Тауҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тауҙар
Рәсем
 Тауҙар Викимилектә

Тауҙар — ҡоро ҡоро ерҙең шаҡтай ныҡ бүлгеләнгән, йәнәшәләге тигеҙлектәр өҫтөнән 500 метрға һәм унан да күберәккә күтәрелгән өлөштәре[1]. Тигеҙлектәрҙән тауҙар итәк йәки үңерҙәр менән бүленә. Тауҙарҙы ҡалҡыулығына ҡарап бейек, уртаса һәм тәпәш төрҙәргә айыралар[2].

Баштау һырттары ҡышын

Дөйөм тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йөрәккүл һырты, Айыу ҡалдыҡ тауы

Тауҙар тектоник әүҙем өлкәләрҙә формалаша; килеп сығышы буйынса тауҙар тектоник, эрозиялар, вулкандар тәьҫирендә хасил булған төрҙәргә бүленә. Тектоник тауҙар ер ҡабығының деформацияларға бирелеү характерына бәйле йыйырсыҡлы, эре киҫәкле һәм йыйырсыҡлы-эре киҫәкле тип атала.

Тау системалары Азия ер өҫтөнөң — 64 % , Төньяҡ Американың — 36 %, Европаның —25 %, Көньяҡ Американың —22 % , Австралияның —17 % һәм Африканың3 %.биләй Дөйөм алғанда, тауҙарға тура килгән ер 24 процент тәшкил. Кешеләрҙең 10 проценты тауҙар территорияһында йәшәй . Күпселек йылғалар тауҙарҙа баш ала.

Тауҙар Һыу айырғыс булып та тора.

Тау рельефтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ямантау

Тау рельефының төп формалары: тау теҙмәләре, һырттар, армыттар, ҡырластар, тауҙар араһындағы уйһыулыҡтар, уйпатлыҡтар һ.б. Һырт ҡырластары йәки теҙмәләренең айырым ҡалҡыу урындары сусаҡ, манара, «аҡтау», «яланғас» түбә, «таш» һ.б. тип атала.

Башҡортостан тауҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Уралында тауҙар башлыса тектоник юл менән барлыҡҡа килгән. Төҙөлөшө буйынса — йыйырсыҡлы һәм ҙур киҫәкле‑йыйырсыҡлы, тәпәш һәм уртаса бейеклектәге тауҙар өҫтөнлөк итә.

Ғалимдарҙың бер өлөшө Башҡортостан Уралын шарьяж төҙөлөшлө тип һанай.

Башҡортостанда иң бейек тау түбәһе — Ямантау, ул диңгеҙ кимәленән 1640 м-ға күтәрелгән. Уралтау һырты иһә төп һыу айырғыс булып тора.

Һырттар араһында бейеклеге буйынса Егәлге беренсе урында — уның Оло Шелом тауының абсолют бейеклеге 1427 м, 1382 м — Машаҡ, 1327 м — Нәре, 1271 м — Баштау һ.б. һырттар айырыла.

Тау түбәләре күберәк көмбәҙ рәүешле, урмандар менән ҡапланған. Ҡайһы бер тау түбәләре текә яланғас ҡая рәүешле — Ҡараташ тауы, тау тоҡомдарының элювиаль һыныҡтары Оло Ирәмәл тауында, Ямантауҙа күҙәтелә. Әрүәкрәз тауы осло түбәле сусаҡ рәүешендә.

Башҡортостандың Урал алдында ҡалдыҡ тауҙар — Балҡантау (319,6 м); шихандар — Ҡуштау (357 м) һ.б. осрай.

Йылы ҡоро боҫ бүлеп сығарған Янғантау(504 м) шифаһы менән киң билдәле[3]


Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Иностранцев А. А. Горы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Лукашов А. А. Горы // Большая российская энциклопедия / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. — М.: «Большая Российская энциклопедия», 2007. — Т. 7. — С. 499. — ISBN 978-5-85270-337-8.
  3. П. Н. Швецов, И. М. Япаров. Тауҙар//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 28 октябрь архивланған.
  • Под редакцией К. Н. Паффенгольца и др. Гор высотное разделение // Геологический словарь: в 2-х томах. — М.: Недра. — 1978.