Тимер быуат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тимер быуат
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Тимер
Алдағы Бронза быуат
Башланыу датаһы б. э. т. 1200, б. э. т. 800, б. э. т. 1050, б. э. т. 900 һәм б. э. т. 500
Тамамланыу датаһы б. э. т. 332
Вид с воздуха
 Тимер быуат Викимилектә

Тимер быуат — кешелек тарихының тәүтормошондағы беренсе синыфтар барлыҡҡа килгән осоро, тимер эшкәртеүҙең таралыуы һәм тимер ҡоралдар эшләү менән билдәләнә; яҡынса беҙҙең дәүергә тиклем 1200 йылдан беҙҙең дәүерҙең 340 йылына тиклем дауам иткән.

Төшөнсәнең тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихтағы өс быуат — таш, бронза һәм тимер быуаттар хаҡында күҙаллау (аңлап-белеү) боронғо (антик) дәүерҙә үк булған, был турала Тит Лукреций Кар хеҙмәттәрендә телгә алына. Шулай ҙа, «тимер быуат» атамаһы бары тик XIX быуат урталарындағы ғилми эштәрҙә генә күренә башлай, тәү тапҡыр уны дат (Дания) археологы Кристиан Юренсон Томсен ҡуллана. Ул Данияның Милли музейы директоры була һәм экспонаттарҙы яһалған материалы буйынса: бронза, таш, тимер тигән атамалар буйынса айырып урынлаштыра. Был система шундуҡ ҡына танылыу алмай, әммә яйлап башҡа ғалимдар ҙа ҡабул итә. Артабан Томсен классификацияһын уның уҡыусыһы Йенс Асмуссен Ворсо үҫтерә[1].

Һуңынан осорҙарға бүлеү системаһы Сен-Жермен-ан-Лэ Милли боронғолоҡтар музейының тарихҡа саҡлы боронғолоҡтар бүлеге директоры Габриэль де Мортилье тарафынан яңынан эшләнә. Ул ике осор — тарихҡа (яҙмаға) тиклемге һәм тарихи (яҙма) осорҙарҙы билдәләй. Шуның беренсеһен ғалим таш, брона һәм тимер быуаттарына бүлә. Артабан был системаны төрлө ғалимдар аныҡлаған[1].

Һуңғараҡ үткәрелгән тикшеренеүҙәрҙе йомғаҡлап тимер быуат һәйкәлдәрен беренсел төркөмләү һәм ваҡытын (датировка) билдәләү эшләнде. Көнбайыш Европала бының менәән Мориц Гёрнес (Австрия), Оскар Монтелиус һәм Нильс Оберг (Швеция), Отто Тишлер һәәм Пауль Рейнеке (Германия), Жозеф Дешелет (Франция), Йосеф Пич (Чехия), Юзеф Костшевский (Польша) шөғөлләнде; Көнсығыш Европала тикшеренеүҙәр менән бик күп рәсәй һәм совет археологтары, атап әйткәндә Городцов Василий Алексеевич, Спицын Александр Андреевич, Готье Юрий Владимирович, Третьяков Пётр Николаевич, Смирнов Алексей Петрович, Моора Харри Альбертович, Артамонов Михаил Илларионович, Граков Борис Николаевич; Себерҙә — Теплоухов Сергей Александрович, Киселёв Сергей Владимирович (археолог), Руденко Сергей Иванович; Кавказда — Куфтин Борис Алексеевич, Иессен Александр Александрович, Пиотровский Борис Борисович, Крупнов Евгений Игнатьевич; Урта Азияла — Толстов Сергей Павлович, Бернштам Александр Натанович, Тереножкин Алексей Иванович шөғөлләнде[2].

Осорҙарға (дәүерҙәргә) бүлеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таш быуат менән Бронза быуаты менән сағыштырғанда, Тимер быуаттың оҙайлығы ҙур түгел. Уның башын б. э. т. I меңйыллыҡ башына (б. э. т. IX—VII бб.) ҡайтаралар — тап ошо осорҙа Европа һәм Азияның тәүтормош ҡәбиләләре үҙ аллы тимер ҡоя башлаған. Күп кенә тикшеренеүселәр тимер быуаттың аҙағын б. э. I б. — боронғо рим тарихсылары Европалағы ҡәбиләләр тураһында яҙып ҡалдырған осорға ҡарата тип билдәләй.

