Тасимов, Исмәғил

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Исмәғил ТасимовРәсәйҙең тәүге техник юғары уҡыу йорто – Санкт-Петербург тау институтын асыусы. Был институт Фрейнбергтағы донъяла беренсе тау академияһынан ете йыл ғына һуңыраҡ асылған.

1771 йылда Тасимов иптәштәре менән үҙ рудаларын Югов баҡыр иретеү заводтарына ебәреүҙе һәм ҡаҙна рудниктарын уларға тапшырыуҙы һорап Берг-коллегияға ғариза яҙа. Ошо уҡ ғаризала улар тау заводтарында «начальниктар һәм һаҡсылар» әҙерләү өсөн офицерҙар мәктәбен булдырыу тураһында үтенәләр. Бындай мәктәпте тотоуға ул «үҙ рудаһынан иретелгән һәр бот баҡырҙан сирек тин» бүлергә йөкләмә ала. Берг-коллегия был мәктәптең рус тау промыслаһы өсөн файҙалы булыуын таный. «Тау мәктәбен булдырыу тураһында» Сенатҡа докладында Берг-коллегия Тасимовтың тәҡдимен хуплай һәм уны «файҙалы ғына түгел, бөтә Тау корпусы өсөн кәрәкле» тип таный һәм тәҡдимде ҡабул итергә ҡарар сығара.

1773 йылдың 21 октябрендә (яңы стиль буйынса 3 ноябрҙә) Екатерина II Рәсәйҙә беренсе юғары техник мәктәбен булдырыу тураһында Сенат ҡарарын раҫлай. Ул кадет корпусы тип түгел, ә «дворян балаларынан тыш, башҡалар ҙа уҡый алһын өсөн» Тау училищеһы тип атала. Тау кадет корпусын тамамлаусы академик Дмитрий Соколов 1830 йылда үҙ хеҙмәттәренең береһендә: «Төпкөл ауылдан ярым ҡырағай башҡорт Тау корпусына тәүге нигеҙ ташы һалыуына ышанырлыҡ түгел», — тип яҙа.

Тау институтының 100 йыллыҡ юбилейында институтты татамлаусы, хөкүмәт кәңәшсеһе Петр Алексеев Тау институты коллективына, Исмәғил Тасимовтың образын мәңгеләштергән шиғыр юлдары менәң мөрәжәғәт итә:

      Сто лет тому назад тогдашний горный мир
      Приятно изумил безграмотный башкир.
      Он подал от своих товарищей прошение -
      В России учредить такое заведение,
      Чтоб рудокопам — им, безграмотным, как сам,
      Давать указчиков по рудным их делам!

Тасимовтың яҙмышы — ғәйнә башҡорттарының ғорурлығы.

[үҙгәртергә] Иҫтәлек

  • Пермь крайының Ҡоян ауылында билдәле башҡорт мәғдәнсеһе Исмәғил Тасимовҡа таҡтаташ асылды.


[үҙгәртергә] Һылтанмалар

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә