Тебейек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Тебейек
Parus atricapillus 1 (Marek Szczepanek).jpg
Тебейек
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Poecile montanus (Conrad von Baldenstein, 1827)

Синонимдар
  • Parus montanus Conrad, 1827
  • Parus montana
Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 147854
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   562353
NCBI   48895
EOL   4404725

Тебейек , тибик.урыҫ. буроголовая гаичка, лат. Poecile montanus— турғайҙар отрядендәге ҙур булмаған ҡошсоҡ.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Турғайҙан бәләкәйерәк. Ботаҡтар араһында һикергеләп йөрөүсе хәрәкәтсән ҡошсоҡ. Кәүҙәһенең өҫкә яғы көрәнһыу һоро, аҫ яғы һорғолт аҡ. Түбәһе, елкәһе һәм тамағы ҡара-көрән. Ҡарабаш тебейектән көрән башы менән айырыла.

Тауышы[үҙгәртергә]

Тауышы яңғырауыҡлы: «ти-ти-тижж-тижж», моңло итеп һыҙғыра ла: «түй-түүүй-түүүүй».

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә]

Урамаңдарҙа йәшәй. Бөжәктәр, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Йылы яҡтарға китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Киң генә таралған. Ағас ҡыуыштарында оялай. Ҡыҙғылт һипкелле 6—9 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]