Исмәғил Тасимов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тасимов Исмәғил битенән йүнәлтелде)
Исмәғил Тасимов
Тыуған көнө

ХVIII быуат

Тыуған урыны

Ҡуян ауылы, Мул-Ғәйнә улусы, Уҫы даруғаһы (хәҙерге Пермь крайының Пермь районы)

Вафат булған көнө

XVIII быуат

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

мәғдән сәнәғәтсеһе

Исмәғил Тасимов — мәғдән сәнәғәтсеһе. Рәсәйҙең тәүге техник юғары уҡыу йорто — Санкт-Петербург тау институтын асыусы. Был институт Фрейнбергтағы донъяла беренсе тау академияһынан ете йыл һуңыраҡ асылған.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исмәғил Тасимов Өфө өйәҙе Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусының Ҡуян ауылында тыуған. XVIII быуатта Уралда ныҡлы үҫеш юлына баҫҡан мәғдән сәнәғәтселегендә күренекле урын тотҡан башҡорт феодалы Тасим Мәмәтовтың улы. XVIII быуаттың тәүге яртыһында Пермь мәғдән сәнғәтселәренең күпселеге (360 кешегә тиклем) нәҡ бына шул ғәйнә башҡорттары, башлыса Ҡуян ауылы йүнселдәре була, улар менән бергә бер нисә рус мәғдәнсеһе эшләй.

Был шөғөл Үрге һәм Түбәнге Йоҡ (Юг), Ягошиха, Мотовилиха, Пыскор, Анненский, Висим баҡыр иретеү заводтары төҙөлөү арҡаһында алға китә. Ғәйнә башҡорттары, Тасим Мәмәтов һәм бөтөн ауылы менән мәғдәнселек эшенә тотонған Ҡуян ауылы халҡы, үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә ҙур-ҙур мәғдән ятҡылыҡтары табып, әлеге заводтарҙы сеймал менән тәьмин итеп торалар. Мәғдән ятҡылыҡтары табыуҙағы һәм эшкәртеүҙәге тырышлыҡтары өсөн Себер, Ҡазан һәм Ырымбур заводтары Баш идараһының башлығы В. Н. Татищев Ҡуян ауылы башҡорттарына 1796 йылдың 6 мартында махсус указ менән рәхмәт белдерә.

1771 йылда Тасимов иптәштәре менән үҙ рудаларын Югов баҡыр иретеү заводтарына ебәреүҙе һәм ҡаҙна рудниктарын уларға тапшырыуҙы һорап Берг-коллегияға ғариза яҙа. Ошо уҡ ғаризала улар тау заводтарында «начальниктар һәм һаҡсылар» әҙерләү өсөн офицерҙар мәктәбен булдырыу тураһында үтенәләр. Бындай мәктәпте тотоуға ул «үҙ рудаһынан иретелгән һәр бот баҡырҙан сирек тин» бүлергә йөкләмә ала. Берг-коллегия был мәктәптең рус тау промыслаһы өсөн файҙалы булыуын таный. «Тау мәктәбен булдырыу тураһында» Сенатҡа докладында Берг-коллегия Тасимовтың тәҡдимен хуплай һәм уны «файҙалы ғына түгел, бөтә Тау корпусы өсөн кәрәкле» тип таный һәм тәҡдимде ҡабул итергә ҡарар сығара.

1773 йылдың 21 октябрендә (яңы стиль буйынса 3 ноябрҙә) Екатерина II Рәсәйҙә беренсе юғары техник мәктәбен (хәҙерге Санкт-Петербург дәүләт тау университеты) булдырыу тураһында Сенат ҡарарын раҫлай. Ул кадет корпусы тип түгел, ә «дворян балаларынан тыш, башҡалар ҙа уҡый алһын өсөн» Тау училищеһы тип атала. Тау кадет корпусын тамамлаусы академик Дмитрий Соколов 1830 йылда үҙ хеҙмәттәренең береһендә: «Төпкөл ауылдан ярым ҡырағай башҡорт Тау корпусына тәүге нигеҙ ташы һалыуына ышанырлыҡ түгел», — тип яҙа.

Тау институтының 100 йыллыҡ юбилейында институтты тамамлаусы, хөкүмәт кәңәшсеһе Петр Алексеев Тау институты коллективына, Исмәғил Тасимовтың образын мәңгеләштергән шиғыр юлдары менәң мөрәжәғәт итә:

      Сто лет тому назад тогдашний горный мир
      Приятно изумил безграмотный башкир.
      Он подал от своих товарищей прошение -
      В России учредить такое заведение,
      Чтоб рудокопам — им, безграмотным, как сам,
      Давать указчиков по рудным их делам!

Тасимовтың яҙмышы — ғәйнә башҡорттарының ғорурлығы.

Икенсе бер белгес, почетлы академик, профессор Д. И. Соколов иһә хатта:

  «Кем белгән, төтөнлө ауылда йәшәгән ярым ҡырағай башҡорт Тау корпусының 
  нигеҙенә тәүге ташты һалһын әле бына», — тип яҙа.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]