Шуның менән бергә тимер хәҙерге көнгә тиклем иң мөһим материалдарҙың береһе тип иҫәпләнә. Шуның өсөн дә археологтар тәүтормош донъяны осорҙарға бүлеү өсөн «иртә тимер быуат» терминын йыш ҡына ҡуллана. Шуның менән бергә Европа тарихы өсөн «иртә тимер быуат» термины башланғыс этабы — Гальштат мәҙәниәте өсөн генә ҡулланыла[3].

Бронза менән тимерҙе сағыштырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғәттә саф тимер һирәк осрай (анығыраҡ итеп әйткәндә, коррозияға бирешеүсәнлеге арҡаһында күпселек климатик шарттарҙа һаҡланмай). Уны мәғдәндән иретеп ҡойоу — бронза менән сағыштырғанда, тимерҙе иретеү температураһы юғарыраҡ һәм уның иретеү сифаттары ла ҡыйыныраҡ, шуның өсөн (суйындан айырмалы рәүештә, тимерҙе ҡойоу ысынында һуңғы урта быуаттарҙа, домна мейесе барлыҡҡа килгәндән һуң ғына мөмкин була — уғаса еүеш иретеү (сыродутный) алымы менән йәки мәғдәндәге тимер тулыһынса иремәгән, ә рафинирование — тимерҙе ҡушымталарҙан таҙартыу — әҙерләмәне сүкеү юлы менән башҡарылған) тимер иретеү эше етерлек мәшәҡәтле хеҙмәт талап итә. Бынан тыш, тимер ҡайһы бер сорт бронзанан ҡатылығы буйынса ҡайтышыраҡ (әммә ҡаты бронзалар бик мурт була һәм ҡорал йәки хеҙмәт ҡорамалдарын эшләргә бармай) һәм тутығыуға (коррозия) бирешмәүсәнлек яғынан ҡайтышыраҡ. Шул сәбәптәр арҡаһында, оҙаҡ ҡына ваҡыт дауамында тимер аҙ ҡулланылған[4].

Бронза хеҙмәт ҡоралдары, тимерҙән яһалғандарына ҡарағанда, оҙаҡҡа сыҙай (ныҡлыҡ һәм тутығыуға бирешмәүсәнлек яғынан, әммә туҙып ашалыу яғынан түгел), һәм бронза етештереү өсөн тимер иреткәндәге кеүек юғары температура кәрәкмәй. Күп кенә һөнәр кешеләре бронзанан тимергә күсеү тимерҙән яһалған ҡоралдарҙың ҫтөнлөгө арҡаһында түгел, ә башлыса бронза эпохаһы һуңында бронза ҡоралдарын күпләп етештереү ҡурғаш ятҡылыҡтарының наҡыҫланыуына килтергән, һәм бронза иретеү өсөн кәрәкле ҡурғаштың тәбиғәттә баҡырға ҡарағанда һиҙелерлек аҙ булыуы менән аңлатыла.

Тәбиғәттә тимер мәғдәне баҡыр һәм ҡурғашҡа ҡарағанда күпкә йышыраҡ осрай. Һоро тимер ташы (шул иҫәптән — һаҙ мәғдәне, кеше үҙләштергән тәүге тимер сығанағылыр, моғайын) йышыраҡ осрай, һәм улар түбән сифатлы мәғдән тип иҫәпләнә. Һөҙөөмтәлә тимер мәғдәнен табыу борон шаҡтай төшөмлө эш һаналған, тимер баҡырға ҡарағанда ла арзаныраҡ һәм етештереү хаҡы буйынса баҡыр нигеҙендә яһалған иретмәләр менән сағыштырырлыҡ булып сыға. Бронза ҡойоу оҫталығы һәм технологиялары тимер металлургияһы үҫешенә тәүшарттар булдырҙы.

Күп ҡулланылыш өлкәһендә фәҡәт ҡорос ҡына — углерод ҡушылғандан һуң юғары ҡатылыҡты һәм һығылмалылыҡты үҙ-ара тап килтерерлек термик нығыныуға (сыныҡтырылыуға) һәләтле тимер иретмәһе, бронзаны тулыһынса алмаштыра алған. Башта тимерҙе углеродлау ысулы менән ҡорос алғандар, аҙағыраҡ суйын составында углеродты кәметеү юлы менән алынған передельный ҡорос барлыҡҡа килә, һәм был етештереү күләмен байтаҡҡа арттырыу мөмкинлеген бирә. Ахырҙа арзан тимер һәм бик яҡшы сифатлы ҡоростоң барлыҡҡа килеүе тотоноуҙан бронза һәм таш ҡорал-ҡорамалдарҙы (уларҙы файҙаланыу бронза быуатында ла дауам иткән) тулыһынса тиерлек ҡыҫырыҡлап сығарыуға килтерҙе. Ҡоралдар исемлеге лә һиҙелерлек киңәйҙе, улар төрлөләнде, һәм был үҙ сиратында хужалыҡты үҫтереү һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өсөн яңы мөмкинлектәр асты[4].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тимер (беренсе сиратта метеорит тимере) б. э. т. 4-се меңйыллыҡта уҡ билдәле булған. Метеорит тимере, составында никель булғанлыҡтан, һалҡын сүкеүҙә юғары ҡатылыҡҡа эйә булған, әммә ундай тимер һирәк осраған. Һөҙөмтәлә тимер оҙаҡ ваҡыт ҡулланылмаған[4][5].

Инглиз археологы Энтони Снодграсс тимер технологияһы үҫешенең өс стадияһын билдәләгән. Тәүҙә тимер һирәк осраған һәм байлыҡ билдәһе була. Артабанғы стадияла тимерҙе хеҙмәт ҡоралдары яһвуҙа ҡулланғандар, әммә бронза ҡоралдары күбеһенсә өҫтөнлөклө ҡулланышта булған әле. Һуңғы стадияһында тимер ҡоралдары ҡулланышта барыһынан да өҫтөнлөклөрәк булып ҡала[6].

Метеорит тимеренән яһалған иң иртә предметтар Иранда (б. э. т. VI—IV мең йыллыҡтар), Ираҡта (б. э. т. V мең йыллыҡ) һәм Мысыырҙа (б. э. т. IV тысячелетие мең йыллыҡ). Месопотамиялағы тәүге тимер предметтар б. э. т. III мең йыллыҡ менән билдәләнгән. Шулай уҡ тимер предметтар Көньяҡ Уралда Соҡор мәҙәниәтендә (б. э. т. III мең йыллыҡ) һәм Көньяҡ Себер Афанасьев мәҙәниәтендә (б. э. т. III мең йыллыҡ) табылған. Бынан башҡа, Төньяҡ Американың төньяҡ-көнбайышында йәшәгән эскимостар һәм индейҙар һәм Ҡытайҙа Чжоу династияһы осорона ҡараған тимер предметтар табылған[6].

Моғайын, тәүҙә мәғдән тимере осраҡлы алынғандыр — бронза алғанда тимер рудаһы флюс матдәһе сифатында файҙаланылған, шуның һөҙөмтәһендә саф тимер барлыҡҡа килгәндер. Әммә ул аҙ булған. Һуңғараҡ метеорит тимерен эшкәртергә өйрәнәләр, һәм уны аллаһы тәғәлә бүләге тип иҫәпләгәндәр. Тәүге әҙер тимер бик ҡиммәт булған һәм нигеҙҙә ритуаль предметтар эшләгәндә генә ҡулланылған[6].

Һуңыраҡ мәғдәндән беренсе тимер табыу ысулы — еүеш өрҙөрөү мейесе (процесс), ҡайһы берҙә тимер бешереү тип аталған ысул, барлыҡҡа килгән. Был методты файҙаланыу, һалҡын һауа бирелгән һалҡын өрҙөрөү тимерлек усағын уйлап сығарғандан һуң, башланған. Башта өҫтө ябылған соҡорҙарҙа һаҡланған, һуңыраҡ балсыҡ мейестәр ҡулланылған. Тимерлек усағында температура 900 °C тиклем күтәрелгән, һәм шул ваҡытта тимер сығанағы ағас күмеренән торған углеродтың моноксиды (һөрөм газы) ярҙамында тимер оксидтан тергеҙелгән. Һөҙөмтәлә крица — шлак һеңгән күҙәнәкле тимер киҫәге алынған. Шлактан таҙартыу өсөн сүкеү ҡулланылған. Етешһеҙлектәре булыуға ҡарамаҫтан, был процесс оҙаҡ ваҡыт арауығында тимер алыуҙың төп методы булған[5].

Анатолияның төньяҡ райондарында тимерҙе тәүге тапҡыр эшкәртергә өйрәнгәндәр. Ҡалыплашҡан фекер буйынса, хеттарға буйһонған ҡәбиләләр тәүгеләрҙән булып тимер алыу технологияһына эйә булған[6].

Боронғо грек традицияһы Ҡара диңгеҙҙең көньяҡ ярында Кесе Азияның көнсығышында йәшәгән халиб халҡын тимер асыусылар тип атаған, әҙәбиәттә уларға ҡарата «тимер атаһы» тигән нығынған һүҙбәйләнеш ҡулланылған, һәм грек телендә ҡоростоң атамаһы (Χάλυβας) тап шул этнонимдан килеп сыҡҡан[6].

Аристотель тимер алыуҙың халиб ысулын тасуирлаған: халибтар бер нисә тапҡыр йылға ҡомон йыуа, уға ниндәйҙер утҡа сыҙамлы матдә ҡуша һәм үҙенсәлекле конструкциялы мейестәрҙә иретә; шундай юл менән табылған металл көмөш төҫтә була һәм тутыҡмай. Тимер иретеү өсөн сеймал сифатында Ҡара диңгеҙҙең бөтә яр буйында осраған магнетитлы ҡом ҡулланылған — был магнетитлы ҡом смеси магнетиттың ваҡ бөртөктәре, титан-магнетит, ильменит һәм башҡа тоҡомдарҙың ярсыҡтары ҡатышмаһынан торған, шулай итеп так что выплавляемая халибтар иреткән ҡорос ҡатыштырылған (легированный) булған, күрәһең, юғары сифатлы булған. Тимерҙе мәғдәндән түгел, ә шундай үҙенсәлекле ысул менән алыуҙары халибтар, дөрөҫөрәге, тимерҙе технологик материал һымаҡ ҡына асҡанлығын, әммә бөтә ерҙә лә сәнәғәт етештереү ысулы кеүек ҡулланмағанын күрһәтә. Моғайын, уларҙың асышы, мәғдән карьерҙарында (копи) табылған руданы эшкәртеүгә, тимер металлургияһының артабанғы үҫешенә этәргес булғандыр. Климент Александрийский үҙенең «Строматы» (гл. 21) тип аталған энциклопедик хеҙмәтендә, грек риүәйәттәре буйынса, тимер Кесе Азиялағы Ида тауында табылған — Троя янындағы, Лесбос утрауына ҡаршы тау сылбыры шулай атала («Илиада»ла ул гректар менән троянлыларҙың алышын Зевс Ида тауынан күҙәткән тип телгә алына).

Хетт текстарында тимер par-zi-lum һүҙе менән атала (сағыштыр: ивр. «ברזל» — «барзель», лат. ferrum һәм рус. железо), тимер эшләнмәләрҙе хеттар яҡынса б. э. т. II мең йыллыҡтан бирле ҡулланған. Мәҫәлән, хетт батшаһы Анитта тексында (яҡынса б. э. т. 1800 йыл):

Пурусханда ҡалаһына поход менән барғанымда, бер кеше миңә баш эйергә килде, һәм буйһонғанлыҡ билдәһе итеп (?), 1 тимер тәхет һәм 1 тимер скипетр (?) бирҙе[7].

Тимер ысынлап та Хетт батшалығында табылыуын ҡоростоң грек атамаһы — Χάλυβας һәм мысыр фирғәүене Тутанхамон (б. э. т. 1332—1323 йылдарҙа идара иткән) ҡәберлегендә, хеттар бүләк иткәнлеге асыҡтан-асыҡ билдәле булған, тәүге тимер хәнйәрҙәрҙең береһе табылыуы дәлилләй. шулай уҡ хеттар батшаһы Хаттусили III-нөң (б. э. т. 1250 йыл) Ассириябатшаһы Салманасар I-гә яҙған хаты һаҡланған, бында хеттарҙың тимер иретеүе тураһында хәбәр ителә. Хеттар тимер етештереү технологияһын оҙаҡ ваҡыт сер итеп һаҡлаған. Улар етештергән тимер эшләнмәләрҙең күләме ҙур булмаған, әммә хеттар уларҙы күрше илдәргә лә һатҡан. Һуңғараҡ тимер технологияһы яйлап башҡа илдәргә лә таралған[6].

Тәүе осорҙа тимер бик ҡиммәт материал булһа (Үҙәк Анатолиялағы ассирий ауылы Кюльтепе торағы емереклектәрендә табылған б. э. т. XIX—XVIII быуаттар менән билдәләнгән документтарҙа тимер хаҡы алтын хаҡынан 8 тапҡырға ҡыйбатыраҡ тиелгән), тимерҙе мәғдәндән алыу ысулы асылғандан һуң, уның хаҡы төшкән. Ассирия батшаһы Саргон II һарайында ҡаҙыныуҙар барышында табылған табличкаларҙа, һарайға нигеҙ һалынған саҡта (б. э. т. 714 йыл) килтерелгән бүләктәр, шул иҫәптән металлдар хаҡында әйтелгән, шул уҡ ваҡытта, ҡаҙыныу һөҙөмтәһендә тимер крицалар тулы келәт табылған булһа ла, тимер ҡиммәтле металл рәтендә телгә алынмай[6].

Бронза эпохаһында урман зонаһының ҙур арауыҡтары социаль-иҡтисади үҫеш буйынса көньяҡ төбәктәрҙән артта ҡалған була, әммә урындағы мәғдәндән тимер иретелә башлағандан һуң, ер эшкәртеү техникаһы камиллаша, ауыр урман турағын һөрә алырлыҡ тимер т!рәнле һуҡалар барлыҡҡа килгән, урман зонаһында йәшәгән халыҡ та игенселек менән шөғөлләнә башлаған. Һөҙөмтәлә тимер осоронда Көнбайыш Европаның күп урмандары юҡ ителде. Әммә игенселек иртәрәк барлыҡҡа килгән төбәктәрҙә лә тимер ҡулланыу ирригацион системаларын яҡшыртыу эшендә ярҙам итте: һуғарыу ҡоролмалары камиллаштырылды, һыу күтәреү ҡоролмалары яҡшыртыла (атап әйткәндә, б. э. т. I ең йыллыҡ уртаһында һыу күтәреү тәгәрмәсе ҡулланыла башлаған). Был баҫыуҙарҙың продуктлылығын күтәреүгә ярҙам итә[4].

Төрлө һөнәрселек төрҙәренең, беренсе сиратта тимерселек, ҡорал етештереү, транспорт (караптар, тәгәрмәсле хәрби арбалар) төҙөү, рудниктар эшенең, таш һәм ағас эшкәртеү үҫешенә килтерә. Һөҙөмтәлә диңгеҙҙә йөҙөү, биналар һәм юлдар төҙөү йылдам үҫешә, шулай уҡ хәрби техника яҡшыртыла. Сауҙа үҫешә, б. э. т. I мең йыллыҡ уртаһында металл тәңкәләр әйләнештә ҡулланыла башлаған[4].

Тимер металлургияһының таралыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тимер металлургияһы процесы бик шәп таралмаған. Төрлө илдәрҙә тимер иретеү технология төрлө осорҙа барлыҡҡа килгән. Таралыу тиҙлеге күп факторға бәйле булған, беренсе сиратта сеймал запастарынан, мәҙәни һәм сауҙа факторҙарынан торған[4].

Тимерҙе иретеү һәм эшкәртеү (урыҫса железная металлургия) тарала башлаған осорҙо донъяның барлыҡ илдәре үтһә лә, тимер быуат дәүеренә, ҡағиҙә булараҡ, барлыҡ тәүтормош ҡәбиләләренең дә мәҙәниәте индерелмәй. Улар иҫәбендә бары тик неолит һәм бронза быуаты осоронда барлыҡҡа килгән боронғо дәүләттәр — Месопотамия, Боронғо Мысыр, Боронғо Греция, Һиндостан һәм Ҡытай биләмәләренән ситтә ятҡан ҡәбиләләр генә ҡарала.

Тимер металлургияһы беренсе сиратта б. э. т. II һәм I мең йыллыҡтар сигендә үк тимер хеҙмәт ҡоралдары ҡуллнылған Алғы Азияла, Һиндостанда һәм Көньяҡ Европала таралған. Төньяҡ Европала тимер эшкәртеү технологияһы бары тик б. э. т. VII быуатта ғына, Боронғо Мысырҙа — б. э. т. VI быуатта, Алыҫ Көнсығыш илдәрендә — б. э. т. VII—V быуаттарҙа ғына таралған.[4]

Б. э. т. XIII быуатта тимер етештереү технологияһының таралыу тиҙлеге арта. Б. э. т. XII быуатҡа Сүриәлә һәм Фәләстиндә тимер ала белгәндәр, ә б. э. т. IX быуатҡа тимер бронзаны ҡыҫырыҡлап сығарған, ә уның менән сауҙа итеү бөтә ерҙә лә таралған. Тимерҙе экспортлауҙың төп юлы Ефрат йылғаһы үҙәненән һәм Төньяҡ Сүриә тауҙарынан көньяҡҡа, һәм понтий колониялары аша — төньяҡҡа үткән. Был юлды тимер юлы тип атағандар[6].

Кипр утрауында тимер эшләнмәләр б. э. т. XIX быуатта уҡ билдәле булған, әммә Эгей диңгеҙе буйында тимерҙе алыуҙың үҙ технологияһы фәҡәт б. э. т. I мең йыллыҡ башында ғына барлыҡҡа килә. Яҡынса б. э. т. XII—XI быуаттарҙа Көнсығыш Урта диңгеҙ буйында (Кипрҙа йәки Фәләстиндең тарихи өлкәһендә) тимерҙе углеродлау һәм сыныҡтырыу ысулы уйлап сығарыла, һөҙөмтәлә тимер бында бронза менән үҙ- ара көрәшә алған[6].

Әрмәнстан да шулай уҡ, тимер даими ҡулланышҡа б. э. т. IX быуатта ингәнлектән, тимерҙең иртә барлыҡҡа килгән райондарының береһе иҫәпләнә, ә Кавказ аръяғында б. э. т. XV—XIV быуаттарҙа уҡ беренсе тимер эшләнмәләр барлыҡҡа килгән, улар Самтавро һәм Тли (Грузия) ҡәберлектәр комплексында табылған. Тимер эшләнмәләр Урарту дәүләтендә киң ҡулланылған[6].

Грецияла тимер б. э. т. IX—VI быуаттарҙа таралған. Ул Гомер эпостарында (күберәген «Одиссея»ла), ул саҡта бергә киң ҡулланылған бронза менән, телгә алына. Европаға тимер етештереү технологияһы йә Греция — Балҡаны аша, йә Греция — Италия — төньяҡ Балҡан, йә Кавказ — Көньяҡ Рәсәй — Карпат бассейны аша билдәле булғандыр. Көнбайыш Балҡанда һәм Түбәнге Дунайҙа һирәк осрай торған тимер предметтар б. э. т. II мең йыллыҡтың икенсе яртыһында ғына күренә башлаған, ә б. э. т. VIII быуатҡа улар киң таралыш алған[6].

Б. э. т. VII быуатта тимер технологияһы Төньяҡ Европаға үтеп инә. Б. э. т V быуатта уҡ ул бер предметта тимер менән ҡоросто берләштерергә өйрәнгән кельттар тарфынан үҙләштерелгән, һәм был эшкәртеүгә яҡшы бирелгән үткер ситле пластиналар алыу мөмкинлеген биргән. Кельттар был технологияны Боронғо Римгә лә тапшырған. Скандинавияла тимер бронзаны беҙҙең эра башында ғына, Британияла — б. э. т. V быуатҡа ғына ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Ә боронғо германдар, Тацит хәбәр итеүенсә, тимерҙе аҙ файҙаланғандар[6].

көнсығыш Европала тимер етештереү технологияһы б. э. т. VIII быуатта үҙләштерелә, табылдыҡтар араһында ҡатмарлы биметалл предметтар ҙа осрай. Шулай уҡ бында байтаҡ иртә ҡоросто цементлау процессын һәм әҙерләүҙе байтаҡ иртә үҙләштергәндәр[6].

Баҡыр һәм ҡурғаш мәғдәненә бай Себерҙә Европаға ҡарағанда һуңғараҡ килә. Көнбайыш Себерҙә тимер предметтарҙы ҡулланыу б. э. т. VIII—V быуаттарҙа башланһа ла, бары тик б. э. т. III быуатта ғын тимер өҫтөнлөк алған. Был осорҙа тимер быуаты Алтайҙа һәм Минусинск соҡоронда ла башланған, ә Көнбайыш Себер урмандарында ул фәҡәт б. э.т. I мең йыллыҡ аҙағында ғына барлыҡҡа килгән.[6]

Көньяҡ-Көнсығыш Азияла тимер б. э. т. I мең йыллыҡ уртаһында башланған, ә б. э. т. II мең йыллыҡ башына ғына киң ҡулланыла башлаған[6].

Ҡытайҙа үҙ эсенә метеорит тимере индергән беренсе биметалл предметтар б. э. т. II мең йыллыҡта ғына күренә, әммә тимер етештереү б. э. т. I мең йыллыҡ уртаһына ғына үҫешкән. Ҡытайҙа тимерлек усағында юғары температуралар булдырырға һәм формаларға иретмә эшләп, суйын алырға байтаҡҡа иртә өйрәнгәндәр[6].

Африкала, күп тикшеренеүселәр фекеренсә, тимер технологияһы бойондороҡһоҙ үҫешкән. Икенсе фараз буйынса, тәүҙә ул үҙләштерелгәндер, әммә һуңынан ул үҙ аллы үҫешкәндер. Бында бик иртә ҡорос алырға өйрәнгәндәр, шулай уҡ бейек цилиндр формаһындағы тимерлек усағын уйлап сығарғандар, һәм уға бирелгән һауаны йылыта башлағандар. Нубияла, Суданда, Ливияла беренсе тимер предметтар яҡынса б. э. т. VI быуаттан билдәле. Африкла тимер быуат б. э. т. I мең йыллыҡтың икенсе яртыһында, ҡайһы бер төбәктәрҙә — таш быуаттан һуң шундуҡ башланған. Шулай итеп, Көньяҡ Африкала, баҡыр мәғдәненең бай ятҡылыҡтары ятҡан Конго йылғаһы бассейнындағы Бөйөк Саваннала, баҡыр етештереү тимер етештереүҙән һуңыраҡ үҙләштерелгән, һәм баҡырҙан тик биҙәүестәр етештергәндәр, ә хеҙмәт ҡоралдары тик тимеҙән генә яһалған[6].

Америкала развитие металлургия үҫешенең үҙенсәлектәре булған. Унда, төҫлө металды иртә эшкәртергә өйрәнеү сәбәпле, бер нисә сығанаҡ булған. Анд тауҙарында бай металл ятҡылыҡтары була, беренсе булып алтын етештереүҙе үҙләштергәндәр, һәм был керамика етештереүҙе үҙләштереү менән бер үк ваҡытҡа тура килгән. Б. э. т. XVIII быуаттан алып б. э. т. II мең йыллыҡтың икенсе яртыһына тиклем бында алтын һәм көмөш эшләнмәләрен киң ҡулланғандар. Перуҙа бик юары баһаланған баҡыр һәм алтын иретмәһе (тумбага) асылған. Мезоамерикала металдар фәҡәт б. э. т. I мең йыллыҡта ғына барлыҡҡа килгән, ә металлургияны майя ҡәбиләләре б. э. VII—VIII быуаттарында ғына үҙләштергән.[6]

Төньяҡ Америкала тәүҙә баҡыр ҡулланылған, ә б. э.т. I мең йыллыҡта тимер барлыҡҡа килгән. Уны көнбайыш райондарҙа йәшәгән хәҙерге Берингов диңгеҙе яр буйы мәҙәниәте халҡы беренсе булып ҡулланған. Башта метеорит тимерен файҙаланғандар, ә һуңынан крица тимерен эшләргә өйрәнгәндәр[6].

Австралияла тимер етештереү технологияһы фәҡәт Бөйөк географик асыштар эпохаһында ғына башланған[6].

Евразияның тимер быуат мәҙәниәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иртә тимер быуатының Үҙәк Европа мәҙәниәттәре:
     — Римгә тиклемге тимер быуат (норд) мәҙәниәте,      — ясторф мәҙәниәте,      — Харпштедт-Нинбург мәҙәниәте,      — латен мәҙәниәте,      — лужицк мәҙәниәте,      — йорт күренешле урналар мәҙәниәте,      — днепр-двина мәҙәниәте,      — тур (таштар өйөмө) помор мәҙәниәте,      — милоград мәҙәниәте,      — прото-эстондар.

Б. э. т. I мең йыллығында, Марк Борисович Щукиндың төркөмләүенә ярашлы, түбәндәге «мәҙәни донъялар» булған:

  • Урта диңгеҙ буйын биләгән һәм шулай уҡ Көнсығыштың эллинлашҡан мәҙәниәтен үҙ эсенә алған мир антик цивилизациялар донъяһы;
  • Гальштат мәҙәниәте һәм Латен мәҙәниәте археологик мәҙәниәттәре аша күрһәтелгән Көнбайыш Европа кельттары донъяһы;
  • фракийлылар булдырған Карпат буйы мәҙәниәттәре донъяһы;
  • ерләүҙә мәйетте яндырыу өҫтөнлөк алған һәм ялтыратылған шыма-ҡытыршы (өҫкө яғы махсус ҡытыршылатылған) керамикалы (был донъяға төньяҡ Германияның ясторф мәҙәниәте, Польшаның помор мәҙәниәте, пшевор һәм оксыв мәҙәниәттәре, Украина һәм Белоруссияның зарубинец мәҙәниәте, Молдавия һәм Румынияның поянешти-лукашв мәҙәниәте, һәм шулай уҡ ҡайһы бер вағыраҡ мәҙәниәттәр ҡарай) «ерләү яландары» менән билдәле латенлашҡан мәҙәниәтле Үҙәк һәм Төньяҡ Европа донъяһы;
  • Литваның һәм Белорусияның Көнбайыш Буг йылғаһынан көнсығышҡараҡ, көнбайыш балтика ҡурғандарын һәм «штрихлы керамика» мәҙәниәтен үҙ эсенә алған өлөштәре, шулай уҡ милоград мәҙәниәте, днепр-двина мәҙәниәте һәм среднетушемлинский мәҙәниәтен (прото-балттар) индергән Төньяҡ-көнсығыш урман мәҙәниәттәре донъяһы;
  • селтәр һәм туҡыу керамикаһы мәҙәниәттәре менән танылған — иң тәүҙә был дьяков һәм городец мәҙәниәте (прото-финндар) — Көнсығыш Европа урман мәҙәниәттәре донъяһы;
  • Ананьин мәҙәниәтен һәм Пьяноборск мәҙәниәттәрен (прото-пермяктар) берләштергән Кама буйы һәм Урал буйы урман мәҙәниәттәре донъяһы;
  • күсмә дала мәҙәниәттәре донъяһы, мәҫәлән, пазырык мәҙәниәте;
  • Урал һәм Көнбайыш Себер урман мәҙәниәттәре донъяһы (прото-уғырҙар һәм прото-самодийлылар, миҫалға: постгамаюн мәҙәниәте, постэткүл мәҙәниәте)[8][9]);
  • Көнбайыш Себерҙең урман-дала мәҙәниәттәре донъяһы (көньяҡ прото-уғырҙар).

Был донъялар Халыҡтарҙың Бөйөк күсенеүе осорона тиклем күпмелер дәрәжәлә даимилығын (стабильность) һаҡлап ҡалған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Корякова Л. Н. Железный век в системах хронологических периодизаций // Археология раннего железного века Евразии.
  2. Советский энциклопедический словарь: — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 1600 с. с илл. (рус.)
  3. Советский энциклопедический словарь: — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 1600 с. с илл. (рус.)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Всемирная история. — Т. 1. — С. 473—474.
  5. 5,0 5,1 Корякова Л. Н. Технология железоделательного производства // Археология раннего железного века Евразии.
  6. 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 6,12 6,13 6,14 6,15 6,16 6,17 6,18 6,19 Корякова Л. Н. Освоение железа // Археология раннего железного века Евразии.
  7. Г. Г. Гиоргадзе. «Текст Анитты» и некоторые вопросы ранней истории хеттов
  8. Гамаюнская культура // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  9. Иткульская культура // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Всемирная история: в десяти томах / Ред. И. Лурье, М. Полтавский; глав. ред. E. M. Жуков. — М.: Государственное издательство политической литературы, 1955. — Т. 1. — 748 с. — 100 000 экз.
  • Корякова Л. Н. Археология раннего железного века Евразии. Ч. I. Общие проблемы. Железный век Западной Европы. — Екатеринбург, 2002.
  • Железный век. Европа без границ. Первое тысячелетие до н. э. = Eisenzeit. Europa ohne Grenzen.1 Jahrtausend v. Chr. : каталог выставки / Государственный Эрмитаж, Государственные музеи Берлина - Фонд Прусского культурного наследия [и др.] ; [научные редакторы: А. Ю. Алексеев, Манфред Наврот и др. ; переводчики с немецкого языка: Т. П. Калугина и др.]. — СПб.: Чистый лист, 2020. — 719 с. — ISBN 978-5-901528-81-5.
  • Алексеев В. П., Першиц А. И. История первобытного общества: Учеб. Для вузов по спец. История. — М.: Высшая школа, 1990. — 352 с. (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Советский энциклопедический словарь: — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 1600 с. с илл. (рус.)
  • Ожегов С. И. Словарь русского языка. — М., 1968. (рус.)
  • Русско-башкирский словарь: В 2 т. / Под редакцией З. Г. Ураксина. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. Т. 2. П — Я. — 2005. — 680 с.
  • Большой Энциклопедический словарь  (рус.)

Ҡалып:История Европы Ҡалып:Доисторическая Европа


Был тарих буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.
Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырыр кәрәк.