датаһы 1999
Ил  СССР
 Рәсәй
Рәсми сайт tamasha-rb.ru

Тамаша — театр, музыка, халыҡ ижады, һынлы сәнғәт, кино, телевидение тураһында нәфис-публицистик журнал.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1995 йылда нәфис-публицистик альманах булып донъя күрә, 1999 йылдан — журнал булараҡ нәшер ителә.

Тауисирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Журналдың ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм «Тамаша» журналы редакцияһы — Башҡортостан Республикаһының ҡаҙна предприятиеһы.

«Тамаша» журналы Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһенә ҡараған ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Республиканың абруйлы баҫмаһы биттәрендә күренекле сәхнә оҫталары һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре сығыш яһай, оло быуын вәкилдәренең йәштәргә аманаты, сәхнә серҙәре, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр, ноталары менән йырҙар, сценарийҙар баҫыла. Рәссамдарҙың билдәле һүрәттәрен, арҙаҡлы шәхестәрҙең портреттарын күрергә мөмкин. Журнал бай йөкмәткеле, уның рубрикалары һәм темалары бихисап, күп һанлы гәзит-журналдары араһында «Тамаша» айырылып тора: журналдың үҙ йөҙө, үҙ абруйы бар, уҡыусылар менән бәйләнеште өҙмәй. Башҡортостан мәҙәниәтенең үткәнен, бөгөнгө тормошон сағылдырған, киләсәген күҙаллаған журнал.

Журналда:

  • ижтимағи-сәйәси темалаға материалдар,
  • мәҙәниәт тарихы буйынса мәҡәләләр,
  • арҙаҡлы шәхестәрҙең хәтирәләре,
  • драматургтарҙың яңы пьесалары,
  • сценарийҙары,
  • сәнғәт әһелдәре менән киң һәм тәрән йөкмәткеле, мауыҡтырғыс әңгәмәләр,
  • бөгөнгө сәнғәт, мәҙәниәт проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләгән аналитик мәҡәләләр,
  • артистар тормошонан мәҙәк хәлдәр,
  • рәссамдарҙың ижади портреттары, картиналарының репродукциялары,
  • ижади темаларға диспут-бәхәстәр,
  • драматургия, актерлыҡ һәм режиссерлыҡ оҫталығына арналған мәҡәләләр, ижади лабораториялар,
  • мәҙәниәт сараларын һүрәтләгән көндәлектәр
  • үҙешмәкәр сәнғәт, кино сәнғәте, радио, телевидение, музей, китапхана эшмәкәрлеге, алдынғы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш тәжрибәһен пропагандалау,
  • популяр йырҙар донъя күрә.

Баш мөхәррирҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеҙмәткәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]